Дуҫым да, райондашым да түгел ул. Яҙа-йоҙа таныш инде шунда. Бер шулай бахмурҙан үлә яҙып йөрөгәнендә, һорап торғас, күпмелер аҡса биргәйнем, шунан бирле, кәрәге төшһә, минең янға елдереп килә лә етә. Аҡса юғыраҡ бит әле, тиһәң, әтеү 50 һум булһа ла бир инде, тип күҙгә мөлдөрәп баға. Шуныһы ғәжәп: килгән һайын эшкә урынлашырға йөрөгән була.
— Бына әле генә фәлән ерҙә эш белештем. Иртәгә килергә ҡуштылар. Кире бирәм.
Үҙен ҡарарға ла ваҡыты ҡалмаған был әҙәмде урамда ла йыш осратам.
Көндәрҙең береһендә Туҡай урамында йәнә күҙгә салынды был. Күреп ҡалмаҫ элек тип йәһәт кенә йорттар араһына инеп китергә уйлағайным да, барыбер шәйләп өлгөрҙө лә:
— Сәләм! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
— Сәләм...
Осрашҡас, өндәшмәй булмай бит инде.
— Хәлдәр нисек, ҡайҙа китеп бараһың? — тим.
— Мәсеткә, — тине был, ауыҙындағы ике-өс тешен күрһәтеп. — Мин хәҙер эсмәйем бит.
Бер нисә көндән ашханала иңемә йомшаҡ ҡына итеп ҡағылғанға ҡараһам, бер әҙәм тора. Таныш та һымаҡ. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Үҙенән әллә ниндәй еҫ килә. Уй, Алла!
— Ҡайҙа, бер илле тәңкә биреп тор әле, — тигәс кенә төҫмөрләй ҡуйҙым.
Теге ваҡыт мәсеткә китеп барған танышым ине ул.
Венер ИСХАҠОВ.