КәңәшРәдиф Тимершин тәүге китабы сыҡҡан Рәзилә Ырыҫҡужинаны осрата.
— Ҡотлайым, ҡотлайым, аҙаҡҡыһы булмаһын. Бик матур сыҡҡан. Йоҡлап йөрөмә. Хәҙер икенсеһен нәшриәткә әҙерләп тапшыра һал.
— Эй, ағай, әлегә яңылары юҡ бит әле.
— Һе, тәүге китабыңдағы әйберҙәрҙе аҙағындағын башына, башындағын аҙағына ҡуяһың да яңы китап әҙер.
Ҡотолоу юлыУнан да әүҙем, унан да өлгөр шағир юҡтыр ул беҙҙең әҙәбиәттә.
— Халыҡ һорай бит, халыҡ, — тип әйберҙәрен редакцияға ҡалдырып китә лә иртәгәһенә үк шылтырата башлай. Әҫәрҙәренең яҙмышы нисек? Әҙерләп биргәндәрме? Ҡасан баҫылып сыға? Әҙәбиәт бүлеге, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир — береһе лә ҡалмай.
Бер нисә көндән йәнә һыпыртып килеп етә. Тағы бүлмәнән бүлмәгә йөрөй. Һинең ваҡытың бармы-юҡмы, үҙенекен һөйләй бирә. Арала яҙыштырған кеше булһа, үлтереп маҡтай. Һинең хикәйәләрең шәп! Шиғырҙарың үлемһеҙ! Һин — икенсе Мостай. Һинең кеүектәрҙе беҙгә күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Нишләп һаман Салауат Юлаев премияһын бирмәй йөрөтәләрҙер...
Пенсионер кешенең ни ваҡыты күп — бер аҙҙан тағы ишектәрҙе шаҡый башлай.
— Халыҡ һорай бит, халыҡ.
Бер көндө аптыраған мөхәррир:
— Тамам аптыратты бит, бынан нисек ҡотолорға? — тип әйтеп һала.
— Унан шиғырҙарын баҫтырып ҡына ҡотолоп була, — ти һәр кемдең холҡон өйрәнеп бөткән яуаплы сәркәтип.
Ауылда йәшәр өсөн килмәгәнБер төркөм журналистар, башлап яҙыусылар Өфө районының Шамонин ауылында йорт алырға тип зыҡ ҡубышып йөрөй. Берәүҙәре әлеге лә баяғы бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ-ҡоғоҙ артынан саба, икенселәре поручитель эҙләп эт була. Дамир Шәрәфетдиновтың тыныс ҡына йөрөүенә барыһы ғәжәпләнә. Араларынан берәү, йөҙөнә хәстәрлекле ҡиәфәт сығарып:
— Нишләп ойоп йөрөйһөң, һин дә үҙеңә йорт йүнләр инең, — ти.
Дамир иҫе лә китмәй, ҡулын ғына һелтәп ҡуя:
— Һы, ауылдан килеп ауылға йәшәргә китеп бармам инде.
И. АЙҘАРОВ.