Төркиәлә… үҙ йорто, утрауы?24.03.2017
Төркиәлә… үҙ йорто, утрауы? Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә “Рудольф Нуриев. Уның хыял утрауы” (“Рудольф Нуреев. Остров его мечты”) тулы метражлы документаль фильмын күрһәттеләр. Картина ХХ быуаттың мәшһүр бейеүсеһе һәм хореографы булған яҡташыбыҙ тормошондағы Төркиә менән бәйле аҙ билдәле булған осор хаҡында һөйләй. Әйткәндәй, тап шул илдә Нуриев үҙ йорто, утрауы булыуын теләй.
Картина кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһының “Аҡ фил-2017” премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды. Фильм менән таныштырыу сараһында уның ҡуйыусы режиссеры Евгения Тирдатова, монтаж режиссеры Борис Мнухин, продю­серҙарҙың береһе Константин Серебряков ҡатнашты.
Төркиәлә… үҙ йорто, утрауы?Евгения Тирдатова әйтеүенсә, Өфөлә Нуриевтың бала һәм үҫмер сағы тураһында нәфис фильм сценарийы өҫтөндә эшләгәндә Төркиәлә төшөрөлгән һәүәҫкәр кадрҙарға тап була. Ошо материалдар нигеҙендә былтыр фильм төшөрөлә. Унда Башҡортостан менән тығыҙ бәйле булған легендар шәхес – Рудольф Нуриевтың тор­мошоноң төрлө яҡтары асып бирелә. Кинотаҫма бейеүсенең үҙ йортон һалыу өсөн Төркиәлә утрау һатып алырға хыялланыуы тураһында һөйләй.
Был ил Нуриевты нимәһе менән үҙенә ылыҡтырған һуң? Автор­ҙарҙың яуабы ябай: бейеүсенең атаһы – башҡорт, әсәһе татар милләтенән, шуға ла бала саҡтан уҡ Рудольф мосолман мәҙәниәте менән һуғарылған, тап шуға күрә Төркиә рухы уға яҡын. Был илгә ул йылына бер нисә тапҡыр ял итергә барған. Үҙенең тыуған яғына юл уға ябыҡ булған.
Фильм Рудольф менән яҡындан аралашҡан кешеләрҙең әңгәмәһен, элегерәк ябыҡ архивтарҙан видео­ларҙы үҙ эсенә алған. Картина ар­тистың һуңғы көндәренә тиклем тормош юлын күҙәтеү мөмкинлеген бирә.


Вернуться назад