ХХI быуат башы әҙәбиәте. Уның асылын нисек аңлатып булыр ине икән? ХХ быуат шаңдауымы ул? Әллә өр-яңының, әлегә таныш түгел күренештәрҙең башымы?
Ошо хаҡта уйланған һайын күҙ алдыма ике китап килә: береһе “Көмөш йөҙөк” тип исемләнеп, уның авторҙары сифатында ижадтары бер осорҙараҡ тумалып сәскә атҡан ҡатын-ҡыҙ шағирәләр Айһылыу Ғарифуллина, Гөлназ Ҡотоева, Лилиә Ҡәйепова, Рәшиҙә Шәмсетдинова сығыш яһай. Икенсеһенең исеме – “Егет һүҙе”, уныһы дүрт ир-егет: Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Ғәбиҙулла Зарипов авторлығында донъя күрҙе. Был быуын – ХХ быуат башҡорт поэзияһы традицияларынан һут, көс-кәр алып, ХХI быуат әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан быуын ул. Ошо быуынға ике быуат алмашынған саҡта үҫергә, ҡанат нығытырға тура килде. Яңы заман уларҙың әрнеү-һыҙланыуҙарында, яҡты хыялдарында бөрөләнеп тыуҙы. Уларҙың ижадының өлгөрөү тигән этабында беҙ тарихта ҡалған дәүерҙең шаңдағын һәм йор шишмәләй алға ынтылған әҙәбиәтебеҙ киләсәген төҫмөрләй алабыҙ.
Бөгөнгө һүҙебеҙ шул быуынға ҡараған күренекле әҙибәләребеҙҙең береһе Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Шәмсетдинова хаҡында.Өйөңдө яҡшы һаҡла:
Ҡапыл ҡунағың килер.
Үҙеңде яҡшы һаҡла:
Ҡапыл әжәлең килер, –тигән халыҡ аҡылы менән башлана шағирәнең бер әҫәре. Яҙмыш, әжәл, тоғролоҡ, хеҙмәт – был темалар Рәшиҙә Рәшит ҡыҙының ижадында ҙур урын биләй, дөрөҫөрәге, уның шиғриәте кешене мәңге борсоған әлеге һорауҙар, әрнеүҙәр, өмөт-талпыныуҙарҙан яралған, замандың бөткөһөҙ ҡаршылыҡтарын йыра-йыра алға, яҡтыға барыусының күңел кисерештәрен, йыуаныстарын һәм көйөнөстәрен берләштерә. Шул юлында ул “ҡыҙыл еләнле ҡояш”, “оялсан ҡыйырсыҡ” ай менән һин дә мин серләшергә, Ҡош юлына, Етегән йондоҙға баҫып ергә күҙ ташларға ла, берсә ҡул һуҙымындағы йомарт урман-ҡырҙарҙы, ойоп ятҡан баҫыуҙарҙы гиҙергә лә өлгөрә. Тәҙрә төбөндәге яран гөлдәре уның хәстәрле ҡағылыуын көтә, Туйрал түбәһе, Маҡар тауҙары буйлап йөрөйһө, Рәүҙәкте буйлайһы бар. Рәшиҙә Шәмсетдинова тыуған ер изгелеген, һөйгән йәр танһыҡлығын, әсә булыуҙың ғорурлыҡ менән тулған мәлдәрен, килен, ҡәйнә булыу ҡыуаныстарын ихлас шиғыр юлдарына һала, һәр берәүҙең тәҡдиренә яҙған бөйөк бурысты – Кеше булыу, намыҫлы йәшәү ҡағиҙәләренә тоғро ҡалырға саҡыра.
Шағирәнең лирикаһын образдарҙың мәғәнә-төҫмөрҙәре нескәлеге, зауыҡлы ҡашмауҙағы тәңкә-биҙәктәр кеүек һиҙелер-һиҙелмәҫ балҡып, затлылығы менән арбап-һоҡландырып тороуы билдәләй. Лирик герой ҡатын-ҡыҙҙарса баҫалҡы, инсафлы ла, бер үк ваҡытта тәүәккәл, сая ла.
Ҡолас ташлап бесән сапҡан саҡта
Беләккәйем юҡтыр талаһы.
