Бүрәттәрҙә – “Хыялға ҡаршы”24.03.2017
Бүрәт академия драма театрында йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса “Аба эжын ургынууд” спектаклен ҡуйырға ниәтләйҙәр. Бының өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырылды.
Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик повесы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең ауыр яҙмышын сағылдыра. Спектакль өсөн драматург Әнгизә Ишбулдина повесть буйынса инсценировка ҡуйған. Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған артисы Дабацу Юндунова уны бүрәт теленә тәржемә иткән.
– Ҡурсалаусыһы булмаған, күңелдәре яралы, тормошта ауыр хәлгә тарыған балалар тураһындағы ваҡиға бүрәт сәхнәһендә яңыса сағылыш таба. Бүрәттәрҙә борон-борондан етем балалар булмаған. Етемдәрҙе үҙ балаң кеүек ҡабул итеү ғәҙәти, бер үк ваҡытта абруйлы күренеш һаналған. Һуңғы йылдарҙа балалар йорттарында бүрәт сабыйҙарының артыуы бөтә халыҡ өсөн ҙур фажиғәгә әүерелгән, – тинеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Спектаклдең премьераһы 14-15 апрелдә буласаҡ.
Әйткәндәй, ошо тамашаны үҙҙәрендә ҡуйырға Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Хыялға ҡаршы” спектаклен ҡарағандан һуң Бүрәт театрының директоры Эржена Жамбалова тәҡдим иткән.