Һөйөнсө, шиғриәт һөйөүселәр, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә шағир Хәсән Назарҙың өр-яңы китабы донъя күрҙе. Китап “Рухыбыҙ шоңҡарҙары” тигән шиғыр менән асыла. Ул әҙип үҙенең остаздары тип һанаған Ш. Бабичҡа, Р. Ғариповҡа арналған:
Бабичтан Рәмигә ҡәҙәр Бер аҙым – етһә йөрьәт.
Ә ниндәй аҙым! Үтелә
Шиғырҙа типһә йөрәк.
Бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләүсе шағирҙарыбыҙҙан Башҡортостан Республикаһының С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығында 1960 – 2016 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған.
Уйы тәрән, рухы юғары шағирҙың әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфәүи ҡараш менән һуғарылған, заман заңына сорналған.
Йыйынтыҡта шағирҙың рухына тап килгән тәржемәләр ҙә урын алған: А. Пушкин, Р. Ғамзатов, М. Лермонтов, У. Шекспир, А. Твардовcкийҙың һәм башҡа классиктарҙың шиғри әҫәрҙәре.
Китапта шулай уҡ Рәми Ғариповтың, Назар Нәжмиҙең, Рауил Бикбаевтың әҙиптең йыйынтыҡтарына рецензиялары ла бирелгән. “Һайланма әҫәрҙәр”ҙең күләме – 25 баҫма табаҡ. Йыйынтыҡ бәҫле итеп зауыҡ менән сығарылған.