Матбуғатҡа яҙылыу барған тынғыһыҙ осорҙа дуҫтарыбыҙҙың күплегенә көндән-көн нығыраҡ инанабыҙ.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” тигән акцияға теләп ҡушыла. Улар араһында Бөрйән районының Яңы Усман мәктәбе коллективы ла бар.
— Төп милли баҫмабыҙ — көндәлек эшебеҙҙә иң ҙур ярҙамсы, — ти директор Илдар Ишморатов. — Унда белем, тәрбиә биреү йәһәтенән фәһемле мәҡәләләр, илдәге сәйәсәт, иҡтисади, социаль хәл тураһында оператив, аныҡ хәбәрҙәр бирелә. Урманлы төбәктә ғүмер итеүсе кешеләр булараҡ, тәбиғәтте һаҡлау хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ, уҡыусыларыбыҙға еткерәбеҙ. Төрлө теманы яҡтыртҡан махсус биттәр бигерәк тә көтөп алына. Уларҙы кластан тыш сараларҙа, ата-әсәләр йыйылышында ҡулланабыҙ.
Яңы Усман мәктәбе уҡытыусылары “Башҡортостан”ды һәр быуын вәкиле өсөн тәғәйенләнгән ғаилә гәзите булғаны өсөн ихтирам итә, унда донъя күргән төрлө кәңәштәрҙең мәктәптән тыш тормошта ла ярҙам итеүен билдәләй.
Г. ИРХАНОВА.
Бөрйән районы.