Ҡыҙылъярҙа Чапай рухы йәшәй04.04.2012
Ҡыҙылъярҙа Чапай рухы йәшәйГраждандар һуғышының легендар геройы Василий Иванович Чапаевтың батырлығын һүрәтләгән кинофильмдарҙа бер нисә быуын малайҙары тәрбиәләнде. Уйнағанда Чапаев булыр өсөн күптәр танау ҡанатҡансы һуғышыр ине…
25-се уҡсылар дивизияһы командиры Василий Иванович Чапаев Башҡортостан биләмәләрен аҡтарҙан азат итеү өсөн үҙен аямаған. 1919 йылдың июнендә Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында бер нисә көнгә күсмә ялан штабы урынлаштырыла. Был йорт ауыл халҡының аҡсаһына, священник Бельских ғаиләһе өсөн 1880 йылда төҙөттөрөлгән. Өс ишекле өй заманында бында иң ҙуры тип һаналған. Шуға күрә аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа уны штаб итеп файҙаланған. Революциянан һуң ул мәктәп, элемтә бүлексәһе, китапхана ла була. Ә 1940 йылдың 23 февралендә был йортта Василий Чапаев музейы асыла. Ул тарихи ваҡиғалар шаһиттарының иҫтәлеген туплаған.
Өфө ҡалаһы эргәһендәге алыш граждандар һуғышының иң һынылышлы мәле була. Полководец М.В. Фрунзе Ҡыҙыл Армия частарына мөрәжәғәтендә былай ти: “Илебеҙҙе Колчактан азат итеүҙең беренсе этабы — Өфө, һуңғыһы — Себер. Алға!” Колчак армияһының сафтары Өфө эргәһендәге һуғыштан һуң ныҡ һирәгәйә һәм артабан үҙенең элекке көсөн туплай алмай.
Ҡыҙылъярҙа Чапай рухы йәшәйМемориаль музейҙың экспонаттары Чапай дивизияһының данлы юлы, легендар геройҙың биографияһын һөйләй.
1919 йылдың 3 июнендә 25-се уҡсылар дивизияһы Ҡыҙылъяр ҡасабаһынан алып Дим йылғаһы инешенә тиклем позицияны яулай. “Өфөнән 20 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта Ҡыҙылъяр ҡасабаһы урынлашҡан. Был ҡасаба ҡаршыһында Ағиҙел борғоланып, ярымутрау ҡалдырған. Ошо утрауҙы беҙ операция өсөн ҡулландыҡ та инде”, тип яҙа Дмитрий Фурманов.
Фрунзе Ҡыҙылъярға килеп йыйылыш үткәрә һәм Ағиҙел аша сығыу хәрби операцияһының 7-һенән 8 июнгә ҡараған төндә үтәсәген хәбәр итә. Быйыл 19 июндә Ҡыҙылъяр ҡасабаһы эргәһендәге алышҡа 93 йыл тула.
Йылға аша сыҡҡандан һуң, ярҙағы алыш аэроплан бомбалары шартлауы аҫтында бара. Атыш барышында Чапаев яралана. Пуля уның башына тейә. Был пуляны алғанда ул бер өн сығармай ултыра. Чапаевтың яраһын да тап ошо йортта бәйләйҙәр һәм уны Авдон ауылында урынлашҡан госпиталгә алып китәләр.
Ҡыҙылъяр ҡасабаһы эргәһендә хәрби операция бик үҙенсәлекле һәм тактик яҡтан дөрөҫ үткәрелгән тип һанала. Был алышты бөгөн дә бөтә хәрби юғары уҡыу йорттарында хәрби сәнғәт оҫталығы булараҡ өйрәнәләр.
25-се уҡсылар дивизияһы сафында Совет Армияһының юғары команда составындағы 40-ҡа яҡын кеше тәрбиәләнгән. Улар ғүмер буйы “чапаевсылар” булыуҙары менән ғорурланып йәшәй. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Маврикий Слепнев челюскинсыларҙы ҡотҡарыу операцияһында әүҙем ҡатнашҡан. Граждандар һуғышы ваҡытында күпселек тимер юлдар сигенеүсе аҡтар тарафынан шартлатыла. Дмитрий Карбышев иһә был юлдарҙы йүнәтеүҙә ҡатнаша. Ул бөтә граждандар һуғышын Фрунзе янында үткәрә. Ә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Дмитрий Карбышевты фашистар туңдырып үлтерә. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә булыр ине.
