Донъя рәссамдары Ҡариҙелгә ғашиҡ01.03.2017
Донъя рәссамдары Ҡариҙелгә ғашиҡ Ҡариҙел районында ХХVII “Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһы йомғаҡтары буйынса “Ҡариҙел ере — дуҫтар күҙлегенән” фотокүргәҙмәһе асылды.
Италия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырым Республикаһы, Мәскәү, Башҡор­тостан фоторәссамдары тарафынан төшөрөлгән тәбиғәт күренештәре, изге күңелле, эшһөйәр кешеләр, ҡәҙерләп һаҡланған йолалар һәм мәҙәниәт, көндәлек тормош сағылған фотолар киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә, күргәҙмәләрҙә һәм альбомдарҙа урын алған. Һүрәттәрҙә урман, тауҙарҙы, Павловка һыу һаҡлағысын, Ҡариҙел ҡыҙҙарының сибәрлеген, егеттәренең ғәйрәтлеген сағылдырған “Йәшлек” хореография ансамблен, ҡунаҡсыл халыҡты күрергә мөмкин. Күргәҙмә күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Уны асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, ошо ерҙә тыуып үҫкән Рәсәй Геройы, летчик Владимир Алимов ҡатнашты.
— Бөгөн Ҡариҙел районы 85 йыл­лығын байрам итә. Әлеге күр­гәҙмә — фоторәссамдарҙың ҡари­ҙелдәргә һәм байрам ҡунаҡтарына матур бүләге, — тине Илдар Ғари­фуллин.
Ул “Башҡортостан. Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” акцияһы координаторы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовҡа һәм “Ағиҙел” республика фотоклубы хеҙмәткәре Рәмил Нафиҡовҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Вернуться назад