Ҡурай моңо һәр төбәктә ишетелһен17.03.2017
“Ҡурай байрамы” Рәсәй төбәктәре буйлап уҙыуын дауам итә. Мартта Башҡортостандың ижади делегацияһын Пермь крайы, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләре ҡабул итә. 23 мартта фестиваль Пермь крайының Барҙа ауылында, 24 мартта — Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ауылында, 25 мартта — Ҡурған ҡалаһында, 26-һында иһә Шадринск ҡалаһында үтә.
Төмән өлкәһендә сара 28-29 мартта уҙғарыла. Байрам Свердловск өлкәһендә тамамлана. 30 мартта сараға — Түбәнге Тубылда, 31 мартта Екатеринбургта көтәләр.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты байрам нигеҙендә башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, уны үҫтереү мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрергә ниәтләй. Унда тарихсыларҙы, этнографтарҙы, генеалогия өлкәһендәге белгестәрҙе йәлеп итеү ҡарала. Шулай уҡ урындағы башҡорттар ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы ойоштороласаҡ.
Ошо уҡ майҙансыҡта “Башҡортостан” киностудияһы фильмдарын күрһәтеү күҙаллана. Тамашасылар “Әсе бал”, “Күңел йыры”, “Тере шишмә” документаль фильмдарын һәм “Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән?” анимациялы картинаһын ҡарай аласаҡ.
“Ҡурай байрамы” ҙур концерт менән тамамлана. Унда Башҡортостандың халыҡ артистары Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе Марсель Ҡотоев, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Башҡортостандың милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры сығыш яһаясаҡ.
Проекттың ойоштороусылары — республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.