#Шиғри_биҙәктәр
Бесән сабамЫсыҡ кисеп иртә таңдан тороп,
Бесән сабам йәшел болонда.
Ағайҙарым, ҡустыларым бергә,
Үткер салғым уйнай ҡулымда.
Ҡояш ҡалҡа, ҡоштар моңло һайрай,
Салғы йырлай көслө ҡулдарҙа.
Әсәкәйем усаҡ эргәһендә
Аш әҙерләй ғәзиз улдарға.
Бесән сабам…
Матур күбәләктәр
Сәскәләрҙең һутын эсәләр,
Һикерәңләп, йәшел сиңерткәләр
Сабынлыҡтың иңен үлсәйҙәр.
Бесән сабам.
Ҡырҡҡан сәскәләрҙең
Саф һуттары тейә салғыма,
Әйтерһең дә, сәскә әллә илап,
Килеп ята кеүек алдыма.
Салғым йырлай, бесән сабам көйләп,
Мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләп.
Үләндәрҙән ҡалыр орлоҡ, тамыр –
Тәбиғәтте йәшә ҡәҙерләп.
Ғәзиз еремЙырлайым мин моңло йырҙарымды
Тыуып үҫкән илем турында,
Уралымдың иркен туғайҙары,
Ғәзиз Иҙел минең уйымда.
Ғорур Урал, бейек ҡаяларың
Иҫкән елгә йырлай наҙланып.
Үҫкән үлән, ап-аҡ ҡайындарың,
Һандуғастар һайрай моңланып.
Атҡан таңың, төшкән томандарың
Ҡабатланмаҫ нурлы күҙҙәрҙә.
Аҡҡан һыуҙар – уҙған яҙмыштарҙа,
Кире ҡайтмаҫ әйткән һүҙҙәр ҙә.
Тыуған яғым, йөрәк тамырҙарын
Һағындырып моңға күмәһең,
Йәшен уйнап, йәйғор ҡабынһа ла,
Һинән ғәзиз ерҙе күрмәнем!
Дуҫлыҡ йырыЙәйғор тыуа ҡояш нурынан,
Дуҫлыҡ хисе – тоғро йырынан.
Йәйғор матур төрлө төҫтәрҙә,
Дуҫлыҡ йәшәй меңәр телдәрҙә.
Хоҙай биргән ғәзиз ғүмерҙе,
Һөйөп йәшә тыуған ереңде,
Онотма һин туған телеңде,
Батыры бул бөйөк илеңдең.
Дуҫлыҡ йәшәй йөрәк түрендә,
Күршең инһә, ултырт түреңә.
Йөрәгеңдән сыҡҡан тойғонан
Дуҫлыҡ йыры йәшәр мәңгегә.
Дуҫ булайыҡ изге был ерҙә,
Яуызлыҡты еңһен кешеләр,
Һәр беребеҙ – әҙәм балаһы,
Дуҫ булайыҡ мәңге-мәңгегә.
ИҙелкәйемСылтырап-сылтырап аға Иҙелкәйем:
Нурҙар уйнай көмөш һыуыңда,
Һандуғастар һайрай талдарыңда,
Бөркөт ҡунған бейек ҡаяңа.
Сылтырап-сылтырап аға Иҙелкәйем:
Ялтыр балыҡ уйнай һикереп.
Ысыҡ кисеп иртән туғайыңда
Бесән саба халҡым тырышып.
Сылтырап-сылтырап аға Иҙелкәйем:
Матур ҙа һуң ғорур ярҙарың!
Һалҡын шишмәң, алһыу сәскәләрең,
Томан яуған сихри таңдарың!
Сылтырап-сылтырап аға Иҙелкәйем:
Һоҡланып та һиңә кем туйған?
Йыһандарҙа булған бөтә мөхәббәт тә
Ап-аҡ һыуҙарыңда яралған!
Сылтырап-сылтырап аға Иҙелкәйем:
Мәңге аҡ һин, йылғам, ҡоромай!
Иҙелкәйем булһа, халҡым булыр,
Телем ҡалыр мәңге юғалмай,
Сылтырап-сылтырап аға Иҙелкәйем!
Иртә таңдаИртә таңда ебәк аҡ томандар
Ҡандракүлде наҙлап йөҙәләр,
Яр буйында үлән-сәскәләрҙе
Ҡосоп алып, һурып үбәләр.
Иртә таңда ысыҡ тамсылары
Нурҙа балҡып ләстит һаталар.
Айлы төндә мин дә томан инем…
Күк болоттар йәшен аталар.
Иртә таңда сағыу күбәләктәр
Йоҡо сүлмәгенән сығалмай.
Бал ҡорттары еңен һыҙғанышып,
Һуттар йыя, эшһеҙ торалмай.
Иртә таңдан эшен башлай һала
Таянысы илдең – эшһөйәр.
Эш булғанда, аш та булыр ул,
Тыныс булһын донъя, эй, Хоҙай!
Йондоҙҙар бүләк итәмАйлы кистең көмөш нурҙарында
Алыҫтарҙа балҡый йондоҙҙар,
Иҙелкәйҙең нескә томанында
Наҙланалар парлы аҡҡоштар.
Айлы кистең көмөш нурҙарында
Урал тауы батҡан уйҙарға,
Сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙарына
Йондоҙ төшкән көлөп уйнарға.
Айлы кистең көмөш нурҙарында
Йөрәккәйем һөйөп ашҡына,
Йондоҙҙарҙы йыйып йыһандарҙан
Бүләк итәм һиңә, ал ғына.
Яратыуҙың гонаһы юҡЯратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ:
Хоҙай бирә һөйөү нурҙарын.
Яратыуһыҙ кеше донъяһы юҡ,
Яңғыҙ үтмә йәшәү юлдарын.
Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ,
Саф күңелгә донъя шатлана.
Яратыуһыҙ йырҙың моңдары юҡ,
Мөхәббәттән донъя башлана.
Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ,
Ҡайнар хистән донъя яралған,
Яратыуһыҙ һыуҙар тәмһеҙләнә,
Бар Йыһанға был хис таралған.
Яратыуҙың бер ҙә гонаһы юҡ,
Яратыу – ул илдең терәге,
Яратышып ерҙә ғүмер итеү –
Һәр кешенең изге теләге.