Беҙҙең балет05.04.2017
Беҙҙең балетРеволюциянан алда Башҡортостан батша колонияларынан иң артта ҡалғаны һәм иң иҙелгәндәренең береһе ине. Үҙ хакимлеген һаҡлар өсөн капитализм төрлө милләт хеҙмәтсәндәрен бер-береһенә дошманлаштырып, дин ағыуы менән ағыулап бөттө, уларға экономик һәм культура яғынан үҫергә ирек бирмәне. Шул рәүештә башҡорт хеҙмәтсәндәре лә Октябрь революцияһын хатта үҙ әҙәби теленән дә мәхрүм хәлдә ҡаршы алды, ә башҡа культуралар, бигерәк тә музыка, сәнғәт тураһында һөйләп тә торорға түгел.


Бары Бөйөк Октябрь революцияһы ғына батша самодержавиеһын ҡолатып, милли культураның ҡоторонҡо үҫеүенә киң юл асты. Ошо көндә Башҡортостандың милли әҙәбиәте, театры, инженер-техник, художество кадрҙары, бына тигән артистары барлығын күрәбеҙ.
Балет сәнғәтенең тарихы бик боронғо замандарға барып тоташҡан.
Боронғо сәнғәт, ғөмүмән, бөтә халыҡ өсөн уртаҡ булған, һәм ул ваҡытта әле буржуаз йәмғиәттәге һымаҡ сәнғәт менән һатыу итмәгәндәр. Бына ни өсөн Маркс һәм Энгельс боронғо сәнғәтте өйрәнеүгә айырыуса әһәмиәт биргән. Бына ни өсөн пролетариат, классик мираҫтарҙы тәнҡит аша үҙләштереп, большевистик үҙ сәнғәтен булдырыу өҫтөндә эшләй.
Башҡортостан Республикаһы ла үҙ сәнғәтен – пролетар сәнғәт булдырыу өсөн көрәшкән хәлдә, Ленинградтағы балет техникумы эргәһендә башҡорт бүлеге барлыҡҡа килтерҙе. Уның маҡсаты – балет өлкәһендә юғары квалификациялы кадрҙар етештереү аша бейеү сәнғәтен Башҡортостан пролетар киң массаһына күсереү, беҙҙең башҡорт милли тансаларын активлаштырыу, үҫтереү һәм шул юл менән “формаһы яғынан милли һәм йөкмәткеһе яғынан социалистик” сәнғәттең тағы бер өлөшөн үҙләштереү.
Ленинград балет техникумы хәҙер 200 йыл йәшәп килә, балет кадрҙары әҙерләүҙә иң юғары алымдарға эйә. Унда иң яҡшы белгестәр тупланған булып, үҙ тарихында бөтә донъя дәүмәлендә бик күп артистар етештерҙе. Шуның өсөн дә техникум сит илдәр араһында ла маҡтап йөрөтөлә, һәм уны күреү өсөн сит ил белгестәре лә килә.
Бына шул техникумдағы башҡорт бүлексәһенә балалар һайлаған саҡта, беҙ һәр береһенә айырым туҡтаныҡ, ишетеү ҡеүәһенә, тән төҙөлөшөнә айырым иғтибар иттек. 100 баланан 15 кеше һайлап алынды. Шуларҙың етеһе – ир, ҡалғандары – ҡыҙ балалар. Ошо көндә бөтәһе лә ҡабул ителде. Йәштәре 11 – 14 йәш араһында булып, социаль хәлдәре яғынан 40 проценты – эшсе, 25 проценты – хеҙмәткәр, 3 проценты – балалар йорто балаһы һәм 32 проценты колхозсы һәм ярлы крәҫтиән балалары. Милли яҡтан 3 проценты – татар, ҡалғандары – башҡорттар.
Уҡыу ваҡыты был бүлектә алты йыл булып, шул ваҡыт эсендә балалар специаль мәғлүмәт буйынса техникум күләмендә һәм дөйөм мәғлүмәт буйынса туғыҙ йыллыҡ мәктәп күләмендә белем алып сығырға тейеш. Специаль мәғлүмәт буйынса улар: классик бейеү, характерлы бейеүҙәр, бытовой бейеүҙәр тарихы, милли бейеү үтәсәктәр. Специаль теоретик предметтарҙан улар театр тарихы, музыканың тарих һәм теорияһын, балет спектакле анализын һ. б. өйрәнәсәктәр.
Әсә теле һәм башҡорт әҙәбиәте бөтә курс дауамында төп дәрестәрҙең береһе булып барасаҡ.
Уҡыусылар бейеүгә өйрәнә барыуҙары нисбәтендә, Башҡортостан райондарына сығып йөрөүҙәр аша башҡорт бейеүҙәренә өйрәнәсәктәр. Был ифрат мөһим һәм ауыр мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ, шуның өсөн был эштә уҡыусыларға ярҙам, бигерәк тә Башҡорт милли культура институтының ярҙамы кәрәк буласаҡ.
Балет техникумы балаларҙы бик яҡшы ҡаршы алды, һәр ҡайһыһы бик яҡшы карауаттар, өҫ-баш кейемдәре менән тәьмин ителде. Таҙалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау эшенә айырыуса иғтибар ителә: һәр ҡайһыһы йыуыныу-сайыныу нәмәләре менән тәьмин ителгән, балалар хәҙер кис ятҡанда тештәрен таҙартып, аяҡтарын йыуып яталар.
Мәсьәләгә Башнаркомпрос та бик етди ҡараны, һәр бер балаға айырым иғтибар итте. Киләсәктә лә шундай уҡ иғтибарҙан ташламаҫ, балалар уҡыуҙарын уңышлы рәүештә тамамлап ҡайтырҙар һәм культура революцияһы фронтында актив ҡатнашыусы азаматтар булып етешерҙәр, тип ышанғы килә.

(“Башҡортостан”,
1934 йыл, 23 ноябрь, 269-сы һан).
Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

____________________

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад