Элеп алып, һелкеп һала...21.02.2017
Китап донъяға сығыр алдынан әйтелгән һүҙ...
Өҫтәлемдә яңы китап ята… Бәлки, уны ауыҙ тултырып шулай әйтергә лә ярамайҙыр, сөнки ул ҡулъяҙма хәлендә. Аныҡ исеме лә юҡ әлегә, ләкин мин һис икеләнеүһеҙ ҡысҡырып әйтә алам: китап бар!
Тиҫтәнән ашыу китап авторы булараҡ танылған Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның сатира һәм юмор алымы менән яҙылған тәүге китабы был. “Һәнәк” журналында ун йыл дауамында баҫылып сыҡҡан утыҙлап хикәйә, фельетон, юмореска тупланған унда. Әҫәрҙәрендә йәмғиәттең, кешеләр тормошоноң кире һәм ҡараңғы яҡтары – ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек, мин-минлек, урлашыу һәм алдашыу һымаҡ тиҫкәре сифаттар тәнҡит утына тотола. Автор замана кәмселектәрен, “Һәнәк”сә әйткәндә, ҡыйыу рәүештә “элеп алып, һелкеп һала”.
Лира Миңләхмәт ҡыҙының “Һәнәк” журналы редакцияһына тәү тапҡыр хикәйәһен алып килгәне бөгөнгөләй хәтеремдә. Бына ул ҡыйыуһыҙ ғына баш мөхәррир бүлмәһенә килеп инде. Үтә лә тыйнаҡ, баҫалҡы холоҡло һәм фәрештәләй изге күңелле кеше икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Ике Фәүзиәбеҙҙе – әүҙем ҡатын-ҡыҙ авторҙарыбыҙ Фәүзиә Рәхимғолова менән Фәүзиә Юлдашбаеваны – юғалтҡандан һуң беҙгә улар кеүек төплө аҡыллы һәм ҡыйыу фекерле “һәнәкбикәләр” бик тә кәрәк ине, шуға күрә Лира Яҡшыбаеваға ижади заказдар бирҙек, уны үҙебеҙҙең сатириктар даирәһенә алдыҡ.
Һүҙ ҙә юҡ, сатира менән юмор яҙыусынан аң даирәһенең киң һәм мәҙәниәтле булыуын талап итә. Сатирик бигерәк тә сәйәси, ижтимағи, мәҙәни тормошто яҡшы белергә, улай ғына түгел, ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнарға тейеш. Ҡыуанып әйтәм, Лирабыҙ быны дөрөҫ аңланы. Тормоштағы “ваҡ-төйәк”кә иҫе китмәне, еңел-елпе юморға йәбешеп ятмайынса, тәрән мәғәнәле етди сатираны һайланы. Көлкөлө әҫәрҙәрендә социаль проблемаларҙы күтәрергә тырышты. Һәм күп осраҡта был уңышлы ғына килеп сыҡты.
Бына уның “Баш һәм башлыҡ” исемле хикәйә-фельетоны. Унда көтөүсе Мөхәррәм хәҙерге (йәйә эсендә генә булһа ла “ҡайһы бер” тип әйтәйек) башлыҡтарҙың башһыҙлыҡтарына ғәжәпләнеп, бының сәбәбен эҙләп баш вата… Ҡайһылай көнүҙәк мәсьәлә! Ниндәй ҡыйыу тема!
Ә бит Лира Әхмәт-Яҡшыбаева һис тә сатирик булып тыумаған. Ғәҙәти ҡыҙ бала сүрәтендә 1947 йылдың 15 февралендә Ғафури районының Сәйетбаба ауылында донъяға килгән ул. Сәйетбаба мәктәбендә етенсе класҡа тиклем уҡыған, артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Һайлаған һөнәре буйынса 34 йыл Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, ең һыҙғанып яҙыусы хеҙмәтенә тотона. Нәшриәттә баҫылып сыҡҡан тәүге китабы – “Һылыу ҡарағас”. Артабан “Мөжәүир хәҙрәт”, балалар өсөн “Исемең Салауат булһын” китаптары донъя күрә. Улар барыһы ла уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә һәм авторға халыҡ араһында танылыу алып килә.
Яҙыусы ижадының тематикаһы бай. Әүҙем позициялы, кешеләргә әйтер һүҙе булған педагог-әҙибәнең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә мәктәп, уҡыу-уҡытыу, тәрбиә темалары ҙур урын биләй. Ғалим-педагогтар билдәләүенсә, “Бәхетең үҙең менән” повесы айырым иғтибарға лайыҡ, ул дәреслектәргә инеп китте.