Һыуыҡ шишмәм туғып биргән айран –
Барса һыуҙарымдың аллаһы, –
ти шағирә, үҙенең йәнтөйәгенә, йәншишмәһенә өндәшеп. Ижадсының һүҙ тамыры, ижад ҡомары – тыуған ерендә, халыҡсан фекерләүҙә, әлбиттә. Ишембай ере – уның йомарт шишмәләре бик күптәргә ижад ҡанаттары ҡуйған мөғжизәле сығанаҡ. Рәшиҙә Шәмсетдинованың шиғри поэтикаһы Кешенең ер, һауа, һыу, йыһан менән бер бөтөн итеп тойоуына таяна. Уның тәүге шиғыр китабында донъя күргән, тимәк, авторҙың башланғыс ижады осоронда яҙылған тәүге шиғырҙарының береһенә иғтибар итәйек:
Ҡосағымда – зәңгәр сәскә, арыш
араһында тыуған.
Ҡосағымда – ләйсән ямғыр, таңда
биттәремде йыуған.
Беҙҙең алда – тәбиғәт күренештәрен ҡосағына һыйҙыра алған романтик образ. Ул кешенең борон-борондан тышҡы донъя менән бер бөтөн итеп ҡарауынан, үҙе һәм тәбиғәт араһында бер ниндәй ҙә сик тойолмауынан яралған мифологик ҡараштарға барып тоташа. Бына бер шиғырында героиняны “борма-борма юлдар Етегәндән тыуған илдәргә алып ҡайта” (“Мунса ташы”);
Ә мин һаман күккә ҡыйғырлайым,
Болот – егет, үрел, мине ҡос! –
тигән ашҡыныулы өндәшеүендә ярһыу хыялдар ҡанатында елгән ғашиҡ ҡыҙ образын күҙаллайбыҙ; Таң һылыу менән матурлыҡта, егәрлелектә һынау тоторға тәүәккәллек иткән килен дә ул, бурандарға ҡосаҡ асмаған тоғро йәр ҙә; ҡунаҡҡа барғанда йондоҙҙарҙы сәк-сәк итеп батманға тултырған шаян апай роленә лә инә ул. Йыһан уға бар ишектәрен, серҙәрен аса, сөнки ул үҙе донъя мөғжизәләренә, тылсымына эйә: сабый яҙға күҙ тейгәнен тоя ала, илағанын ишетә, кәкүкте Ҡош юлына осора, болот-инәйҙең мендәр ҡабартҡанын, ямғыр-бәпәйҙең ер-йүргәккә күҙ йәштәрен ҡойғанын күреп тора.
Йондоҙҙарҙы уйынсыҡтар
итеп,
Сабыйымды Ай-бишеккә
һалам...
Был юлдарҙа – Рәшиҙә Шәмсетдинова шиғриәтенә хас биҙәктәр. Уның “Ҡосағымда ҡояш”, “Мин ҡояшҡай”, “Йыһанға хаж”, “Фәрештә ҡанатында” китаптарының исемдәрен генә атау ҙа авторҙың донъяны күҙаллауын, образлы фекерләү йүнәлеше хаҡында бик күпте әйтә ала. Уның романтик образдары йәшәү асылы хаҡында уйҙарының емеше булып тыуа. Шуға күрә шиғырҙар ҡоро хыял донъяһы менән сикләнмәйенсә, үҙ шәхсиәте менән генә мауығыуҙан уҙып, тормоштоң әсе хәҡиҡәттәрен хис ҡайнарлығында, ҡатын-ҡыҙҙарса, әсәләрсә сабыр тәрәнлегендә асҡан шиғриәт булып ҡала.
Йыһан, Етегән, Ҡояш, Ай, Ҡош юлы кеүек романтик образдарҙың туған тупһа, тыуған йорт, болон, аҡлан, йәш үлән, балтырған кеүек реаль ерлекле, тормошсан образдар менән йәнәш тороуын билдәләйек: уларҙы береһе – күктә, икенсеһе – ерҙә, тип; береһе – йондоҙлоҡ, икенсеһе – ябай баҡса үләне, тип ҡапма-ҡаршы ҡуйып булмай. Улар бер фекер яҫылығында, бер йүнәлештә – “донъя һәм мин – бер бөтөн” фәлсәфәүи мифологик ҡараштар нигеҙендә тыуған образдар. Замандаштың үҙенең ҡан хәтерендә йәнле-йәнһеҙ тәбиғәттең тамырҙашлығы хаҡында архаик мифты тергеҙеүе булыр был. Рәшиҙә Рәшит ҡыҙының күп кенә шиғырҙарында һәм поэмаларында был асыҡ сағылыш таба.
