Һалмышев йоҡоһонан уянғанда, иртәнге сәғәт ун тулып килә ине. Баш сатнап ауырта, ҡом тултырып ҡуйғандар тиерһең. Кисә эштән һуң дуҫтары менән мул ғына “төшөргәне” яйлап күҙ алдына килде. Барыһы ла томан артындағы кеүек. Дуҫтары Похмеляев, Төҙәтбашев менән табынды араҡынан башлап, аҙаҡ уны көмөшкә, әсе бал һәм тағы ла әллә ниндәй эсемлектәр менән тамамланылар. Һалмышев, иптәштәренән айырылғас, өйөнә нисек ҡайтып еткәнен бөтөнләй хәтерләмәй.
Ә хәле мөшкөл бөгөн. Башты нисек төҙәтергә? Нисек әҙәм булырға? Шул ваҡытта ҡылт итеп күптәнге танышы Айныҡбашев иҫенә килеп төштө. Хатта күңеле күтәрелгәндәй булды. Ҡасандыр улар төҙөлөштә бергә эшләп алғайны. Күптән түгел генә бер осрашҡанда Айныҡбашевтың: “Өс бүлмәле фатирға күстек, килеп сығығыҙ”, — тип саҡырғаны ла хәтерҙә.
Һалмышев, күп уйлап торманы, ҙур өмөт бағлап, танышына ашыҡты. Бәхетенә күрә, уныһы өйҙә ине. Һөйләшә-һөйләшә бер аҙ ваҡыт телевизор ҡарап ултырҙылар, ләкин ҡунаҡтың күңеле бөтөнләй башҡа нәмәлә: баш әйләнә, күҙ алдары әлйе-мәлйе килеп тора. Уның хәлен аңлағандай, хужа өҫтәлгә ҡырлы стакан килтереп ҡуйҙы. Һалмышевтың эсенә йылы инде. Хужа стакандарға кефир ҡойоп ҡунаҡҡа тотторғас, һуңғы өмөт тә селпәрәмә килде. Ирҙәр стакандарҙы сәкәштереп бушатып ҡуйҙы. Моғайын, ябай кефир түгелдер, затлы эсемлек ҡушылғандыр, тип уйланы Һалмышев. Юғиһә Айныҡбашев тиклем Айныҡбашев юҡҡа былай стакандарҙы сәкәштереп ауыҙ һыуын ҡоротоп, маҡтап ултырмаҫ ине.
— Вәт, исмаһам, зәһәр дарыу, эсергә лә еңел, һуңынан башты ла ауырттырмай, кәйефте лә күтәрә, — тигән була. — Мин бер ваҡыт Железноводскиҙа ял иткәндә, “Кавказская здравница” гәзитендә кефир тураһындағы мәҡәләне уҡып аптырашта ҡалғайным. Унда кефирҙың килеп сығышы тураһында яҙылғайны. Милләттәштәребеҙ уйлап тапҡан икән уны. Исеме лә “кәйеф” тигән һүҙҙән алынған. Урыҫтар, йәһәт кенә уны үҙ телдәренә яйлаштырып, кефир тип йөрөтә башлаған.
Ләкин Һалмышевтың хәле маҡтаулы эсемлекте ауыҙ итеүҙән һуң да һис яҡшырманы. Шулай ҙа танышының белдеклелегенә бөтөнләй үк өмөтөн өҙмәне. Ни тиһәң дә, дуҫ кеше баш төҙәтеүҙең рәтен белә.
Хужа ысынлап та: “Тағын берәрҙе төшөрәбеҙме?” — тип стакандарҙы йәнә зәһәр дарыу менән тултырҙы.
Һалмышевтың сабырлығы һуңғы сиккә етте, ҡапыл ғына тороп ишек яғына йүнәлде.
— Әллә тағы берәрҙе ебәрәбеҙме, тим? — Хужа мөлдөрәмә тулы стаканды танышына һуҙҙы. Ҡунаҡ, түҙемлеген йыйып, асыу-ярһыу менән затлы эсемлекте тартып алмаҡсы булғайны ла ҡалтыраған ҡулдарға яҙа эләккән стакан иҙәнгә төшөп ватылды.
Дуҫы төртмә теллелеген ташламаны: “Ҡара әле, килеп ингәндә бына тигән кеше инең, эсеп алғас, холҡоң ҡайһылай боҙолдо”, — тип көлөмһөрәне.
Кәйефте күтәреүсе эсемлектең файҙалы булыуына, зәһәр дарыуҙың килешеүенә нисек ышанмайһың, ана шул хәлдән һуң Һалмышевтың “һалғаны”ла, араҡы магазинына аяҡ баҫҡаны ла юҡ, тиҙәр.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ.
Дүртөйлө ҡалаһы.