Хәйер, әбйәлилдәрҙең кино төшөрөүе хаҡында гәзиттә яҙып сыҡҡайныҡ инде.
Байым ауылы егете Айгиз Ғабдуллиндың “Алмабикә” фильмы кино һөйөүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йәмле йәйҙә ул “Мораҙым хан” исемле ҡыҫҡа метражлы фильмын өс көндә төшөрөп, ике көндә монтажлап та ҡуя.
Күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың “Ҡара яу” исемле әҫәре буйынса сценарийҙы Радик Өмөтҡужин менән режиссер үҙе яҙа. Ваҡиғалар алыҫ 1380 йылдарға барып тоташа. Башҡорттарҙы яуға күтәреү ниәте менән Мораҙым хан сәфәр сыҡҡанда, бер йәйләүҙә үҙенең йәшлек мөхәббәте Зөлхизәне осрата. Фильмды Буранғол янында төшөрөү ҙә юҡҡа түгел, сөнки тап ошо ауыл янындағы Мораҙым туғайлығы әлеге ваҡиғаларҙың шаһиты булған, ти кино төшөрөүселәр. Төп ролдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Гөлнара менән Илсур Ҡаҙаҡбаевтар башҡара. Альбина Шәмсетдинованың “Башҡорт егетенә” исемле йыры фильм дауамында эйәрә бара. Шул осорға яраҡлаштырып, үҙенсәлекле кейемдәрҙе Туйыш ауылы оҫтабикәһе Сулпан Заһретдинова тегә. Ғөмүмән, Айгиз Ғабдуллин сираттағы киноһын төшөрөргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтле. Бигерәк тә ҡустыһы Илгиз — уның иң ҙур ярҙамсыһы. Байымда йәшәп, үҙ мөмкинлектәренән сығып, башҡорт кино сәнғәтенә яңы бит өҫтәгән, халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен милләтебеҙгә еткереүҙә, халыҡтың үҙаңын уятыуҙа үҙ өлөшөн индергән һәм барыһын да бушлай эшләргә мәжбүр булған йәш режиссерға ҡасан тейешле ярҙам күрһәтелер тигән һорау борсой. Ә егеттең уй-ниәттәре ҙур, теләге көслө, тик... аҡса ғына юҡ.
Кәримә Усманова