“Аманат”тың “Урал батыр”ы йәки Урал батыр аманаты28.02.2017
“Аманат”тың “Урал батыр”ы йәки Урал батыр аманаты Илдар Ғафаров, 1986 йылда армиянан ҡайтҡас, “Аманат” исемле ансамбль төҙөй. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге был төркөмдө үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ансамблдең исеменә лә тәрән мәғәнә һала Илдар Ғафаров – “Аманат”. Аманат – халыҡ әйтеп ҡалдырған һүҙ, үтәлергә тейешле васыят.
Тамашасылар, башҡорт егеттәренән торған тәүге ансамблде күреп, туған моңдарын йөрәктәре аша үт­кә­реп, шаҡ ҡатып тыңлай яңы концертты. Көслө алҡыштар яңғырай. “Һай, афарин! Бар икән дә баш­ҡорттоң аҫыл егеттәре!” тигән маҡтау һүҙҙәре гөрләтә залды.
Илдар ансамблдең репертуарын киңәй­теү өҫтөндә ныҡ эшләй. Халыҡ йырҙарын, башҡарыуҙан тыш, билдәле шағирҙары­быҙҙың, шулай уҡ үҙҙәре яҙған һүҙҙәргә көйҙәр ижад итәләр. Илдар Ғафаровтың “Аманат” (“Ата-бабалар ораны”) көйөн, Урал Иҙел­баевтың “Яугирҙәр” тигән әҫәрен халыҡ юғары баһалай, гәзиттә улар хаҡында “профессиональ кимәлдә ижад ителгән көйҙәр” тип яҙҙылар.
Алмас Ғафаровтың “Һай, Уралым” тигән йыры сәхнәгә сыҡҡандан алып популяр­лығын юғалтмай. Ошо йылдарҙа Илдар Ғафаровтың “Хыялдарым”, “Бала саҡ еле”, “Ильяс улым” тигән тәрән йөкмәткеле йырҙары ижад ителде, авторҙың үҙенең башҡа­рыуында улар телевидениенан әле лә тапшырыла. Төркөм дә тулылана: барабансы Ренат Ҡәҙимов ҡушыла, талантлы ҡурайсы Роберт Юлдашев килә. “Аманат” синтез-төркөм тип атала башлай.
Маҡсаттары изге була егет­тәр­ҙең. “Йыр-моң аша йәштәрҙе хал­ҡы­быҙҙың быуаттар буйы тупланып килгән рухи байлығына ылыҡ­тырыуҙы бурысыбыҙ тип һанай­быҙ”, – тип әйткәйне бер мәл төр­көм­дөң етәксеһе Илдар Ғафаров.
“Аманат”тың “Урал батыр”ы йәки Урал батыр аманаты1990 йылдың башында “Аманат” Сибай ҡалаһында, егеттәрҙең тыуған ерендә, Баймаҡ районының мәҙә­ниәт һарайҙа­рында сығыш яһай. Репертуарҙа – баш­ҡорт халыҡ көйҙәре, үҙҙәре ижад иткән яңы йырҙар, рок-композициялар. Концерт шаулап үтә.
“Аманат” райондарҙа, ҡалалар­ҙа, баш ҡала зал­да­рында сығыш яһай. Өфөлә автономиялы республика­лар, өлкәләр һәм милли округтарҙың совет эс­тра­да­һы йырҙарын башҡарыусыларҙың I Бөтә Рәсәй “Ағиҙел-90” конкурсында “Аманат” лауреат исемен яулай.
Илдар Ғафаров, ғәҙәтенсә, көнөн төнгә ялғап, йәне-тәне менән бирелеп эшләй. Күп көс һәм үҙенең бар булған сығымдары менән тауыш яҙыу студияһы булдыра. Студия ике сменала эшләй. Һөҙөмтәлә айына 100-ләп фонограмма сығарыла.
