Бала күңелендә уйылып ҡалған ҡот осҡос ер тетрәүе Рәшиҙәнең тормошон башкөлләй үҙгәртеүгә килтерер тип кем уйлаған. 1966 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында була был хәл. Тулыһынса емереклеккә әйләнгән ҡалала нисек иҫән ҡалғандарҙыр. Аллаһ Тәғәләнең илаһи ҡөҙрәте һаҡлағандыр. Рәшиҙәнең күңелендәге тылсымлы көс тә ярҙам иткәндер...Әсәһенең тыуған ере – Башҡортостан һыйындыра уларҙы. Мәктәптә уҡыу йылдары ла артта ҡала, һуңынан Рәшиҙә Бикмәтованың хеҙмәт юлы “Кировец” заводында башланып китә. Рим Әхмәдов ойоштороп, үҙе етәкселек иткән “Истоки” әҙәби берекмәһенә йөрөп, тәүге тапҡыр ҡәләм һынап ҡарауы ла хәтерҙә. Ул саҡта әҙәбиәткә ынтылыш ябай ҡыҙыҡһыныуҙан уҙмағандыр ҙа һымаҡ. Тора-бара ҡыҙҙың ҡәләме тилберерәк тирбәлә башлай. Һуңыраҡ бер-бер артлы китаптары ла баҫылып сыға.
Рәшиҙә Бикмәтова (Рәшиҙә Бик) балалар өсөн ижад итә. Шиғырҙарында – беҙҙе уратып алған донъя. Гүзәл тәбиғәте, йәнлек-ҡоштары менән ҡыҙыҡһыныусан малай-ҡыҙҙарҙың тормошо төрлө яҡлап яҡтыртыла уларҙа. Ябай ғына күренгән шиғри деталдәр менән тормошсан образдар тыуҙырыла. Кескәйҙәргә донъяны танып-белеүҙә оло ярҙам итә шиғырҙар. Еңел генә ятлап алынмалы, тос фекерле ҡыҫҡа ғына шиғырҙар балалар психологияһын белеп ижад ителгәнгә күрә уҡымлы, еңел аңлашыла.
Һуңғы йылдарҙа шағирә күләмле әҫәрҙәр ижад итә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “До Берлина!” (“Берлинға тиклем!”) поэмаһы китапханасылар һорауы буйынса яҙыла. Унда совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса көрәшеп, илбаҫарҙарҙан ғәзиз ерен ҡурсып ҡалыуы сағылдырыла. Поэмалағы үҫмер малай һуғыш башланып киткәндән алып ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. Автор геройы менән бергә һуғыштың бөтөн ауырлыҡтарын үҙ йөрәге аша үткәрә, Еңеүҙең беҙҙең яҡта булырына ихлас ышана. “Берлинға тиклем!” поэмаһында илһөйәрлек, Тыуған илгә, тыуған ергә булған сикһеҙ һөйөү тойғоһо шағирә күңеленән урғылғандай тойола. Уҡығанда гөрһөлдәп туптар ярылыуын, туҡтауһыҙ тырылдаған пулемет, автомат тауыштарын ишеткәндәй булаһың. Йөрәгеңде усыңа ҡыҫып, поэма геройы менән бергә утҡа инәһең, көрәшәһең, еңәһең. Поэмала шулай уҡ яҡташ геройҙарыбыҙ Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Александр Матросовтарҙың батырлыҡтары тураһында ла яҙылған.
“Берлинға тиклем!” поэмаһы еңел уҡыла, төрлө яҡлап асылған төп герой образы, матур һығылмалы тел менән әҫәрҙең ҡыҙыҡлы тасуирланышы уҡыусыны баштан аҙаҡҡаса әҫәрләндереп тота. Балаһына тиклем герой булған халыҡты еңеү мөмкин түгел! Әҫәрҙең төп идеяһы ла, маҡсаты ла уҡыусыны шуға ышандырыуҙа, ошоно иҫбатлауҙа. Минеңсә, автор үҙ теләгенә өлгәшә алған.
