“Шоңҡар” дуҫтарын йыя22.03.2017
“Шоңҡар” дуҫтарын йыяБашҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһе тарихы – әҙәбиәтебеҙ тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө. Башҡорт телендәге “шоңҡар” тигән мөһабәт һүҙ үҙе лә әҙәби тормошта төрлө мәғәнәгә эйә булып, ныҡлы урын алды: был уҡыу йортонда студенттарҙың әҙәбиәт түңәрәге яңы ғына эшләй башлағанда, вуз эскәмйәһендә яҙылған тәүге күренекле әҫәр – Ғ. Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһы; ошо түңәрәктә тәрбиәләнеп, аҙаҡ әҙәби ижад күгенә берәм-берәм ҡыйыу күтәрелгән шиғриәт шоңҡарҙары; түңәрәктең (хәҙер инде – берекмәнең) ХХ быуаттың 70-се йылдарында ҡуйылған исеме; йәштәр журналы...
Әҙәбиәт донъяһындағы ниндәйҙер яңы күренеште атар өсөн был һүҙгә тағы ла мөрәжәғәт итә ҡалһалар, һис тә ғәжәп түгел. Ул күренеш мотлаҡ йәшлек, әҙәби ижад, мәшһүрлек менән бәйле булыр.
“Шоңҡар” һүҙе менән бәйле әҙәби күре­нештәрҙең иң олоһо – Башҡорт дәүләт уни­верситетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы ҡарамағында эшләп килгән әҙәбиәт бе­рекмәһе. Уның тыуыуы, йәшәүе, ғәҙәттә, уҡыу йортонда әҙәбиәт һәм тел дәрестәрен өйрәнеү менән тығыҙ мөнәсәбәттә була. Шуны иҫтә тотһаҡ, “Шоңҡар”ҙың тәү сыға­нағы, таяныр өлгөһө тағы ла тәрәнгәрәк китә. 1906 йылда Өфөлә асылған “Ғәлиә” мәҙрәсәһе үҙ заманында башҡорттар өсөн генә түгел, күрше төрки халыҡтарға педагогтар, журналистар, яҙыусылар, ғалимдар әҙерләп бирҙе. Ошо уҡыу йортонда әҙәби түңәрәктәргә йөрөп, стена гәзиттәре, ҡулъяҙма журналдар сығарып оло әҙә­биәткә килгән мәшһүр Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Булат Ишемғол, татарҙар Ғәлимйән Ибраһимов, Хәсән Туфан, ҡаҙаҡ Бейембәт Майлин, үзбәк Н. Ширмөхәмәдов, ҡырғыҙ Ишеналы Арабаевтарҙың исемен телгә алыу ҙа етә. Уларҙың күбеһе аҙаҡ, ХХ быуаттың утыҙынсы йылдарында, педагогия институты менән яҡындан бәй­ләнеш тотҡан, унда яңы ойошторолоп ят­ҡан түңәрәк эшенә лә йоғонто яһамай ҡалмаған.
1919 йылда Өфөлә Мәғариф практик институты асыла, унда уҡытыусылар әҙер­ләнә. Минең шәхси архивымда 1926 йылда Мөхтәр Байымовтар сығарған “Йәш көс” ҡулъяҙма журналының бер һаны һаҡлана. Утыҙынсы йылдар башында Ғ. Сәләмдәр ҙә бит үҙҙәренең тәүге журналын шул уҡ исем менән атаған. Практик институт иһә 1929 йылдың 11 сентябрендә К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты итеп үҙгәртелә (1957 йылдан – Башҡорт дәүләт университеты).
Ҡошсоҡтар үҙ ояһынан йыл һайын төркөмләп осоп таралышҡан кеүек, йәш ижадсылар төйәгенән быуын-быуын шоңҡар-әҙиптәр үҫеп сыҡты. Ҡайһы ғына быуынды йә осорҙо алма – төйәктәге эшмәкәрлектәре бер-береһенә бөгөнгө кеүек оҡшаш: яңы әҫәрҙәр тикшереү, ижади бәхәстәр, йәнле осрашыуҙар, ҡулъяҙма гәзит-журналдар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр... Әйҙәгеҙ, шул быуын вәкилдәренең иҫтә­лектәренә мөрәжәғәт итәйек.