Шулай итеп, “Аманат” студияһы респуб­ликабыҙҙың сәнғәт тарихын­да беренсе тапҡыр йырсыларҙың ижадын аудиокас­сеталарға яҙа. Билдәле йырсыла­рыбыҙ Абдулла Солтанов, Фәриҙә Ҡудашева, Иншар Солтанбаев, Флүрә Килде­йә­рова, Мәғәфүр Хисмә­туллин, Рамазан Йәнбәков башҡарған мәш­һүр йырҙарыбыҙ “Урал”, “Сәли­мәкәй”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Һан­дуғас”, “Сибай” кассеталарҙа халыҡҡа тарала. Баш һүҙҙә халҡыбыҙҙың йыр тари­хының, мәғәнәүи йөкмәткеһенең аннота­цияһын бөйөк ғалимыбыҙ Зиннур Ураҡсин һөйләй. Тиңһеҙ ҡурай­сыларыбыҙ Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Ил­бәков башҡарған көйҙәрҙең кассетала­ры донъя күрә. Халыҡты шатландырып, бейеү көйҙәре сығарыла: “Мирфәйзә” (М. Ғәйнетдинов, Р. Рәхимов), “Ҡарабай” (И. Илбәков, И. Мырҙағәлиев), бейеү көй­ҙәре (Р. Рәхимов, Р. Сөләймәнов), “Саптар юрға”, “Бала ҡарға” (Ю. Ғәйнетдинов, С. Әб­хәлимов) һ.б. Балалар өсөн “Тамыр” асҡан исемдәр” тигән бик һәйбәт йөкмәт­келе кассета сығарылды, уны балалар баҡ­саларында, мәктәптәрҙә киң ҡулландылар.
Кассеталарҙың төрө 60-тан ашып китә. Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Ғүмәр Әбделмәнов: “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Аманат” студияһы киң аудиторияға тәғәйенләнгән бик күп аудиокассета етештереп өлгөрҙө.
“Аманат” – бөгөн башҡорт башҡарыу­сыларының профессиональ яҙмаларын булдырыу һәм юғары сифатлы аудиокассеталар әҙерләү йүнәлешендә эшләгән берҙән-бер студия. Тиҫтә йыл эсендә “Ама­нат” рухи донъябыҙҙы байытыу йәһә­тенән ифрат ҙур тырышлыҡ һалды. Тейешле ярҙам булғанда, студия милли мәҙә­ниәт­те һаҡлау һәм үҫтереү йүнә­лешендә һөҙөмтәле эшләйәсәк”, – тип үҙ фекерен әйткәйне бер мәл матбуғат биттәре аша.
“Аманат”тың етәксеһе Илдар Ғафаров, ниндәй ҡаршылыҡтар осрамаһын, “идеялар генераторы” булараҡ, йәш йырсы­ларҙы һәм яңы ойошҡан төркөмдәрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн, “йондоҙҙар фаб­рикаһы” ғәмәлен башҡарыусы студия булдыра. Уның аранжировкалаусылары, тауыш режиссерҙары йәш, тәжрибәһеҙ йырсыларға, музыканттарға, төркөмдәргә түләүһеҙ ярҙам итә. Йыл һайын үткәрелгән “Аманат” дуҫтарын йыя“ тигән фестиваль йәш башҡарыусыларҙы туплаусы музыкаль сараға әйләнде.
Бына шулай эшһөйәр, илһөйәр, хал­ҡы­на тоғро егет Илдар Ғафаров етәксе­легендәге “Аманат” студияһы, үҙенә бер нәмә талап итмәйенсә, эскерһеҙ, баһалап бөткөһөҙ эш башҡарҙы.
Республикабыҙ етәкселеге “Аманат”тың хеҙмәтен күрмәй ҡалманы: 1999 йылда мили музыка мәҙә­ниәтен үҫтереү өлкә­һендәге эше, йәштәр өсөн күмәк тамаша са­ралары ойошторған, Башҡорт­ос­тан Рес­публикаһында фольк­лорҙы, профессиональ һәм үҙеш­мәкәр ижадты популяр­лаштырған өсөн “Аманат” студияһына Шәйех­зада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы тапшырылды.
Илдар Ғафаров етәкселек иткән “Аманат” студияһы республикабыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәтен әле лә дауам итә. Тик хәҙер уның эш­мә­кәрлеге лә олпатыраҡ, йүнә­лештәре лә киңерәк. Был хаҡта гәзит уҡыусылар белеп тә бөтмәйҙер. Шуға бер аҙ ошо юҫыҡҡа иғтибарҙы йүнәлтке килә.
