Яҙыусылар союзында – яңы етәксе04.04.2017
Башҡортостан Яҙыусылар союзының сираттан тыш съезында ижади берлектең яңы етәксеһе һайланды. Күпселек тауыш менән был вазифа филология фәндәре кандидаты, ғалим, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Зәки Әлибаевҡа йөкмәтелде.

Яңы етәксе, үҙенең ижади пландары менән уртаҡла­шып, түбәндәгеләрҙе еткер­ҙе:
– Маҡсатыбыҙ – Башҡор­тос­тан Яҙыусылар союзы­ның бер быуатҡа яҡын тарихы булған традицияларын дауам итеү. Икенсенән, йәмғиәт тормошонда яҙыу­сы­ларҙың әүҙем ҡат­нашыуын ойоштороу. Өсөн­сөнән, ижади көстәрҙе бер­ләштереп, Башҡортостан яҙыу­сыһы һүҙен киң йәмәғәтселеккә, Рәсәй, донъя кимәленә еткереү. Йәштәрҙең үҙен­сәлекле проекттары бик күп. Улар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ижади маҡсаттарын тормошҡа ашырыу ҙа – беҙҙең бурыс.
Халыҡ мәнфәғәтендә бар­лыҡ яҡты ниәттәрҙең ғәмәлгә ашыуын теләйбеҙ!

Л. СИТДИҠОВА.


Вернуться назад