Йәштәргә юлдар асыҡ!01.03.2017
Йәштәргә юлдар асыҡ! Өфөләге “Родина” кинотеатрында II “Башҡортос­тандың йәш киноһы” республика фестивале уҙҙы.
Тантанала яңы эш башлаған кинематографистар тәбрик­лән­де. Республика­лағы йәш режиссер­ҙарға Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фә­рит Ғәбитов һәм союз ҡарама­ғында­ғы Йәш­тәр үҙәге етәксеһе Айнур Ас­ҡаров иҫтә­лек­ле бүләктәр тапшыр­ҙы.
Режиссерҙар Таң­сул­пан Бураҡаева (“Ике күрше”) һәм Роман Пожидаев (“Ҡар яуғанда”) айырым баһаға лайыҡ булды. Сарала Рәсәй кимәлендәге ҙур кинофестивалдәрҙә үҙен танытҡан режиссерҙар Вадим Ғәлиуллин (“Кредит”) һәм Руслан Юлтаев (“Өс хат”) Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Фестиваль фильмдарын күрһәтеү аншлаг менән үтте. Тамашасылар иғтибарына “Етем”, “Терабайтник”, “Тереләр һәм үлеләр”, “Кредит” тигән сәнғәт өлгөләре тәҡдим ителде. Был көндө шулай уҡ Силәбеләге “Осҡон” фестивалендә еңеп сыҡҡан Фәрзәнә Утарбаеваның “Ҡырағай” фильмы ла күрһәтелде.
— “Башҡортостандың йәш киноһы” фестиваленә ҡарата йәш кинематографистар фильмдары йыйынтығы сығарылды. Унда яңы эш башлаған режиссерҙарҙың, шулай уҡ тәжрибәле оҫталарҙың кино әҫәрҙәре тупланған, — тине Өфөләге МакГаффин исемендәге кино мәктәбе етәксеһе, Йәштәр үҙәгенең башҡарма директоры Гөлфиә Шәрипова.


Вернуться назад