Илһөйәрлек тойғоһо кеше күңе­ленә бәләкәй саҡтан инһә, уға маяҡ булып ғүмере буйы дауам итә. Илдарҙы ошо көслө тойғо 2013 йылда “Урал батыр” эпосына йүнәлтә.
“Урал батыр” – халҡыбыҙҙың боронғо аң кимәлен, ҡарашын, хыялын сағыл­дырған монументаль поэтик ҡомартҡы. Шуға ла уны ныҡлап уҡып, эпик йөкмәт­кеһенә, фәлсәфәүи фекерҙәренә төшөнөп алырға кәрәк була. “Фильмды төшөрөү өсөн биш ай көсөргә­неш­ле эшләнем. Ваҡ шрифт менән баҫылған 100 битлек шиғри әҫәр­ҙән 21 минутҡа һыйған анимацион фильм төшөрҙөк. Еңел эш булманы, әлбиттә. Һәр һүҙ иләктән үткә­релде. “Урал батыр” рус һәм инглиз телдәренә шиғри формала тәржемә ителде. Башҡорт­остан Фәндәр академияһы ғалимдары Ә. Сөләймәнов, Ф. Хисамитдинова, А. Кротов, эпосты тикше­ренеү­селәр менән кәңәш­ләштек”, – тине Илдар Ғафаров.
Һүҙ ҙә юҡ, фильмды ижад итеүҙең төп маҡсат­тарының береһе – эпосты популярлаштырыу, халыҡтарға еткереү, төрлө милләт кешеләрен бөйөк классик әҫәр менән таныштырыу.
Илдар Ғафаров ике тапҡыр Парижға бара, Рәсәй Федерацияһының Париждағы илселегендә була, ЮНЕСКО-ның концерт залын ҡуртымға алыр алдынан һөйлә­шеүҙәр алып бара.
“Аманат”тың “Урал батыр”ы йәки Урал батыр аманатыФильм беренсе тапҡыр ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында (Париж) ғилми конференцияла Башҡортос­тан Республикаһын презентациялау кисәһендә күрһәтелә. Был сара 2013 йылдың октябрь башында үтә. Ә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары “Урал батыр” анимацион фильмын 11 ок­тябрҙә – Республика кө­нөндә һәм 4 но­ябрҙә “Сәнғәт төнө” барышында күр­ҙеләр. Интернетта иһә уны миллионлаған кеше ҡараған.
“Урал батыр” анимацион фильмы республика Башлығының Грантына лайыҡ булды. Шулай итеп, Илдар Ғафаров – милли мәҙәниәтебеҙ статусын күтәреү өсөн тырышып эшләгән кешеләр­ҙең береһе. 2016 йылдың 12 декабрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина ойошторған “Урал батыр вариҫтары” тигән ҙур сарала “Урал батыр” фильмы күрһәтелеп хуплау таба. “Родина” кинотеатры “Урал батыр” фильмын мәктәп балаларына күрһәтеүҙе планына ла индергән. Ошо көндәрҙә Мәҙәниәт министрлығы комиссияһы республикабыҙ Башлығы хакимиәте етәкселегендә Грантҡа бирелгән заявкаларҙы ҡараясаҡ.
Илдар Ғафаровтың яңы проекты – Урал батырҙы хәҙерге ваҡытта донъя кимәлендә популяр булған 3D форматында Башҡорт­остан һәм Рәсәй Феде­рацияһы кинотеатрҙарында күрһәтеү. Был фильмды ярты йылдан ашыу Төркиәләге башҡорт һәм татар диаспораһы көтә, шуға ла ул төрөксәгә тәржемә ителәсәк. Проект буйынса “Урал батыр” инглиз (субтитрҙары бар), француз, итальян телдәренә тәржемә ителәсәк.

РЕДАКЦИЯНАН:
Йәнһүрәтте Интернет селтәрендә ошо һылтанма буйынса ҡарарға була: https://youtu.be/bJiXcIDzhHA


Вернуться назад