Шағир Андрей Медведенко үҙенең “Нескончаемый рейд” поэмаһында 112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлындағы иң фажиғәле мәлдәрҙең береһен – Ворошиловградты (әле Луганск) немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙе сағылдыра. Поэманың авторы әҫәрен Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәповҡа тапшырғайны. Әле поэма башҡортсаға тәржемәләнде. Бөгөн уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.Андрей Медведенко – Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 40-тан ашыу шиғыр һәм проза китабы авторы.
Андрей МЕДВЕДЕНКОМӘҢГЕЛЕК РЕЙДГероик поэма
Дебальцево рейдының ҡурҡыу белмәҫ атлыларына арнала
1
...Станцияла аттар
Тейәлә вагондарға.
Кешнәй улар түҙмәй һағышҡа.
Һай, һеҙ аттар!.. Ай, йүгерек аттар!..
Китәһегеҙ аттар һуғышҡа!
Изге нурын сәскән күктәге ай
Атҡайҙарҙың булыр юлдашы.
Ишетелгәндәй
Поезд сапҡанда
Меңәрләгән тояҡ тауышы.
Баҫмаҫ уны пуля ыҫылдауы.
Көрән дейеүҙәргә ғазауат:
Ат эйәрләп менгән башҡорттарҙың
Һәр береһе – батыр Салауат.
Елдәй елде аттар...
Ҡайҙа хәүеф-хәтәр –
Шул тарафта алыш башланды!
Крупп ҡоросо хатта сыҙаманы –
Ҡамыр ише турап ташланды!
Һай, һеҙ аттар!..
Елә уйнап аттар,
Ут сәсрәтә саҡма тояҡтар!
2
Төтөн баҫҡан ҡаршы тау битендә
Стеналай тора фашист полктары.
Комдив үҙе –
Сая бөркөт Шайморатов
Яуға өндәй:
– Алға, башҡорттарым!
Белә комдив: тиҙ еңелмәҫ ул дейеү.
Ҡышҡы дала, юҡ әҫәре ышыҡтың,
Ҡойондан көслө Дебальцево рейды
Арт һабағын уҡытыр СС-тың.
Өткөс һалҡын.
Сеңләйҙәр ауыҙлыҡтар.
Ҡылыс сыңы, пуля өйөрмәһе.
Ҡыла алмаҫ дошман яуызлыҡтар:
Шартлап ауа эшелон өйөмдәре.
Ҡар бик тәрән.
Яуыз дошман далала.
Атлылар ярһып алға ынтыла,
Ләғнәт төшкәндәрҙән бары көл ҡала,
Шартлап оса элемтә пункты ла.
Ҡанлы алыштарҙа уҙҙы бер аҙна.
Һолоһоҙ аттар ҡай(ы)ры кимерҙе.
Өйөр-өйөр килгән фашист талағын
Ҡындан сыҡҡан ҡылыс емерҙе.
Ике аҙна ҡырылыш, ҡайҙан дарман?
Самолет та осмай, юҡ бит ярҙам!
Алға!.. – атакаға бара эскадрон!
Таң аталыр ҡыҙарып ал ҡарҙан.
Ҡорос ҡулса
Һәләкәтле ғәскәргә.
Комдив ауҙы, ҡурсып яугирҙәрен.
Ҡыҙыл атлыларғамы сигенергә?
Еңелмәҫ рухлы – рейд батырҙары!
Ил өсөн
Йөрәктәр тибә ярһып.
Бөркөттөр – Шайморатов атлылары!
Балҡыны ҡылыстар һауа ярып,
еңелмәҫ ул ир-аттың затлылары!
Пулянан да етеҙ яугир ҡылысы!
Еңеү көҫәп, башын һалған – тере.
Баһадир рухы изге нурҙай балҡыр –
Салауаттың йәйғор-күпере!
Яңғыраны
Ерҙә дәһшәтле ауаз
Һынған саҡта
Ҡан-дошмандың һырты.
Түгеп ҡанын, биреп тә йәнен, Донбасс,
Азат итте башҡорт Луганск йортон.
3
Иңрәп-һыҙлап тибә яралы йөрәк...
Ат кешнәүҙәре китә яңғырап.
