Премияға кем лайыҡ булыр?21.02.2017
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия белдереүенсә, 2017 йылға ошо премияға конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләр дәғүә итә:
Бикмәтова Рәшиҙә Шаморат ҡыҙы (Рәшиҙә Бик), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы – “До Берлина!” шиғырҙар һәм поэма, “Любимый край, моя Отчизна!” шиғырҙар һәм поэмалар китаптары өсөн; Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы, яҙыусы, тәржемәсе – “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр саҡ” шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр китабы өсөн; Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы – “Әсәйем ҡояш икән” хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, “Дүртенсе мөғжизә” шиғырҙар, әкиәттәр, хикә­йәләр, пьесалар китаптары, “Балалар әҙәбиәте ан­тологияһы” I том, “Балалар әҙәбиәте антологияһы” II том өсөн; Тимерханов Илдус Хәмит улы, яҙыусы, Дүртөйлө ҡалаһы һәм райо­ны­ның “Юлдаш” ижтимағи-сәйәси гәзитенең мөхәррир урын­баҫары – “Ут күҙ” әкиәттәр, “Тал тирәктәр ҡуйынында” әкиәт, “Юлбарыҫлан” әкиәттәр, хикәйәләр китаптары өсөн; Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы, яҙыусы – “Йондоҙло хыял” шиғырҙар һәм йомаҡтар яҙмаһы өсөн; Ноғоманов Ринат Мөҙәрис улы, яҙыусы – “Әсәйгә бүләк” бала саҡ тураһында хәтирәләр, хикә­йәләр китабы өсөн; Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы, яҙыусы – “А.С. Пушкин. Әкиәттәр” руссанан башҡорт теленә тәржемә китабы өсөн.


Вернуться назад