Мөхәббәтһеҙ кеше шиғыр яҙа алмай22.02.2017
Мөхәббәтһеҙ кеше шиғыр яҙа алмай Дәүләкән районы мәҙәниәт йорто Мәкәш филиалының байрамса биҙәлгән, яҡты, мөһабәт рухиәт усағында йыраҡ юлдан килгән ҡунаҡтарҙы “Мәкәш биҙәктәре” башҡорт фольклор ансамбле милли ризыҡ бауырһаҡ, йыр менән ҡаршыланы. Был көндә данлыҡлы Мәкәш ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һәм Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Лариса Абдуллина менән осрашыу булды.
Байрам кисәһен Мәкәш мәктәбе уҡыу­сыларының әҙәби-музыкаль композицияһы асып ебәрҙе.
Мөғжизәләр күрҙем был донъяла,
Уларҙың кем белгән һандарын,
Хайран итә мине, таң ҡалдыра
Күпме кисем, күпме таңдарым…

Ошо матур шиғыр юлдары менән башланы үҙенең сығышын Рауил Төхвәтулла улы. Ул Дәү­ләкән ере менән 60-сы йыл­дарҙан таныш. “Байтаҡ йылдар аралашам ауылығыҙ менән, һеҙ миңә яҡын, һеҙ – минең туғандарым. Ғөмүмән, Дәүләкән ерендә йәшәгән кешеләр эш ярата, тыуған ерҙәренә тоғро, бер-береһен хөрмәт итә. Мин һеҙгә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Бө­гөнгө осрашыу ул Рәми Ғари­повтың иҫтә­легенә лә бағышлана, иртәгә ҙур шағи­рыбыҙҙың тыуған көнө. Белеүемсә, ул һеҙ­ҙең ауылығыҙҙа ла булып киткән”, – тине Рауил ағай. Ул республи­ка­ның ынйыһы Асылыкүл тура­һындағы шиғырын айырым бер тулҡынланыу менән уҡыны, Баш­ҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
“Шиғриәт тик мөхәббәтле кеше­лә генә ул. Мөхәббәткә ышанам. Яратҡан эшең булыу, йәшәр ерең, шул ереңә хеҙмәт итеү – оло бәхет минең өсөн. Мәктәптә уҡығанда яратмаған дәресем булманы, сөнки мин “биш” билдәһенә генә өлгәштем. Тырышып уҡығыҙ. Алған белемегеҙ тик һеҙҙең өсөн. Уҡы­тыусыларығыҙҙы хөрмәт итегеҙ”, –тип яуапланы шағир уҡыусы­ларҙың һорау­ҙарына. Сығышын: “Ниңәлер кешеләр хәҙер асыулы. Асыуығыҙҙы йүгәнләй белегеҙ, татыу йәшәгеҙ”, – тип хәҙистәр китабынан бер нисә шиғыр менән тамамланы шағир.
Яҡташыбыҙ, шағирә Лариса Абдуллина үҙенең сығышын рәхмәт һүҙҙәренән башланы. “Мин шатмын, ғорурмын билдәле, ҙур шағир менән ауылыма ҡайтып һеҙҙең алда сығыш яһауыма. Һеҙҙең арала үҫтем, үҙебеҙҙең мәктәптә белем алдым. Ауылдаштарым мине башҡаларға ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Һеҙгә – төбәк­тәштәремә, уҡытыусыларыма, әсәйемә, туғандарыма – рәхмәт­лемен ошо сараны ойошторға­нығыҙ өсөн! Мәктәптә уҡығанда минең дә ярат­маған дәрес­тәрем булманы, һәр береһенә әҙерләнеп бара торғайным, уҡытыусы­ларҙың һүҙен иғтибар менән тыңлай инем. Шағирә булып китеүемә ауылым­дың тәбиғәте, ошо төбәктә йәшәгән кешеләрҙең бер-береһенә яҡты мөнәсәбәте, халыҡ ижадына тоғ­ролоғо, нәнәйем һөйләгән риүә­йәттәр, әсәйемдең йылы һүҙҙәре сәбәпсе булғандыр”, – тине әҙибә. Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең сығышында ауылдарҙа мәк­тәптәр, мәҙәниәт усаҡтары ябылмаһын, уҡыусыларыбыҙ ситтә уҡымаһын, башҡорт телендәге китаптарҙы уҡыусылар кәмемәһен ине тигән теләктәрен белдерҙе.
Шағирҙар алдында райондың йәш яҙыусылары һынау тотто, улар үҙҙәренең яңы яҙылған шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе һәм балаларҙың һәр береһенә бүләккә китап тапшырылды. Р. Ураҡсина исемендәге әҙәби премия лауреат­тарының сығышы шулай уҡ үҙен­сәлекле булды. Яратҡан яҙыусы­ларының шиғырҙарын яттан һөйләгән уҡыусылар ҙа бихисап ине залда. Улар сәхнәгә сығып шиғырҙар уҡыны, ҡыҙыҡһын­дырған һорауҙарын бирҙе.
Ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары, район баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Зиннур Нур­ғәли улы Ғайсин, ауыл хакимиәте башлығы Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы Маликов тәбрикләп үтте. Баш­ҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Ә. Хәкимов исемендәге йорт-музей директоры, “Дим” ижади берекмәһе етәксеһе Гөлүзә Арыҫланова кисәне бик үҙенсәлекле һәм ойош­ҡан кимәлдә алып барҙы. Һәр сығыш музыкаль номерҙар менән байытылды. Үҙешмәкәр башҡа­рыу­сылар Ирек Зәйҙуллин, Рафаил Дәүләтбаев, Гөлсәсәк Сәлим­гәрәева үҙҙәренең йырҙарын бүләк итте. Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәренең шаян бейеүен ҡунаҡтар һәм тамашасылар алҡыштарға күмде.
Йылы осрашыу һәр кемгә рухи байлыҡ, күңел тыныслығы бүләк итте. Рәхмәт һеҙгә, оло йөрәкле, бай рухлы шағирҙарыбыҙ! Һеҙгә киләсәктә лә яҡты уйҙар, таҙалыҡ, рухи ҡаҙаныштар, уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Вернуться назад