Атай кәңәшен тотҡандар Абынмай, ҡыйыу атлай22.02.2017
Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин 1927 йылда Байназар ауылында тыуа. Һигеҙенсе класты тамамлағас, уҡытыусы булып эш башлай. 1943 йылда, 16 йәшлек кенә сағында, йәшен арттырып, 18 йәшлек егеттәр менән армияға китә. Ярты йылдан һуң уны әсәһе ебәргән метрика күсермәһе буйынса кире ҡайтаралар.
1944 йылда егет армияға тағы алына, Японияға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1950 йылда тыуған яғына ҡайта. Ситтән тороп уҡып, педагогия училищеһын, һуңынан БДУ-ның тарих факультетын тамамлай. Комсомол, партия эшенә лә йәлеп ителә, әммә ғүмеренең күп йылдарын мәғарифҡа бағышлай. Оҙаҡ йылдар Иҫке Монасип урта мәктәбе директоры булып эшләй, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Сәлихйән Хафиз улы – ҡәләм оҫтаһы ла. Журналист, тарихсы булараҡ, фәһемле мәҡәләләре менән район һәм республика гәзит-журналдарында йыш сығыш яһай, әммә уның иң юғары ҡаҙанышы – балалары. 66 йылдан ашыу тигеҙ ғүмер итеп, Сәлихйән Дәүләтбирҙин Асия Зекериә ҡыҙы менән бергә алты балаға ғүмер бирә. Хәҙер инде уларҙың 11 ейәне, 9 бүләһе бар. Балалары араһынан Ғәзиз – композитор, Тәнзилә – шағирә, Таһир талантлы педагог булып танылды. Зәйтүн менән Миңзәлә – рәссам, Заһир уҡытыусы һөнәренә эйә булды.
Отставкалағы гвардия капитаны Сәлихйән Дәүләтбирҙин һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
90 йәшлек уҙаманға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләп, ҡыҙы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның уға арналған шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.
Бесән саптыҡАтай менән бесән сапҡан
Сабынлыҡты мал тапай.
Ун өс йәштән салғы тоттом,
Таңдан-төнгә ял тапмай.
Саңғы сүкегән тауыштар
Һаман сыңлай ҡолаҡта.
Кибеп, ҡороп бөткән хәҙер
Беҙ һыу алған улаҡтар.
Беҙ артылған Биштауҙарға
Машина саҡ-саҡ менә.
Ҡайта инек тау түбәнгә
Ярышып Суҡ-Саҡ менән.
Йәйәү йөрөүҙән табандар
Шаңҡыһа ла шат инек.
Атай урта йәштә ине,
Минең бала саҡ ине.
Мәңге үтмәҫ кеүек ине
Шул бәхетле дәүерҙәр.
...Бер мәл тәпәш һикәлтәне
Тауҙай күрә дәү ирҙәр!
Мал көйшәүкәйҙәре тына,
Мәле еткәс, һарайҙа.
Туҙған кәртә ишектәре
Бәйле эттәй ҡарайҙар.
Салғы түгел, сынаяҡты
Тотабыҙ йәйҙәр менән.
Алҡымға тығылған йәште
Йотабыҙ сәйҙәр менән...Атайым йырыАтай, һинең йырың сыңлап тора
Һаман, һаман ҡолаҡ төбөндә.
Үҙеңде бер күргән кеүек булдым,
Йырың иҫләп бына бөгөн дә.
Моңоң һинең әйтеп аңлатҡыһыҙ,
Күңелең һинең таҙа, тылсымлы.
Шуғалыр ҙа тауышың быуалмаған,
Ҡырҡалмаған көйөң йыл-сылбыр.
Атай, һинең моңоң минең алдан
Сойорғоп та осҡан һандуғас!
Шиғриәтем минең осор булһа –
Осор, осор! Былбыл булып осор,
Икебеҙҙә бер үк ҡан булғас.
* * *
Аталы бала – арҡалы,
Арҡам ныҡлығын һиҙәм.
Юлымдағы кәртәләрҙе
Ҡарашым менән иҙәм.
Атайҙың алтын һүҙҙәре
Күңелдә урын алған.
“Бирешмә” тигән ине ул,
Тетрәтһә нахаҡ-ялған.
Аталы бала – арҡалы,
Донъя тотҡаһы – атай.
Атай кәңәшен тотҡандар
Абынмай, ҡыйыу атлай.
Олоһоң, тип ҡарап торма,
Арҡамдан һөй, атайым.
Тормош һынауҙары ауыр,
Бала саҡҡа ҡайтайым.
Инде мин дә әсәй булдым,
Ҡар төшә сәстәремә.
Олоғайһам да мохтажмын
Атайымдың һөйөүенә,
Атайҙың хәстәренә.Иркәмен“Ҡолонсағым!” тигән тауыш
Ҡолағымда яңғырай.
Атайымдың ошо һүҙе
Миңә шифа ямғырҙай.
Олоғайған көнөмдә дә
Иркәмен бәпәй һымаҡ.
Тик хәҙер атайым наҙы
Буй етмәҫ тәтәй һымаҡ.
Үҙем әсәй, үҙем бәпәй…
Һағындыра бала саҡ!
Инде атай мәрхәмәтен
Уландарым аласаҡ.
Ана, нисек тупылдатып
Ейәндәрен ярата!
Унан да яғымлы, алсаҡ
Тағы ниндәй бар атай?
Ана нисек нур бөркөлә
Атайымдың йөҙөнән!
Һөйөү менән
йәшәрә ул,
Ҡайтып ғүмер көҙөнән.Атайымдың йырлауыАтайымдың йырлауы,
Минең һығылып илауым…
Атай бакуй башлап төшә,
Һыға быуып билбауын.
Атайымдың йырлауы…
Ялан яңғыратып, сүкей,
Йырлап, үткер салғыһын.
Моңға арбалып, үләндең
Килә башын һалғыһы…
Атам һүҙ ҡыҫтыра бер мәл,
Өҙөп оҙон көйҙәрен:
“Бесән эшләүҙәре – дәүер,
Тип балаңа һөйләрһең”.
Бесән эшләүҙәре – дәүер.
Дәүер ҡәҙерен беләйек.
Хаҡ Тәңренән наҙлы ҡояш,
Еләҫ елкәй теләйек.
Нисәнсе йыл йәй күкрәге –
Гөлбостанға һыйынам.
Эскән һыуым –
тәрән шишмә,
Татлы еләк – һыйғынам.
Нисәмә йыл гөрләтеп тә
Йырлап ебәрә атай.
Уның моңонда аҙашып,
Урау уйҙарға батам…
Атайымдың йырлауы,
Минең һығылып илауым…
Атай бакуй башлап төшә,
Ҡыҫып ғүмер билбауын.ИзгелекЕте ҡат тир һыҡҡан сабынлыҡтан
Күҙ бәйләнгәс кенә ҡуҙғалам.
Мине ҡыуып етмәй, һылтыҡлаған
Атайыма йәлләп күҙ һалам.
Текә тауҙан табан яндырырҙай
Ҡаты баҫып, түбән елдерәм.
“Ҡолонсағым!” тигән йомшаҡ тауыш
Яндарыма килә ел менән.
Ҡолонсаҡҡа хатта эйәралмаҫ
Көн килә шул аттың атына!
Йәш ҡайындан таяҡ әтмәләгән
Атай һалмаҡ атлай артымдан.
Изгелектең ҡәҙерен белмәҫ булһам,
Тораташтай бына ҡатайым –
Ике аяҡлы итәм тиеп беҙҙе,
Өс аяҡҡа ҡалды атайым!