Ултырғыс31.03.2012
УлтырғысСкетч
Сәхнәнең бер яғынан — Ишәй, икенсе яғынан Ҡушай сыға.
Ишәй. Бына был ултырғысты сәхнәнән сығарып ҡуй! (Китә.)
Ҡушай. Ултырғысты? Ярай, ярай, сығарып ҡуйырмын. Ултырғысты үҙ ваҡытында сәхнәнән сығарып ҡуйыуҙың ҙур әһәмиәте бар. Ултырғысты үҙ ваҡытында сәхнәнән сығарып ҡуйыуҙың ҙур ғына түгел, ә шаҡтай ҙур әһәмиәте бар. Улай ғына ла түгел, ултырғысты үҙ ваҡытында сәхнәнән сығарып ҡуйыуҙың, мин һиңә әйтәйем, халыҡ-ара әһәмиәте бар. Улай ғына түгел, ултырғысты үҙ ваҡытында сәхнәнән сығарып ҡуйыуҙың донъя кимәлендә әһәмиәте бар. (Ултырғысҡа килеп ултыра.) Әммә ултырғысты үҙ ваҡытында сәхнәнән сығарып ҡуйыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләр алдынан, ултырғыстың тормоштағы ролен иҫкә алып үтеү кәрәк булыр. Ата-бабаларыбыҙ тау ҡыуышында йәшәгән саҡта уҡ ултырғыстарҙан файҙаланған. Ултырғыс хеҙмәтен ул ваҡытта, ҡайһы бер Америка ғалимдарының фараз итеүенә ҡарағанда, ябай таштар үтәгән. Ул таштар төрлө формала булған. Шул төрлө формалағы таштар ата-бабаларыбыҙға ултырыу өсөн хеҙмәт иткән. Ул саҡтарҙа ултырғыстар, хәҙерге ҡайһы бер ултырғыстар кеүек, дошмандарҙы төп башына ултыртыр өсөн ҡулланылмаған. Ултырғыстарҙың ултырыу өсөн ҡулланылғанлығын асыҡлағандан һуң, ултырғыстарҙы сәхнәнән үҙ ваҡытында сығарып ҡуйыуҙың ғәмәли әһәмиәтенә күсәйек...

Ишәй Ҡушайҙың ултырғысын тартып алып, сығып китә. Ҡушай шул ултырған позала һөйләүен дауам итә.

Ҡушай. Әйткәнемсә, ултырғыстарҙы үҙ ваҡытында сәхнәнән сығарып ҡуйыуҙың шаҡтай ҙа ҙур әһәмиәте бар. Уның әһәмиәте, атап әйткәндә, сәхнәне тағы ла иркенерәк ҡалдырыуҙа. Сәхнәне иркенерәк ҡалдыра барған һайын, сәнғәтте киңерәк йәйелдереп ебәрергә мөмкинлек күберәк була. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: әгәр ҙә бер сәхнәнән бер генә ултырғыс үҙ ваҡытында сығарып ҡуйылмаһа, бөтә республика буйынса был күпмегә йыйыла?! Ә ил буйынса?! Ә бөтә донъя буйынса?! Тимәк, иптәштәр, ултырғысты сәхнәнән үҙ ваҡытында сығарып ҡуйыуҙың донъя кимәлендә әһәмиәте бар. Шуға күрә ултырғысты үҙ ваҡытында...
Ишәй (сығып). Туҡтайһыңмы, юҡмы, демагог?!
Ҡушай. Исем аташма! Һин үҙең педагог!
Ишәй. Бына һинең кеүек һүҙ бутҡаһы бешереүселәр, бушбоғаҙҙар, тел биҫтәләре ҡәҙерле ваҡытыбыҙҙы ала беҙҙең. Башты бутай. Юғал күҙ алдынан!
Ҡушай. Тимәк, һин ултырғысты сәхнәнән үҙ ваҡытында сығарып ҡуйыуға ҡаршы! Тимәк, һин сәнғәтте киңерәк йәйелдереп ебәрергә теләмәйһең! Консерватор! (Ултырғысҡа ултырған позала сәхнәнән сыға-сыға.) Министрға барам! Эшеңдән алам!..
Ишәй. Эйе, туғандар, бына шундай бушбоғаҙҙарҙың буш һүҙҙәрен тыңлап бушҡа үткән ваҡыт бик ҡиммәткә төшә беҙгә!
Тамам.
Рәдиф ТИМЕРШИН


Вернуться назад