Мөхөтдин Тажи, шағир (түңәрәктә ХХ бы­уаттың 30-сы йылдарының беренсе яртыһында шөғөлләнгән): “...Институттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы нигеҙендә әҙәби түңәрәк эшләй башланы. Аҙаҡҡы курста уҡыған Ә. Харисов түңә­рәк­тең етәксеһе ине. Ә 1935 йылдан Ғ. Сә­ләмде һайлап ҡуйҙыҡ... Студент-шағирҙарҙың тәүге шиғыр, поэма һәм проза әҫәрҙәре ошо институтта уҡыған йылдарҙа донъя күрҙе. Мәҫәлән, F. Сәләмдең “Шоң­ҡар” поэмаһы, “Тревога” һәм “Тревоганан һуң” тигән шиғырҙар циклы, Һ. Дәүләтши­наның “Һырға һабағы” исемле хикәйәһе, Ғ. Әмириҙең “Кәмһетелгән Шәмсетдин, трудденһыҙ Нуретдин” исемле юмористик поэмаһы, минең “Тәлгәш ҡайын” исемле поэмамдың беренсе китабы, “Инйәр” исемле документаль повесым, X. Кәримдең “Һаҡсы йыры” исемле тәүге китабына ингән шиғырҙары ошо түңәрәк ултырышында уҡылып, тикшерелеп донъя күргән әҫәрҙәр булды”.
Кәтибә Кинйәбулатова, шағирә (ХХ быуаттың 30-сы йылдарының икенсе яртыһы): “1935 йылдан педрабфакта уҡый башлағас, беренсе тапҡыр “әҙәби түңәрәк” тигән һүҙҙе ишеттем. Рабфактағы башҡорт теле уҡытыусыһы Усман ағай Хөснөтдинов бик абруйлы, белемле, талапсан кеше ине. Бер көн ул, дәрес башланыр-баш­ланмаҫтан: “Иртәгә әҙәбиәт түңәрәге эшләй башлай. Шиғыр, хикәйә яҙыусылар, ғөмү­мән, әҙәбиәт һөйөүселәр килһен”, – тине. Тәүге ултырышты уҡытыусы үҙе генә үткәрҙе... Ошо уҡ ултырышта әҙәби түңәрәк ағзаларының әҫәрҙәре нигеҙендә ҡулдан яҙып журнал да сығарырға ҡарар ителде. Журналдың исемен оҙаҡ эҙләп маташма­ныҡ, шунда уҡ “Йәш көс” тип атаныҡ. Артабанғы әҙәби түңәрәк ултырыштарына яҙыусылар саҡырылып та, саҡырылма­йынса ла килде”.
Ғайса Хөсәйенов, академик (ХХ быуат­тың 40-сы йылдарының икенсе яртыһы): “...Лекция-семинарҙар беҙҙе институттың беренсе курсынан уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте нигеҙендәге әҙәби түңәрәккә алып килде. Унда фронттан ҡайтҡан X. Ғиләжев, Ғ. Рамазанов, Ш. Бикҡол кеүек йәш ша­ғирҙар әүҙем ҡатнаша ине, институтта әҙәби кисәләр шаулап үтә торғайны, “Яҡты юл” ҡулъяҙма журналы сыға ине... Институттың әҙәби түңәрәге, “Яҡты юл” ҡулъяҙма журналы студенттар өсөн ижади тәжрибә, ҡәләм сарлау мәктәбе булды. Улар күп йәш әҙәби көстәрҙе ижадтың яҡты юлына алып сығырға булышлыҡ күрһәтте; һәр хәлдә беҙҙең быуындан Фәрит Иҫәнғолов, Абдулхаҡ Игебаев, Ғабдулла Байбурин, Нур Зариповтар шул юлдан үттек”.
Тимер Йосопов, шағир (ХХ быуатттың алтмышынсы йылдары уртаһы): “...Әҙә­биәте­беҙгә бер тулҡын булып талантлы йәштәр килде. Рауил Бикбаев “Дала офоҡ­тары”нан ҡитғаларға ҡараш ташланы, “Баҫыу юлы”нан Ирек Кинйәбулатов, үҙенсә бер “Талпыныу” менән киңлектәргә ынтылған Вафа Әхмәҙиев, “йөрәгендә ҡояш” йөрөткән Рәшит Шәкүр, ҡояшты юлдаш итеп Сафуан Әлибаев поэзияға килде”.
