Ҡаныҡайҙар беҙҙең менән, ә һеҙ?01.12.2011
Ҡаныҡайҙар беҙҙең менән, ә һеҙ?Ҡаныҡай ауылы район үҙәгенән алыҫ, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Әммә мәктәп коллективы үҙен һис тә ситтә ҡалғандай хис итмәй, барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашып, йәнле тормошта йәшәй.
Һуңғы йылдарҙа был төбәктә лә мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр үҙен һиҙҙерә. Уҡыусыларҙың кәмеүе мәктәп тәрҙе ҡулайлаштырыуға килтергән. Хәҙер Ҡаныҡайҙа Бикҡол ауылы балалары ла уҡый.
Мәктәптә әле 80-гә яҡын үҫмер белем ала. 15 уҡытыусы татыу, берҙәм коллектив булып тупланған. Бына дүрт йыл инде директор вазифаһын Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Ришат Әхмәтшин атҡара. Ул Ҡаныҡайҙа тыуып үҫкән, ошо уҡ мәктәптә белем алған.
Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә ата-әсә араһында һәм коллективта абруй яулаған, бай тәжрибә туплаған уҡытыусылар байтаҡ. Мәҫәлән, Тәнзилә Ғөзәйер ҡыҙы Батраева — ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған ауыл уҡытыусыларының береһе. Хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуы шатлыҡлы: “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәфисә Арыҫланова ла үҙ бурысын намыҫ менән үтәй, уҡыусыларына төплө белем бирә, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем йөрөтә.
Хәйер, һәр уҡытыусы хаҡында ла йылы һүҙ әйтергә мөмкин, сөнки барыһы ла — үҫмерҙәр күңеленә юл таба белгән, уларҙы киләсәккә төплө әҙерләгән тәжрибәле белгес.
Ҡаныҡай мәктәбе уҡытыусылары районда ғына түгел, ә республика күләмендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, уҡыусыларҙы яҡшы әҙерләй. Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларҙың 75 проценты юғары уҡыу йорттарына ингән икән, был үҙе үк белем биреү кимәленең юғары булыуын раҫлай.
Хәҙерге заманда мәктәп уҡыусыларында нәфис әҙәбиәт уҡыуға, сәнғәт яңылыҡтары, йәштәр тормошо менән танышыуға һәм шәхесте үҫтереүгә булышлыҡ иткән сараларға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу еңелдән түгел. Шуға ла уҡытыусыларға үҙҙәрен камиллаштырырға, мәғлүмәтле булырға тура килә. Ә ҡул аҫтындағы ваҡытлы матбуғат баҫмалары — һәр саҡ тәүге ярҙамсы.
Ошо көндәрҙә Ҡаныҡай дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыларынан күңелле хәбәр алдыҡ. Улар “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға” акцияһына ҡушылған.
— Башҡа төбәктәрҙәге мәктәп коллективтарының ошондай матур башланғысҡа дәррәү ҡушылыуын күҙәтеп барып, беҙ ҙә ситтә ҡалмаҫҡа булдыҡ. Йыл һайын милли баҫмаларҙы күп алдырабыҙ. Уҡытыусы, үҙе уҡымай тороп, балаларҙа гәзит-журналға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алмай. Бынан тыш, матбуғат материалдарын эшебеҙҙә лә файҙаланабыҙ, — тине Ришат Нуриман улы.
Коллективы өсөн янып-көйөп йәшәүсе, ҙур ойоштороу һәләтенә эйә һәм киләсәкте күҙаллаған директорҙың башҡаса фекерләүе мөмкин дә түгел. Ҡайһы бер етәкселәр милли матбуғатҡа яҙылыуҙы кисектереү өсөн һыныҡҡа һылтау эҙләһә, Ришат Әхмәтшин, уҡытыусыларҙың ваҡыты наҡыҫлығын иҫәпкә алып, почтальонды мәктәпкә саҡырып алған. Ижади ҡарашлы, эҙләнеүсән, тынғыһыҙ коллективҡа өр-яңы уңыштар, табыштар һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Бишбүләк районы.


Вернуться назад