“Йыһанға хаж” исемле поэманы миҫалға алайыҡ. Хаж ҡылыу – Ислам динендә изге ғәмәлдәрҙең береһе. Һәр мосолман Мәккәгә хаж ҡылыуҙы фарыз тип һанай. Таҙарыныу, сафланыу, иман нығытыу – хаж сәфәренең маҡсаттары шулар. Поэмала хаж сәфәре ата-бабалар, ауылдаштар йәшәгән тарих төпкөлдәрен гиҙеү, яҙмыш ептәрен тиҫбеләй тартыу, фәһем алыу, изгелек һәм яуызлыҡ тарафтарын асыҡлау ынтылышынан ғибәрәт.
Лирик герой ауыл зыяратындағы түбәләстәрҙә ауылдаштарҙың исем-шәрифтәрен уҡый, уларҙың рухына арнап доғалар ҡыла, йыһанды тыңлай. Мәрхүмдәр йыһанын гиҙгән лирик героиня башҡорт әҙиптәре, әҙибәләре ҡорона барып юлыға; был – матурлыҡ, камиллыҡ, гармония хөкөм һөргән Йыһан. Шул рәүешле, хаж ҡылыу – азатлыҡ һөйөүсе халыҡтың мәңге тере хәтеренә сәфәр, уның матур күңеленә баш эйеү, рухты нығытыу һәм сафландырыу.
Шағирәнең Йыһаны – түңәрәк, камил донъя, ләкин ул хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡалған донъя түгел. Тыуым менән үлем, изгелек менән яуызлыҡ араларында Кеше үҙ яҙмышын күтәреп бара. Шағирәнең күңел яралары, йән ғазаптары, юлы-сәфәре, борма-борма һуҡмаҡтары шулар араһында булыр. Уның аҙымдары йылдар йөгөнән йә һәлмәкләнә, йә ауырая, йә етеҙләнә. Ғөмүмән, юл, сәфәр, сәйәхәт мотивтарының Рәшиҙә Шәмсетдинова ижадында ҙур ғына урын биләүе лирик геройҙың йыһандағы хәҡиҡәт нурҙары, ҡояш яҡтылығы, күңел сафлығы артынан ынтылыштарынан тәбиғи үрелеп сыға. “Йыһанға хаж” поэмаһының сюжет ебен барлыҡҡа килтереүсе төп мотив – юл мотивы. Тағы ла күп кенә шиғырҙарҙа поэтик фекер тап шуның менән бәйле. Бына юл сатында асфальт ергә ҡуша иҙелгән күгәрсен һыны күҙ алдына баҫа, бында тарих тәгәрмәсе алдында торған халыҡ яҙмышы менән параллель үткәрелә (“Күгәрсен”).
Рәшиҙә Шәмсетдинова – үҙенең поэтик Йыһаны эсендә өҙлөкһөҙ сәфәрҙә. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, тетрәнеүҙәр – уның юлдашы. Кешелек донъяһындағы тыуым менән үлем араһында, яҡшы менән яман араһында туҡтауһыҙ хәрәкәтте һиҙгер тойғаны, ҡайнар йөрәге аша үткәргәне өсөн дә шағирә булыр уның исеме.
“Нисә йылға бер юл шиғыр яҙҙым…”
Ғ. Кәлимуллина.
Ике йылға ике шиғыр яҙҙым,
Ике шиғыр ғына ни бары,
Яҙмышыма килеп кермәһә лә
Аҡман-тоҡмандарҙың аһ-зары.
Ике шиғыр…
Оят булып китә
Алдарымда ятҡан ҡәләмдән.
Ул бит миңә үҙе килеп керҙе
Ҡасып уйһыҙ, моңһоҙ әҙәмдән.
Шиғыр яҙам тиһәм, атам-әсәм,
Яҡындарым килә ҡунаҡҡа.
Инде яҙам тиһәм, балам сирләй,
Һырҙар ята маңлай юлаҡлап.
Таң атҡанда, шәфәҡ батҡанда ла
Аяҡ-ҡулым бәйле эш менән.
Илһам-Аҡбуҙ өркөп ҡаса мәллә
Мәшәҡәтле, тилбер кешенән.
Шиғырҙарым, ахыры, икмәк булып
Табаларҙа бешә ҡабарып.
Ҡыҙҙарымда толом булып үҫә,
Киҫмәгеҙсе, тиеп ялбарып.
Ике шиғыр…
Аҫыл шиғырҙарҙы
Яҙам тим дә, тағы туҡталам.
Аҫылдар бит ерҙә аунап ятмай,
Аҫыл эҙләп күккә уҡталам.
Күктәр серле!