“Шоңҡар” тарихының икенсе яртыһы – 40-лап йыл инде – минең күҙ алдымда аҡты. Дөрөҫ, тәүҙә уның еле генә ара-тирә ҡағылып үткеләне: Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) уҡыған саҡта, йыл һайын университеттан унда практикаға йөрөгән студенттар әҙәбиәт дәрестәренә, мәктәп түңәрәгенә үҙҙәрендәге ижади мөхитте алып инде. Әнис Зәйнуллин, Уран Кинйәбулатов, Тайфур Сәғитов, Камил Яйыҡбаев, Рәшит Шәкүров, беҙҙең түңәрәк ултырыштарын, күрәһең, тап университет­тағы кеүек үткәреп, балаларҙың тәүге үҙаллы, бер ҡатлы ижад йораттарын уҡып, тикшереп, кәңәштәр биреп, ҡанатланды­рырҙар ине. Әнис ағай мәрхүм ҡайһыла­рыбыҙҙы университет түңәрәгенә саҡырып та ҡарағайны. Интернаттың ул ваҡыттағы ҡәтғи тәртиптәре шарттарында вуз түңәрәге ултырыштарына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эләгеп булманы. Ә бына университеттың филология факультеты үткәргән әҙәби кисәләрҙә йыш ҡатнашып, ул саҡтағы студент-ижадсыларҙың шиғри әҫәрҙәрен үҙҙәренән ишетеү бәхетенә өлгәшә тор­ғайныҡ. Хәтеремдә, ошо юғары уҡыу йортоноң ҙур залында ҡала күләмендә үткән бер кисәлә доцент Хәнифә апай Зиннәтуллина ғорурлыҡ менән “университет шағиры” тип хәҙерге халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа һүҙ биргәйне. Рауил ағай уҡыу йортоноң яңы бинаһын төҙөүгә арналған бер шиғырын уҡығайны. Унынсыны бөтөрөп, университеттың филология факультетына ингәс, түңәрәктең ғилми етәксеһе, старостаһы, идараһы, редколле­гияһы барлығын белдем. Ул ваҡытта етәксе Марат ағай Минһажетдинов ине. Күп тә үтмәй, был вазифаны яңы ғына Мәскәүҙә аспирантура тамамлап, кандидат­лыҡ диссертацияһын яҡлап ҡайтҡан йәш уҡытыусы Роберт Байымов алды. Унан һуң байтаҡ ваҡыт Тимерғәле Килмөхәмәтов эшләне, 1984 йылдан эстафета минең ҡулға күсте.
Марат Хәләф улы Минһажетдинов студенттарҙың уҡыуына ла, ижтимағи әүҙемлегенә лә, ижадына ла үтә талапсан уҡытыусы булды. Вайымһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ арҡаһында ебәргән кәмселектәрҙе һис аяп торманы, оялышыңдан ер тишегенә инеп китерҙәй хәлгә еткергәнсе әйтеп бирер ине. Ә үҙенең ғилеме, аҡылы менән беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө булды. Мин әле лә йыш иҫкә төшөрәм: түңәрәктә, лекция-семи­нарҙарҙа, вуз тормошонда студенттар ошондай уҡытыусыларға мохтажлыҡ кисермәһен ине. Түңәрәктең ул ҡатнашҡан ултырыштары ысын мәғәнәһендә ижад лабораторияһын хәтерләтә торғайны.
Һәр быуын өсөн шулайҙыр, моғайын – беҙҙең заманда түңәрәктең иң дәртле, шаулы сағы һымаҡ ине.