Музейға килгән уҡыусыларҙы иң ҡыҙыҡһындырған һорау — Чапаевтың Петька тигән адъютанты ысын булғанмы? Эйе, булған. Уның исеме — Петр Исаев. Өфөнө азат иткәндән һуң ике ай үткәс, Чапаев менән бергә Яйыҡ йылғаһында батып үлә. Тик фильмдарҙа һәм көләмәстәрҙә һөйләнелгән пулеметсы Анка ысынында булмаған икән. Ғөмүмән, дивизияла 70-кә яҡын ҡатын-ҡыҙ хеҙмәт иткән. Шуларҙың йыйылма образы — беҙ кинола күргән Анка. Шулай ҙа был образды тыуҙырырға ярҙам иткән персонаж булған. Мария Попова пулемет таҫмалары ташыған. Дим йылғаһы буйындағы алыш ваҡытында бер пулеметсыны үлтерәләр. Нимә эшләргә белмәгән ҡатын ҡулына пулемет ала ла ике сәғәт буйы дошманды үҙ позицияһына ебәрмәй тота. Ошо батырлыҡ өсөн Чапаев Мария Попованы Совет хөкүмәтенән алған беренсе наградаһы — исемле сәғәте менән бүләкләй. Дивизияла Чапаев ҡулынан уның бүләгенә лайыҡ булыу ҙур баһа булып һаналған.
Шулай уҡ тағы бер миф тураһында һөйләп үтмәксемен. Чапаевты, ғәҙәттә, ҡылысын күтәреп дошманға ҡаршы атта сапҡан яугир итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә ул иһә, ауыр яраларҙан һуң, атҡа ултыра алмаған икән. Уның заманына күрә иң шәп машиналары булған. Хатта разведкаға ла Василий Чапаев машинала йөрөгән.
Василий Чапаев музейында ХIХ быуат әйберҙәре һаҡланып ҡалған. Ҡасандыр Чапаев ултырған өҫтәл, уның ҡулы тейгән шкаф, ул ятҡан карауат, көҙгөләр – барыһы ла тарих һөйләй кеүек. Ләкин музейҙа Василий Чапаевтың бер генә шәхси әйбере лә юҡ. “32 йәшлек хәрби ваҡыт үтеү менән Ҡыҙылъярҙа музей асылыр, тип һис уйламағандыр”, — ти музей директоры Галина Сухарева.
Ҡасаба үҙе лә, ҙур тарихи ваҡиғаға шаһит булғас, ниндәйҙер әйтелмәгән сер һаҡлағандай тойола. Айырыуса тарих серен 1896 йылда һалынған сиркәү белгәндәй. Ошо сиркәү алдында Фрунзе һалдаттарға Лениндың 29 майҙа ебәргән телеграммаһын уҡып ишеттергән: “Беҙ ҡышҡа тиклем Уралды яулап алмаһаҡ, революцияның үлеменә шигем юҡ”, тигән юлбашсы.
Граждандар һуғышының ауазы әле лә ҡасаба халҡына үҙен хәтерләтеп тора. Йыл һайын яҙ етеп, ер ҡаҙыу эштәре башланһа, халыҡ баҡсаларында, яланда снаряд ярсығы, гильзалар таба.
Нисек кенә булмаһын, музей – ауылдың ғына түгел, бөтә Өфө районының мәҙәни үҙәгенә әүерелгән урын. Бында музейҙың элекке директоры Людмила Дудареваның тырышлығын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Ул ошо усаҡты һүндермәй, ҡәҙерләп һаҡланы. Һуңғы йылдарҙа май, июнь айҙарында хәрби уйындар үткәреү матур йолаға әүерелде. Музейҙың яңы етәксеһе лә эшкә әүҙем тотонған. Өс кешенән торған коллектив яңы алымдар менән эшләй башлаған. Музейҙың сайты булдырылған. Был эш менән Мария Егорова шөғөлләнә. Яңыраҡ сайтҡа Белоруссияла йәшәгән бер ир олатаһы Лаврентий Глованев тураһында мәғлүмәт эҙләп мөрәжәғәт иткән. Ул 25-се дивизияла хеҙмәт иткән булған. Йыл һайын музейға дүрт меңдән ашыу кеше килә. Музей хеҙмәткәрҙәре менән әлеге осрашыуыбыҙ ҙа юҡҡа булманы – быйыл Василий Чапаевтың тыуыуына 125 йыл тулды. Легендар геройҙың иҫтәлегенә арнап, музей хеҙмәткәрҙәре Ҡыҙылъяр мәктәбе менән берлектә конференция үткәрҙе. Сарала балалар Чапаевҡа арналған шиғырҙарҙы, әҙәби әҫәрҙәрҙе барланы, ҡыҙыҡлы өҙөктәрен уҡыны. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар геройҙың тормош, яу юлын өйрәнеп, рефераттар яҙған Алексей Михайлов, Милена Алатян, Виктория Сухареваларҙың сығышы айырыуса ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле булды.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
Өфө районы.


Вернуться назад