Китапты бейеп күрһәтегеҙ10.03.2017
Башҡортостанда “Китапты бейеп күрһәтәбеҙ” асыҡ республика конкурсы иғлан ителде. Бәйгелә ҡатнашыусылар “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы, Михаил Булгаковтың “Мастер һәм Маргарита” романы (баҫманың 50 йыллығына) һәм Шарль Перроның “Итекле бесәй” әкиәте сюжеттары буйынса бейеү әҙерләп күрһәтергә тейеш.
Конкурс республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары ижади бейеү коллективтары, гимназиялар һәм лицейҙар, Башҡортостан­дың ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәптәре һәм ЮНЕСКО дуҫтары клубтары, мәҙәниәт һарайҙары, студиялар һәм китапханалар ара­һында уҙғарыла. Бәйгелә яңғыҙ башҡарыусылар, бейеү дуэттары, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр һәм ҡатнаш хореография төркөмдәре һәм коллективтары ҡатнаша ала.
15 апрелгә ҡәҙәр ситтән тороп тур ойошторола, 29 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының тамашалар залында бәйгенең төп этабы уҙа. Конкурс Халыҡ-ара китап һәм автор хоҡуғы көнөнә (23 апрелдә) арнала һәм рес­публиканың Мәҙәниәт ми­нистрлығы ярҙамында Баш­ҡор­тостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлек­тә Әхмәтзәки Вәлиди исе­мендәге милли китапхана тарафынан уҙғарыла.


Вернуться назад