Беҙҙең курстан ғына уға унлап кеше йөрөнө: Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Таңһылыу Ҡарамышева, Вил Ишмырҙин, Флүзә Әхмәҙиева, Миң­лебикә Йәрмө­хәмәтова, Юлай Кәримов, Әнүәр Ғибәҙәтов, Миңлебай Юлмөхәмәтов һәм мин. “Шоңҡар” тарихында бүтән ундай хәлде хәтерләмәйем: Гөлфиә Юнысова студент сағында уҡ Башҡортостан китап нәш­риәтендә ике китап сығарҙы: “Миңә бары өс кенә”; “Зәңгәр тубым” (Хәҙер аҡ­саң йәки бүтән мөмкинлегең булһа, үҙнәшер менән китап сығарыу мәсьәләһе бер нигә лә тормай. Ә дәүләт китап нәшриәтендә бөгөн дә биш йылһыҙ сират теймәй). Бөгөн исемдәре инде әҙәбиәттә киң билдәле булған, ә ул саҡта бүтән курстарҙа уҡыған Факиһа Нафиҡова (хәҙер Туғыҙбаева), Таңсулпан Ғарипова, Миң­легөл Ҡотлогил­дина (Хисамова), Аҫылғужа Баһуманов, Миңниса Юлдашбаева (Баһу­манова), Гөлшат Әхмәтҡужина, Ғиниәт Ҡунафин, Ғәлим Хисамов, Сабир Шәрипов менән бер ҡаҙанда ҡайнашып йөрөнөк. Түңә­рәк­тең беҙ уҡыған йылдар­ҙа­ғы старосталары: Р. Ниғмәтуллин, М. Иҙел­ба­ев, А. Ба­һуманов, Ф. Нафиҡова... Яңы әҫәрҙәр тикшереүгә, отчет-һайлау ултырыштарына университетты алдараҡ тамамлаған Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаевтар килеп, уңыштарға дәртләндереп йәки сәмлән­дереп китә торғайны.
Беҙҙең уҡыу йортонда уҡымаһа ла, түңәрәк, ғөмүмән, йәштәр менән Рәми ағай Ғарипов бик дуҫ булды (ул Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған). Һәр бер үҫмер, йәш ижадсы­ның яҙғандары менән туранан-тура ҡыҙыҡһынды ул. Рәми ағайҙың үҙенән саҡ ҡына кесерәк булғандарҙан башлап, әҙәбиәткә килә торған йәштәрҙең береһе лә уның кәңәшен, йылы һүҙен ишетмәй ҡалмағандыр. Хәтеремдә, әлеге интернат-мәктәпкә бер килгәнендә, уҡытыусы­ларҙан һорашып, ҡәләм тирбәткән бала­ларҙы үҙе эҙләп табып һөйләшкәйне, бергә фотоға төшкәйнек. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы сыға башлағас, уның иң тәүге һанында университет түңәрәге ҡыҙҙа­рының шиғырҙарын фотолар менән үҙе әҙерләп, Башҡортостандың хәҙерге халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың “Мин әлегә тик ҡояшҡа ғашиҡ” тигән шиғри юлдары исемендә баҫтырғайны. Шул уҡ Гөлфиә Мәскәүгә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инергә саҡырылғас, уның шиғырҙарын урыҫсаға юлын-юлға үҙе тәржемә итеп, үҙе машинкала баҫ­тырып, конкурс комиссияһына ебәргәйне. Йәштәрҙе үҙенән айырманы, үҙе лә һис йәштәрҙән айырыла алманы.
Көндәрҙең береһендә университеттың дүрт-биш студенты күренекле яҙыусылар Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин, Абдулхаҡ Игебаев, Рәми Ғариповтар менән Ишембай районында әҙәби кисәләрҙә ҡатнашҡайныҡ. Маршрут буйынса өс көн сығыш яһағас, беҙ, студенттар, ҡайтып киттек, ә ололар осрашыуҙарҙы дауам итеп ҡалды. Рәми ағайҙан айырылыу бөтәбеҙгә лә күңелһеҙ ине. Ул да шул тойғоно кисергәндер – беҙҙе Стәрлетамаҡ вокзалында эҙләп табып, бергә ҡайтты. Хәҙерге кеүек үк беҙҙең быуын студенттарының да иң яратҡан шағирҙарының береһе ине ул. Әҙәби кисәләрҙә иң түрҙән урын алыр ҡунағыбыҙ булды.
