Күргәндәрем, көлгәндәрем31.03.2012
Күргәндәрем, көлгәндәремЕрҙе ҙурайтам

Элек кеше йәйәү йөрөгән,
Ер шары ла ҙур булған.
Берәй ергә барам тиһә,
Етә алмай бер булған.

Барған һайын шул еребеҙ
Бөлә — бәләкәйләнә,
Алыҫ ара “һә” тигәнсе
Үтер юлға әйләнә.

Машинала, самолетта
Ҡайҙарға елдермәйбеҙ.
Тиҙ етәбеҙ, асҡан күҙҙе
Йомоп та өлгөрмәйбеҙ.

Кесерәйтеү шул тиҙлектә
Барһа артабан әгәр,
Ер шары тороп ҡалмаҫмы
Борсаҡ ҙурлығы ҡәҙәр?

Шундай хәлдәр булмаҫ өсөн
Тәү хәлгә ҡайтыу кәрәк,
Кесерәйеп ҡалған ерҙе
Ҡабат ҙурайтыу кәрәк.

Мин ҙурайтыу серен беләм!
Маҡтанмай күкрәк һуғам:
Аҡсам бөткән. Иртәгә үк
Йәйәү йөрөргә сығам...

Әйтәм

Малай саҡта шуҡлыҡтарым
Арттан ҡалмайҙар ине.
Эш боҙһам да, боҙмаһам да,
Бармаҡ янайҙар ине:
— Атайыңа әйтәм!
— Әсәйеңә әйтәм!

Ғаилә ҡорҙом. Ә ғаилә
Иреккә кәртә ҡорҙо.
Ятҡа күҙ ҙә һалғыланым,
Һиҙгәндәр әйтә торҙо:
— Ҡатыныңа әйтәм!
— Ҡәйнәңә лә әйтәм!

Өйҙә күрҙем буранын да,
Күрҙем ел-дауылын да.
Дауыл һайын бер һүҙ булды
Ҡатындың ауыҙында:
— Райкомға әйтәм!
— Профкомға әйтәм!

Инде ултырам уйланып,
Ғүмер, ай, тиҙ үтә, тип.
Өҫтөңдән һүҙ әйттермәйсә
Йәшәүгә ни етә, тип.
Улыма ла әйтәм,
Ҡыҙыма ла әйтәм.

Үҙгәреш

Бер танышым, юлын табып,
Депутат булып китте.
Ошо депутатлыҡ уны
Таный алмаҫлыҡ итте.

Ахыры, яңы статусы
Уны шуға этәрә,
Нимә генә тиһәләр ҙә,
Хуплап ҡулын күтәрә.

Дөрөҫмө ул, түгелме был —
Ул уйлап та ҡарамай.
Уға үҙе һымаҡтарҙан
Ҡалышырға ярамай.

Ул һәр ваҡыт һәр хуплауға
Әҙер булырға тейеш.
Шуға хәҙер йоҡлай икән
Ҡулын күтәргән килеш.

Түрә булаһым килә

Тормош хәлдәрен уйлаһам,
Гел әсенә-әсенә,
Ирекһеҙҙән ҡолаҡ һалам
Шайтан вәсүәсәһенә.

Бышылдай ул: “Төкөрөп бир
Йәмғиәт сирҙәренә,
Ана, түрәләрҙән өйрән
Шәп йәшәү серҙәренә”.

Шулай тигәс, йылы ғына
Урын биләйһе килә,
“Етәкселәргә — ур-а-а!” тип
Телмәр һөйләйһе килә.

Бының өсөн буш итмәҫтәр,
Маҡтау көтәһе килә,
Шулар ҡанаты аҫтында
Ғүмер итәһе килә.

Насар яҡтан дәүләт милкен
Күҙләштерәһе килә.
Әмәлдәрен табып, уны
Үҙләштерәһе килә.

Күҙҙәремде йомған булып
Ришүәт алаһы килә,
Йылы диңгеҙ ярҙарында
Һарай һалаһы килә.

Балаларҙы Париждарҙа
Ғына күрәһе килә.
Аҡ һөйәктәр кастаһына
Мотлаҡ керәһе килә.

Белеп булмай, беҙгә ниндәй
Йылдар болаһы килә,
Шуға тиклем тиҙерәк-тиҙерәк
Түрә булаһы килә.

Алдамай

Һатыусылар, малын маҡтап,
Уҙҙыралар бер-береһенән.
— Бүрек һатам! Бүрек һатам
Ондатраның тиреһенән!
— Ах, оятын һатҡан бәндә!
Әйтәм инде, әйтмәй булмай.
Эт тиреһен ондатра тип
Алдашаһың күҙ ҙә йоммай.
— Оятһыҙ тип, алдашма тип,
Бик хурлама улай мине.
Ондатра тип әйтеүем шул:
Эт исеме шулай ине.

Уңайһыҙлыҡ

— Машинаңды ҡыҙҙыраһың,
Йыйынаһың ниндәй юлға?
— Атай-әсәй һағындырған,
Ҡайтып киләм, тим, ауылға.

— Балаларҙы ла алғанһың,
Юл йөрөргә бик яйһыҙ бит.
— Алдым инде, буш ҡул менән
Ҡайтыуҙары уңайһыҙ бит.

Марат КӘРИМОВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры


Вернуться назад