Лира Яҡшыбаева – киң ҡоласлы яҙыусы. Уның ижадында экология (“Бөтәбеҙгә бер Ер шары”) проблемалары ла, иҡтисад (“Зиләйлүк”) мәсьәләләре лә юғары кимәлдә күтәрелә. Арҙаҡлы шәхестәр хаҡында яҙылған “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” (Жәлил Кейекбаев тураһында), “Вәрәҙекүл аҡсарлағы” (Социалистик Хеҙмәт Геройы Фахразый Таһиров тураһында), “Ҡанатлы баһадир” (Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов тураһында) повестары патриотик тәрбиә биреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Яҙыусы ижадында дини тема киң урын алып тора. Халҡыбыҙ изгеләре хаҡында яҙған әҫәрҙәре, айырыуса “Мөжәүир хәҙрәт”, “Ғабдулла Сәйеди”, “Табын әүлиәһе”, “Зәйнулла ишан” китаптары уға киң билдәлелек алып килде. Әле нәшриәт кәштәһендә “Ашҡаҙар вальсы”, “Шәмиғол хәлфә” исемле повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары үҙ сиратын көтә.
Әйткәнемсә, Лира Яҡшыбаева хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына ныҡлап яҙыша башланы. Таяҡ ике башлы тигәндәй, бының ыңғай яғы ла бар. Ул әҙәбиәткә ижадын да, үҙен дә ихтирам иткән, һәр яҙған әҫәрен көтөп алып уҡыған бер быуын уҡыусылар әҙерләп килде. Ошондай ихлас уҡыусыларына яҙыусы-педагог, әйтерһең дә, дәрес бирә. Кешелек донъяһы тыуҙырған ҡиммәттәрҙе, еребеҙгә килеп киткән аҡыл эйәләренең фекерҙәрен әҫәрҙәре аша халыҡҡа еткерергә тырыша.
Лира Яҡшыбаева үҙенең иң яҡшы тип танылған әҫәрҙәре өсөн Рамаҙан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов исемдәрендәге премиялар лауреаты булды. 2004 йылдан ул – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әҙәбиәткә ҙур тормош тәжрибәһе туплап килеүе уның әҫәрҙәрен уҡымлы итә. Оҙон хеҙмәт юлы үткән, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән, көслө рухлы яҙыусыны тормош ваҡлыҡтары, юлындағы кәртәләр, төрлө ҡаршылыҡтар һис туҡтата алмай. Ауырлыҡтар тик сыныҡтыра ғына, әүҙемлеген көсәйтә, яңы әҫәрҙәр яҙырға рухландыра. Бындай шәхес, әлбиттә, тормошобоҙҙағы кире күренештәргә битараф ҡала алмай.
– Кешенең етешһеҙлектәрен үҙенә туранан-тура әйтмәй, фекерҙе кинәйәләп, художестволы образдар аша еткереү – минең уҡытыусы булып эшләгән саҡтан ҡалған алым, – тип хәтерләй яҙыусы-сатирик. – Уҡыусыға ҡаты итеп ауыр һүҙ әйтергә ҡыйынһынғанда йыш ҡына берәй әҫәрҙәге кире образдан миҫал килтерәм дә бына шуның һымаҡ булырға ярамауын уларҙың үҙҙәренән әйттерәм. Һис тә булмаһа, берәй хикәйә яҙып алып киләм дә шуның буйынса әңгәмә үткәрәм. Был ысулды бик йыш ҡулландым. Бына ошо хәл мине юмористик һәм сатирик әҫәрҙәр яҙыуға этәрҙе лә инде. Берҙән, бындай әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйҙар, икенсенән, уларҙан фәһем дә, ғибрәт тә алып була.
Юмористик һәм сатирик әҫәр яҙған һәр яҙыусының үҙенсәлекле стиле була. Лира Яҡшыбаеваның ижадына халыҡсан тел, ябайлыҡ хас. Уҡыусыларына әйтергә теләгән фекерен мәҙәк хәлдәргә төрөп, көлдөрөп еткереүгә өлгәшә ул. Тематикаһы бай. Халыҡ ижадын, ҡыҙыҡ-мәҙәктәрҙе, айырыуса психологик деталдәрҙе ярайһы уҡ оҫта ҡуллана. Сюжет үҫтерелешен уҡыусыны йәлеп итерлек мауыҡтырғыс ваҡиғаларға ҡора. Уның шаян хикәйәләре лә, етди әҫәрҙәре кеүек, әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә хуш килер, тип фараз ҡылам.
Юрағаным юш килер, бирер Хоҙай, бирер тип уйлайым, сөнки был яҙыусы үҙе лә әүлиәләр затынан шикелле. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола. Ул шундай изге күңелле – кешеләрҙең ҡайғыһын ғына түгел, шатлығын да уртаҡлаша белә. Үкенескә ҡаршы, был сифатты Хоҙай Тәғәлә бөтә кешегә лә бирмәгән, уны бик һайлап ҡына, әүлиә йәнле әҙәми заттарға ғына өләшкән.