АФАРИН!31.03.2012
АФАРИН!Мәскәүҙә Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ултырышы булды. Унда илдең иң йоғонтоло һәм ҙур ижади берекмәләренең береһе булған Союздың былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә саралар планы раҫланды, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа еңеүселәр билдәләнде, ветерандар — ҡәләм оҫталары бүләкләнде.
Яҡташыбыҙ, Федератив совет ағзаһы Марсель Сәлимов Рәсәй Журналистар союзының “Абруй. Дәрәжә. Профессионализм” тигән юғары билдәһенә лайыҡ булды. АФАРИН!Әйтергә кәрәк: Башҡортостан Журналистар союзының 1996–2006 йылдарҙағы рәйесе Марсель Сәлимов биш йыл элек һүҙ азатлығын, Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларының бойондороҡһоҙлоғон нығытыуға, журналистиканың социаль абруйын арттырыуға булышлыҡ иткәне өсөн “Профессиональ берекмә алдындағы хеҙмәттәре өсөн” почетлы билдәһе менән бүләкләнгәйне.


Вернуться назад