Баймаҡ скульпторы08.03.2017
Баймаҡ скульпторыАйыуҙар ҙа, бүреләр ҙә бар бында.
– Илек тә, айыу ҙа балсыҡтан эшләнгәнме ни? Өйрәк, төлкө, тейен, бүреләр ҙәме? Ә нисек яһайһығыҙ уларҙы? Кемдең ҡулы шундай оҫта?
– “Айыуҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ләлә Ишбулды ҡыҙының ижады улар.
– Һатмаймы икән? Алыр инек...
– Ләлә Ишбулды ҡыҙы менән үҙегеҙ һөйләшеп ҡарағыҙ...

Район кимәлендә уҙған төрлө сараларҙа, мәғариф кәңәшмә­ләрендә ойошторолған күргәҙмә­ләрҙең береһендә балсыҡтан сынъяһау итеп эшләнгән хайуан­дарҙы тотоп ҡарап һоҡланған кешеләргә тап булдым. Беҙ, хә­бәр­селәр, ундай ҡыҙыҡлы мәғлү­мәтте йәһәт кенә эләкте­реп алырға әҙер бит инде. Шунлыҡ­тан улар эргәһенән тыныс ҡына үтеп китә алманым. Ләлә Ма­ликованың үҙен күреп, был шөғөлө тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Ул төрлө йәнлектәр, хайуан­дарҙың һынын тәүҙә ҡарҙан, боҙҙан эшләп ҡарай. Килеп сыға кеүек тойола. Был хаҡта баш­ҡалар ҙа үҙ фекерҙәрен белдерә. Ул тағы ла дәртләнеп эшкә тотона. Һуңынан балалар баҡсаһы биләмәһендә лә боҙ һындар барлыҡҡа килә. Ирәндек тауы ҡалҡып сыға, ундағы йәнлектәр ҙә таш һын булып ҡата. Былар­ҙың барыһын да бәләкәстәр ҡыуанып ҡабул итә.
– Балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Иманғолова “балсыҡтан да эшләп ҡарағыҙ әле” тип тәҡ­дим индерҙе, – тине Ләлә апай. – Уйлай торғас, эшкә тотондом. Тәүҙә Һаҡмар йылғаһы буйынан балсыҡ алып ҡайттым. Интернет аша бал­сыҡтан һындар яһау техноло­гияһын өйрәндем. Иң беренсе булып илекте эшләп ҡараным. Килеп сыға кеүек. Шунан башланды инде.
Ләлә Маликова эше тура­һында шулай еңел генә һөйләһә лә, һындарҙы нисә тапҡыр башлап, кире емереп, һуңынан ҡайтанан балсыҡҡа тотоноуын үҙе генә белә. Балсыҡ балсыҡ инде. Эшләнгән һындар кибеү менән ярыла башлай. Уларҙы ҡайтанан һылап киптерергә кәрәк. Төҫтәр һайлап уларҙы килешле генә итеп буярға ла кәрәк бит әле. Ҡыҫҡаһы, балсыҡтан һындар эшләү түҙемлек, оҫталыҡ талап итеүе сер түгел. Уға тик сабыр, тыныс холоҡло кешеләр генә йөрьәт итәлер, моғайын.
Ләлә Ишбулды ҡыҙының яратып башҡарған был шөғөлө “Баш­ҡортостан хайуандары” проектын башларға мөмкинлек бирә. Тын­ғыһыҙ тәрбиәсе балаларҙы Бай­маҡтың хозур тәбиғәте, йән­лектәре, хайуандары менән та­ныштырыуҙы, улар араһында бәйләнеш бул­дырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Тағы ла шуныһы, оҫтаның был эше үҙе ҡарама­ғындағы төркөм балалары өсөн генә түгел, ә баҡсалағы бөтә тәр­биәләнеү­селәргә лә тәҡдим ите­лә. Улар төрлө дәрестәрҙә, күнек­мәләрҙә файҙаланыла. Ләлә Маликованың ҡул эштәре, ижад емештәре бөгөн балалар баҡса­һының йәшел зонаһында урын алған. “Һатырға уйламайһы­ғыҙ­мы?” – тигән һора­уыма ла ул: “Юҡ. Балалар өсөн эшләнгән әйбер­ҙәремде ни өсөн һатырға ти, юҡ”, – тип ҡырҡа ғына яуап бирҙе.
Ләлә Ишбулды ҡыҙының 38 йыл педагогик стажы бар. Шуның 13 йы­лы – “Айыуҡай” балалар баҡса­һында тәрбиәсе булараҡ тупланған тынғыһыҙ хеҙмәт юлы. Ул даими төрлө яҡлап камиллашыу юлдарын эҙләй, туҡтауһыҙ үҫеш юлдары өҫтөндә эшләй. Былтыр үҙенең тәрбиәләнеү­селәре менән “Балалар күҙле­генән йыһан” республика конкурсында ҡатнаша һәм диплом ме­нән бүләкләнә. Балалар баҡса­һынан тәҡдим ителгән проект етәксеһе булараҡ, конкурсҡа балалар менән берлектә пластилиндан космонавт эшләп тәҡдим итә.
Бөгөн “Баймаҡ скульпторы” исемен алған тынғыһыҙ тәрбиәсе балсыҡтан кеше һындары эшләү­гә тотонған. Киләһе күргәҙ­мәләр­ҙә улар мотлаҡ айырым урын биләр тип ышанғы килә.


Вернуться назад