Күгәрсендәр йырын тыңлайыҡ!03.03.2017
Башҡорт әҙәбиәте киңлегендә ныҡлы урын алған йәш автор Алмас Шаммастың “Өй түбәмдә күгәрсендәр” исемле китабы донъя күрҙе. Яңыраҡ Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала йыйынтыҡтың исем туйы үтте. Сараға яҙыусылар, авторҙың ижадташ дуҫтары һәм коллегалары килгән ине.
Шағир һәм журналист Алмас Шаммас күптәребеҙгә студент йылдарында уҡ донъя күргән “Әсәй ғүмер бүләк итте” һәм “Яңынан тыуыу” исемле китаптар авторы булараҡ таныш. “Өй түбәмдә күгәрсендәр” – шағирҙың өсөнсө китабы. “Нуры ҡулда ҡояшым­дың – киләсәктең”, – ти Алмас Шаммас шиғри телдә һынланыш алған ижади ынйылары хаҡында. Йыйынтыҡта авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән романтик рухлы, тормош ысынбарлығын сағылдырған, юғары хис-тойғолар, күңел ҡылдарын сирткән йөкмәткеле шиғырҙары урын алған. “Замандаш трагедияһы” исемле үҙенсәлекле поэмаһында шағир яңы осорҙоң киҫкен проблемаларын асып һала, яңы герой образын тыуҙырыуға ынтылыш яһай. Тотош быуаттың бер арауығын сағылдырған был әҫәрҙең үҙәгендә – фәлсәфәүи һорауҙар, заман сәйәсәте, әхлаҡ мәсьәләләре. Йыйынтыҡтағы илһам табыштары тормоштоң мәңгелек тормош төшөн­сәләренә, кешелек ҡиммәттәренә ҡағылып, дуҫлыҡ, мөхәббәт, ғәҙеллек, батырлыҡ һәм башҡалар хаҡында уйланырға саҡыра.
Күңелдең нескә ҡылдарын сиртер моңдо ишетергә теләһәгеҙ, Алмас Шаммастың “Өй түбәмдә күгәрсендәр” шиғри йыйынтығы һеҙҙең өсөн.


Вернуться назад