Һуғыш тураһында күп яҙғандар, хатта әйтәһе һүҙ ҙә ҡалмағандыр, тип уйлауы ихтимал уҡыусының. Ә бына балалар өсөн яҙылған, һуғышты бала күҙе менән күреп, бала күңеле менән ҡабул иткән, балаларса тетрәнеп тасуирланған әҫәр барыбер ҙә яңыса, фәһемле, ҡыҙыҡһындырырлыҡ булыуы менән отошлолор. Кескәйҙәр өсөн ижад итеп ҡараған кеше генә уның ниндәй ауыр һәм яуаплы эш икәнлеген күҙаллай алалыр, сөнки бала күңеле саҡ ҡына алдашыуҙы, ялғанды ла шунда уҡ тотоп ала ла әҫәргә ҡарата булған ҡыҙыҡһыныуы һүнә, иғтибарын башҡа нәмәгә йүнәлтә һала. Рәшиҙә Бикмәтованың ижады был йәһәттән бөтә юҫыҡтан да балалар күңеленә тап килә тигән уйҙамын.
“Берлинға тиклем!” китабында тыуған яҡ тураһында шиғырҙар ҙа урын алған. Уларҙа ла шағирәнең ғәзиз еребеҙгә сикһеҙ мөхәббәт, тыуған йортҡа, тәбиғәткә ҡарата саф күңел хистәре сағыла. Унда Салауат Юлаевтың бөйөк образына дан йырлана, “Тыуған ерем – Башҡортостан”, “Талҡаҫ күле”, Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуы тураһындағы “Тауҙағы ҡәлғә”, “Белорет ере тураһында”, “Ҡурайҙың тылсымлы моңдары” – барыһы ла изгелек менән һуғарылған, әҫәрҙәр уҡыусы күңелен матурлыҡты тойорға, күрергә, һаҡларға саҡыра, өндәй.
Рәшиҙә Биктың “Любимый край, моя Отчизна!” (“Һөйөклө тыуған яғым, минең Ватаным”) китабы Мәскәүҙә донъя күрҙе. Китапҡа яҙған рецензияһында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретары, шиғриәт буйынса комиссияның яуаплы секретары Дмитрий Силкан йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр тураһында “Рәсәй тарихи хроникаһының селтәрле ҡашмауы” (“Лунное кружево исторических хроник Руси”) тигән.
“Берлинға тиклем!” поэмаһын ул “Василий Теркин” поэмаһы менән сағыштыра һәм уны балалар өсөн “Василий Теркин” тип ҡылыҡһырлай. Эпик характерҙағы поэма булһа ла, ябай һәм аңлайышлы художестволы эшләнештә булыуы менән алдыра, ти ул.
Йыйынтыҡтағы эпик һыҙыҡты “Александр Невский” поэмаһы дауам итә.
Изге кенәз Александрҙың яҙмышын автор еңел булмаған көрәштә алдан барған һәм Рәсәй ерен ҡурсалаған шәхес итеп тасуирлай. Тарихи оптимизм рухында һуғарылған был әҫәрҙә батырлыҡ, тормошҡа дан йырлау өҫтөнлөк итә.
“1812 йылғы Ватан һуғышы” тигән поэма ла авторҙың, һис шикһеҙ, уңышы. Бында төп мәғәнәүи идея булып илһөйәрлек, рухи ныҡлыҡ, тыуған ил өсөн көрәштә үҙ-үҙеңде аямай алышыу кеүек сифаттар данлана.
“Ильмена” тигән әкиәт-поэмала “Александр Невский” поэмаһындағы традиция дауам итә. Рәсәй берҙәмлеге, уның көсөн, бөйөклөгөн сағылдырыу билдәһе булараҡ, тағы ла киңерәк яҡтыртыла. Күп һанлы милләттәрҙең һыйышып, аңлашып йәшәүе, тыныслыҡты бергәләп һаҡлау кәрәклеге Рәшиҙә Биктың ижадында төрлө яҡлап асыла, художество бейеклегенә күтәрелеп һүрәтләнә. Эйе, йәш быуындың һайлау мөмкинлеге бар: Тыуған илебеҙҙең данлы тарихын улар дәреслектәр аша ғына түгел, Рәшиҙә Бик һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәре аша ла өйрәнә ала.