Композитор иҫтәлегенә10.03.2017
Композитор иҫтәлегенә Өфөләге Республика һуҡырҙар китапхана­һында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә мемориаль күргәҙмә булдырылды. Уның тыуыуына 60 йыл тулған көндә Башҡортостанда компо­зиторҙы иҫкә алыу саралары ойошторолдо.
Бында үҙе уйнаған пианино, “Ай тотолған төндә” операһына Брайль шрифты менән тултырған нота дәф­тәр­ҙәре, Вера Фролованың майлы буяу менән яһалған тәүге портреты ҡуйылған. Композитор тураһында китаптар күргәҙмәһе асылған. Интернетта һәм китапхананың сайтында “Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә” тигән мемориаль виртуаль китап күргәҙмәһе бар.

– Ул бөтә ижади ғүмере буйына, һуңғы көнөнә тиклем әүҙем уҡыусыбыҙ һәм китапхананың дуҫы булды. Классик әҫәрҙәрҙе, йәш шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡырға яратты, балалар өсөн мәктәп программаһында ҡаралған китаптар ала ине. Китапханасылар уға уҡыу материалдарын ҡысҡырып уҡый торғайны. Танылыу яулағас, уҡыусылар өсөн бында уның ижад кисәләре ойошторолдо. Йырҙары, симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәре тауышлы вариантта нәшер ителгән, – тип һөйләнеләр һуҡырҙар китапха­на­һын­да.
2003 йылда китапхана һуҡыр компози­торҙың ижадына арналған “Күтәрелеш” тигән тәүге электрон китап баҫтырып сығарҙы. Ә уның 50 йәшлек юбилейына “Маэстро-50” электрон тулы текслы биобиблиографик күрһәткес донъя күрҙе. Уҡыусы һәм композиторҙың 55 йәшлек юбилейы уңайынан китапханала “Һынмаған нота” күрһәткесе нәшер ителде. 2013 йылда Брайль шрифтында һәм тауышлы форматта С. Низамет­диновтың Виктория Симонова менән бергә яҙылған “Салауат. Асыҡтан-асыҡ һөйләү” исемле хәтирәләр китабы донъя күрҙе.


Вернуться назад