Күктәр семәр-семәр!
Ерһенәм дә, ҡайтам йыр ҡайып.
“Аһ” иттерер шиғырҙарым булып,
Ике ҡыҙым булып йылмайып.Дефо Инглиз яҙыусыһы Д. Дефо
шундай ярлы булған.
Һуҡыр бер тин юҡ кеҫәмдә,
Дефо кеүек ярлымын.
Мин ҡайнар йәй түгел инде,
Мин боҙломон, ҡарлымын.
Боҙҙар ялай йөрәгемде,
Шарҡылдап көлә елдәр.
Яһил бейем кеүек төндәр,
Бәхәс ҡорорға телдәр.
Бирешергә иҫәбем юҡ,
Дефо ла бирешмәгән.
Минме ебеп төшөр ҡатын,
Мораҙға ирешмәгән?!
Бөттө ауа-түнә йәшәү,
Тороп баҫам аяҡҡа.
Иҙелгә лә таянмамын,
Таянмамын таяҡҡа.
Йырҙан ауыр күтәрәмен,
Тау үре – артылғаным.
Икәү бирешмәҫбеҙ, тиеп
Ҡосаҡлай сал ҡылғаным.
***
Ағайҙарым бала саҡта ерҙе
Уйнай ине бүлеп.
Тарих китабында бер аяҡта
Торған ҡарттан көлөп.
Бутанымы әллә ҡиблаларҙы
Бөгөн ғибрәт, шайтан,
Гөл ултыртам тиеп магазиндан
Тупраҡ алып ҡайтам.Йән рәхәтеЙән рәхәте тыуған яҡта,
Бөтә нәмә һағынылған.
Оҙон ҡышта ҡайталмағас,
Бурандарға һарынылған.
Йән рәхәте тыуған яҡта,
Кесерткәндәр хатта һылыу.
Серекәйҙәр туй саҡырғас,
Ҡунаҡ килгән ырыу-ырыу.
Ҡуҙғалағы тел сығарып,
Эй үсекләй ҡаҡыларым.
Тәгәрәйем болондарҙа,
Беләм ерҙең ҡатыларын.
Ҡымыҙ, буҙа эсеп түгел,
Иҫерәйем һауа еҫкәп.
Һине шундай яратам тип,
Бер бал ҡорто китте тешләп.
Тешләй, тием.
Юҡ та!
Һурып,
Һурып мине алды үбеп.
Һағыҙаҡтар көнләшеүҙән
Китте уны әрләп, һүгеп.Бер-беребеҙ әгәр табалмаһаҡ...Хаҡлыҡтарым!
Ҡайҙа аҙаштым һуң?
Табалмайым әллә ниңә юлды?
Ҡанаттарым ғына булығыҙсы,
Күрһәтегеҙ, зинһар, уңды-һулды?!
Ҡылған изгелегем!
Ҡайһы яҡта
Йоҡлап ятаһыңдыр кире ҡайтмай?
Минең әле һынау тотҡан мәлем.
Ауыр саҡта дуҫтар дуҫты һатмай.Сафлыҡтарым! Ҡар бөртөгө булып,
Яуығыҙсы ҡара ер өҫтөнә.
Битлектәрен һалһын һәммәһе лә,
Һәр береһе инһен үҙ төҫөнә.
Үҙемдә мин үҙем табайымсы,
Һиндә һине эҙләп интекмәйем.
Бер-беребеҙ әгәр табалмаһаҡ,
Боҙҙар булып туңып, кителәйем.
СәңгелдәгемАптырайым, ни хәл һарыларға
Һабышмайса иҫән ҡалғанмын?!
Һағышымды, ахыры, Рәүҙәгемдең
Тулҡынына илтеп һалғанмын.
Ҡанатына наҙлап алған бит ул,
Йыуатыусы хас та әсәйем.
Таштарына ятып йомшаҡ һыуын
Туйғансы бер услап эсәйем.
Беләҙеген бүләк итә талдар,
Кәңәш бирә ғорур тирәктәр.
Өгөттәрен бетеү итеп алам,
Инселәнгән хәҙер һирәктер.
Ҡарт еректәр йомшаҡ күңеллеләр,
Йәш ҡоялыр йәшел күҙенән.
Аҡылымды гелән теҙген итәм –
Һис сыҡмайым оло һүҙенән.
Селтербейем сәңгелдәген аҫа,
Һиҙеп кейекһегән сағымды.
Хәлдәремде һипләп, имләп торған
Иҫәкәйем – ғәзиз яғымдыр!