Әйткәндәй, кисәләр хаҡында. “Шоңҡар” тарихының иң тәүге йылдарынан уҡ өҙөлмәй, һүнмәй йәшәп килгән иң матур йолаһы – йыл һайын университеттың ҙур залында бер-ике тапҡыр әҙәби кисә үткәреү. Ундай кисәләрҙең һәр ҡайһыһы – “Шоңҡар” тарихының ҡабатланмаҫ бер бите. Ул берекмә ағзаларының ғына түгел, бөтә сту­денттарҙың, ҡалалағы әҙәбиәт һөйөү­селәрҙең матур байрамына әүерелә. Берекмә тарихына бүтән матур традициялар, онотолғоһоҙ ваҡиғалар ҙа өҫтәлә бара. ХХ быуаттың 60 – 70-се йылдарында Башҡортостандағы, күрше республика­ларҙағы бүтән юғары уҡыу йорттарының студенттары менән бәйләнешкә ныҡлы нигеҙ һалына. Ҡазан университетының “Әллүки”, Чебоксарҙың “Сильзюнат” түңәрәктәре менән шул ваҡытта башланған аралашыу оҙаҡ дауам итте. Шул уҡ 70 – 80-се йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы райондарҙа әҙәби берекмәләр ойошторғайны. Шулар араһынан “Ирәндек” берекмәһе менән бик дуҫ булдыҡ. “Ирәндек”кә Наил Ғәйетбаев рәйеслек иткән осорҙа Сибайҙа “Шоңҡар” менән берлектәге сығыштар йыл һайын тиерлек үткәрелә торғайны.
“Шоңҡар”, тибеҙ. Был мәшһүр исем түңәрәккә ХХ быуаттың 70-се йылдар башында бирелә. Исеме есеменә шул хәтлем тап килгән – түңәрәккә үткән быуаттың 30 – 40-сы йылдарында йөрөгәндәр ҙә үҙҙәрен ғорурланып “шоңҡарсылар” тип атай.
Алда әйтелгәнсә, мин “Шоңҡар” менән 1984 йылдан етәкселек иттем. Шул тәүге йылда бер ултырышҡа шағирә 3өһрә Ҡотлогилдина саҡырылғайны. Түңәрәккә бик мөһим хәбәр еткерҙе Зөһрә: “Тап ун йыл элек, беҙ студент саҡта, “Шоңҡар”ҙың шиғыр кисәһен 40 йыллыҡ юбилейы менән бәйләп үткәргәйнек...” Тимәк, хәҙер ярты быуатлыҡ датаһын билдәләргә була. Уй-ниәтте кафедраға, деканатҡа еткерҙек, сығанаҡтар араһында эҙләнергә тотондоҡ. Эйе, ысынлап та 50 йыл. Ваҡытын тәғәйенләп, ҙур әҙерлек башланыҡ. Юбилей республика кимәлендә рәсми төҫ алып китте.
1984 йылдың 29 ноябрендә үтте ул байрам. Кимәле яғынан ярты быуатлыҡ бүтән юбилейҙарҙан һис тә кәм булманы. Гәзит-журналдарҙа материалдар, сит республикаларҙан ҡунаҡтар, ғилми конференция, “Шоңҡар”ҙың тантаналы ултырышы, ҙур байрам кисәһе, баш ҡаланың ижади ойошмаларынан ҡотлауҙар... Түңәрәгебеҙ шул көндә республиканың иң юғары наградаһы – Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Әлегә әҙәби түңәрәктәр, берекмәләр араһында бары “Шоңҡар” ғына ошо юғары наградаға лайыҡ.
Юбилей айҡанлы “Шоңҡар”ҙа байтаҡ яңылыҡ тыуҙы, атрибуттар өҫтәлде. Ойош­мабыҙ “берекмә” тип атала башланы, сөнки шул мәлдәрҙә ултырыштарға бүтән факуль­теттарҙан, башҡа вуздарҙан, коллектив­тарҙан яҙышҡан, әҙәбиәт яратҡан йәштәр йөрөй башланы. Берекмә идараһының 1983-1984 йылдарҙағы рәйесе Рәйсә Ҡунаҡбаева һүҙҙәренә һәүәҫкәр музыкант Алик Шәмситов “Шоңҡар йыры”н яҙҙы. Радио, телевидение аша сығыштар, әҙәби кисәләр ошо йыр менән башланып китер булды.
