Рухиәт байрамына саҡырабыҙ31.03.2012
“Ер һатылһа, хәләл икмәгебеҙ
Мансыласаҡ ағыу-зәһәргә,
Зыяраттар бәрер бәддоғаһын,
Сәңгелдәктә сабый ҡәһәрләр...” —
тип әрнеп яҙа “Баҙар балтаһы” поэмаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Шағирҙың һәр һүҙе киләсәкте хәстәрләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе юғалтмауға, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫты һаҡлауға өндәү булып тора. Шуғалыр ҙа уның әҫәрҙәрен яратып уҡыйҙар, ә инде Рауил Төхвәт улы ҡатнашлығындағы әҙәби-мәҙәни саралар күркәм тамашаға әүерелә.
Республикабыҙҙың “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге 2 апрелдә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының Ҙур залында халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижад кисәһен үткәрә. Унда күренекле әҙиптәр, танылған сәхнә оҫталары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ 2012 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ойоштороласаҡ. Тамаша киске сәғәт 7-лә башлана.
Рухиәт байрамынан ситтә ҡалмағыҙ!
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад