Юҡ, үлмәне уның моңдары!21.03.2017
Юҡ, үлмәне уның моңдары! Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында талантлы башҡорт композиторы, күренекле яҡташыбыҙ Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы уның яҡты иҫтәлегенә арналған күркәм сара булды.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында 2015 йылда Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уның исеме бирелгәйне. Салауат Әхмәҙи улының ижади мираҫын халыҡ хәтерендә, йәш быуын күңелендә артабан һаҡлау маҡсатында был көндә уның бай һәм күп яҡлы ижадына арналған музей экспозицияһы асылды. Уны асыуға Мәҙәниәт министрлығы, Республика уҡыу-методик үҙәге һәм, әлбиттә, композиторҙың тормош иптәше Рәзиҙә Халидар ҡыҙы булышлыҡ итте.
Моң эйәһенең бай эшмәкәрлеген, күркәм тормош юлын экспонаттар аша сағылдырыу, уны халыҡ хөкөмөнә тәҡдим итеү оло ваҡиға булды. Музейҙы асыу сараһында Башҡортостандың абруйлы сәнғәт эшмәкәрҙәре, З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты уҡытыусылары һәм студенттары, республикабыҙҙың Сибай, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларының музыка колледждары студенттары, арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың яҡындары ҡатнашты.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Йәмил Әбделмәновтың, Учалы районы хакимиәте башлығының иҡтисади сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гор­диенконың, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсуринаның, Салауат Низаметдиновтың бер туған һеңлеһе Тәнзилә Әхмәҙи ҡыҙының, Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы директоры Айгөл Ғимаҙетдинованың сығыштарында билдәле яҡташыбыҙҙың был донъянан иртә китеүенә үкенес тә, һағыш та, баһалап бөткөһөҙ бай ижад емештәре менән ғорурлыҡ тойғолары ла сағылды.
Артабан Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының концерт залында йәш йырсыларҙың С. Низаметдинов исемендәге I республика конкурсын асыу тантанаһы булды. Тәүге тапҡыр уҙғарылған мәртәбәле бәйгелә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән йәш йырсылар көс һынашты. Конкурс шарттары буйынса ике номинацияла – академик һәм эстрада йырҙарын башҡарыу буйынса – Сибай, Октябрьский, Салауат, Өфө, Учалы ҡалаларының музыка колледждарынан 35 йәш йырсы ҡатнашты.
Мәртәбәле конкурста Өфө сәнғәт училищеһының III курс студенты Динар Фәйзуллин Гран-при яулап, еңеүсе кубогына һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды. Конкурста юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Өфө, Учалы, Сибай ҡалалары музыка колледждары һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтынан килгән йәш йырсылар I дәрәжә диплом лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Йәш йырсыларҙың С. Низаметдинов исемендәге I республика конкурсында еңеүселәр Өфөлә арҙаҡлы яҡташы­быҙҙың иҫтәлегенә арналған ҙур концертта сығыш яһаясаҡ.
Республика конкурсын ябыу тантанаһында жюри рәйесе Фәрзәнә Сәғитова абруйлы яҡташыбыҙҙың ижади рухы менән һуғарылған үҙенсәлекле күркәм конкурс барлыҡҡа килеүен һәм юғары кимәлдә ойошторолоуын, йәш башҡарыусыларҙың, концертта сығыш яһау­сыларҙың һөнәри оҫталығын билдәләне.


Вернуться назад