Рәссам Фазлетдин Ислаховтан (Баш­ҡортостан Республикаһы Гербының авторы) эмблемабыҙҙы эшләтеп алдыҡ. Республика матбуғатындағы баҫмалар, стена гәзите, афиша, саҡырыу билеты шулай уҡ ошо эмблема менән сыға башланы. 1988 йылда берекмәнең рәйесе Рәйсә Абдуллина “Шоңҡар” тарихы буйынса диплом эше яҙып яҡланы. Ижади коллективҡа яңы йолалар өҫтәлә барҙы. Йыл һайын шиғыр кисәләрендә беренсе курс шоңҡарсы­ларына иҫтәлеккә танытма билеттары тапшырҙыҡ. Элекке ҡулъяҙмалар урынына йәш ижадсыларҙың иң һәйбәт әҫәрҙәренән баҫма йыйынтыҡтар туплап сығарҙыҡ. Шундай китаптарҙың тәүгеһе 1991 йылда донъя күрҙе.
Мин етәкселек иткән йылдарҙа “Шоң­ҡар”ҙан әҙәбиәт донъяһына ныҡлап аяҡ баҫҡан йәштәрҙе берәм-берәм күҙ алдынан үткәрәм. Яңы ғына студенттар ине һымаҡ. Хәҙер уларҙың күбеһе Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, күренекле яҙыусылар, филология фәне, журналисти­ка, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә исемдәре танылған шәхестәр: Рәмил Дәүләтҡолов (Ҡолдәүләт), Рәйес Түләков, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде мәрхүмдәр), 3өлфиә Ханнанова, Рәйсә Ҡунаҡбаева, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рәйсә Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Салауат Әбүзәров, Фәниҙә Исхаҡова, Луиза Сәмситова, Лилиә Ҡәйе­пова, Марат Кәбиров, Зөлфирә Ҡаҙаҡ­баева, Гөлназ Ҡотоева, Ғәлиә Кәлимул­лина, Фирүзә Алсынбаева, Айһылыу Ғарифуллина, Лариса Абдуллина, Зәки Әлибаев, Мөнир Ҡунафин, Илгизәр Бура­ҡаев, Рәсүл Сәғитов, Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева)... “Шоңҡар”ҙы миңә 2000 йылға – башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһынан 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһы айырылып сыҡҡанға тиклем етәкләргә насип булды.
Ун алты йыл эсендә өс тиҫтәгә яҡын шәхес. Ә ХХ быуаттың утыҙынсы йылдарынан алып республикабыҙҙың төрлө маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған күпме шағир, яҙыусы, ғалим, педагог, мәҙәниәт эшмәкәре тәрбиәләнеп сыҡҡан бында. Хәҙерге көндә Башҡортостан Яҙыусылар союзында ағза булып торған өс йөҙләп кешенең яртыһынан күбеһе әҙәбиәт донъяһына үҙенең тәүге һуҡмағын “Шоңҡар”ҙан башлаған.
Йыл һайын “Шоңҡар” үҙенең иң тәүге ултырышын бөтә быуын йәштәренең яратҡан шағиры Рәми Ғарипов ҡәберенә барып, уны иҫкә алыуҙан башлай. Артабанғы эштәрендә табыла, өҫтәлә килгән матур йолаларға таяна, яңыларын эҙләй. Берекмәнең иң төп маҡсаты бөтә быуындар өсөн дә бер үк: әҙәбиәтебеҙ күгенә төркөм-төркөм яңы шоңҡарҙар осһон, халҡыбыҙ рухын байытһын. Бөгөн берекмәлә әүҙем ижад иткән Шәүрә Туйсина, Гөлфирә Вәлиева, Гөлдәниә Һағын­баева, Айгөл Юнысова, Заһит Ғүмәров, Ғәлиә Ғиләзетдинова, Айгиз Буранғолов, Нурзилә Усманова, Рәмилә Сафина, Айһылыу Дауытова, Гөлдәр Ишйәровалар ҙа бер заман, ҡанаттары нығынып, шул төркөмгә ҡушылырҙар, тип өмөтләнәйек.
“Шоңҡар” талпына, ҡанат йәйә, оса. 2014 йылда ул үҙенең 80 йыллығын билдәләне. Йыл һайын Башҡорт дәүләт университетының ҙур залында матур кисәләрен ойоштора.
Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар! Сираттағы кисәбеҙ быйыл 24 мартта сәғәт 5-тә ошо уҡ залда үтә. Шоңҡарсылар менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, шулай уҡ Хәсән Назар, Йома­бикә Ильясова, Риф Әхмәҙиев, Фәнил Күзбәков сығыш яһаясаҡ. Рәхим итегеҙ, һеҙҙе ихлас күңел менән ҡаршылайбыҙ.


Вернуться назад