Һыҙа ла буйлап, ана, айғыр саба,
Егете ята ҡарҙа ҡанһырап.
Нишләп шулай?
Юҡ бит хужаһы!
Үҫкәйнеләр бергә дуҫлашып.
Үлгәнме ул, әллә яралымы?..
Өлгөрмәне хатта хушлашып.
Тояҡтары менән таштар яра,
Һыртҡайынан сөрләп ҡан аға.
Үрәпсеп тә үрә торҙо айғыр,
Йондоҙҙарға әллә ул баға.
Һауаларға ашып, эҙләр ине,
Тик хужаһы ғына өн-тынһыҙ.
...Ишетәмен төштә ат кешнәүен,
Яңғыратып
Күкте, Ҡош юлын!
Башҡорт далаһынан, урмандан да
Түгел, күҙ асҡыһыҙ буран ярып,
Аттар сапты кешеләргә табан,
Булмаҫмы тип дуҫын ҡотҡарып.
Асырғанып кешнәп, шәмдәй тороп,
Фәрештәләр булып ҡалҡтылар.
Дәрүиш ише төнгө ҡапҡаларға
Ауыҙлығы менән ҡаҡтылар.
– Эй! ...Штольня эргәһендә яралы
Туңып бара!.. Ярҙам итегеҙ!..
Һәм күҙ йәштәре аҡты йөҙҙәренән,
Алдамайым,
Ғәфү итегеҙ!
***
Һай, һеҙ аттар!..
Атҡайҙар – ҡаралар,
Бурылдар,
Алмасыбар,
Һары ҡола
Һәм буҙ аттар,
Ҡолалар һәм
Алаҡайҙар,
Тураттар!..
Йылан аттар!
Аттар – саптарҙар!
Бәйгеләрҙә ал бирмәгән юртаҡтар.
Данлайым – яҙмыштары уртаҡтыр,
Күккә торна булып
Ашҡандыр!
4
Тығыла төйөр тағы тамағыма.
Күҙ алдымда, таң атыуға бына
Башҡорт дивизияһы атлылары
Рейдҡа сыға дошман тылына.
Ҡотора буран, геүләй, әйләнә,
Еңеү көҫәп йөрәк ашҡына!
Эйәр айылдары ныҡ бәйләнгән.
Ҡылыстарҙы – ҡындан! Сап ҡына!
Дуҫ-туғандар – Урал башҡорттары.
Ҡоллоҡ сылбырҙарын һүтәләр –
Емерелә дошман крепостары,
Азатлыҡты Донда көтәләр.
Юғалтыуҙар, ай-һай, ауыр икән.
Ҡон ҡайтара башҡорт алышта.
Атын менгән егет – ғәскәр күрке,
Еңеү яулар ҡанлы ярышта.
Түҙә алмай, һеҙгә дан йырлайым,
Йөҙөгөҙҙө килә күрәһем...
Һеҙҙең кеүек рейдтан сыға алмай,
Мәңгелектә тибә йөрәгем!
Аҡ томандар аша һеҙҙе күрәм.
Йөрәктәрҙә әле шул ялҡын.
Дебальцево ҡойононда тағы
Азатлығын яҡлай үҙ халҡым.
Ополченец тора һаҡта бөгөн –
Ышанысы булып Донбасстың!..
Батыр атлыларҙан алған өлгө –
Ҡурҡып ҡаса яуыз албаҫты!
5
Юртаҡ аттай сабып йылдар уҙа.
Ҡараңғы ла булып ала, яҡты ла.
Тояҡ аҫтарынан ҡарҙар туҙа,
Алдарыма килә сабып атлылар.
Ҡаршы сығам.
Әрләп алам үҙемде.
Бер генә лә ғәйебем юҡ таһа.
Хистәр ҡайнай, бирсе, Хоҙай, түҙемде!
Рейд бара – түңкәрелә аждаһа!
Һеҙгә ҡарап бына, һеҙҙең менән
Мин алышҡа сығам, ҡурҡмай янауҙан,
Тайшанмайса хәүеф вә хәтәрҙән,
Һуғыша-һуғыша
Сығам ҡамауҙан!
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ тәржемәһе.