“Хеҙмәт менән үҫһә генә кеше Еңел атлай тормош юлында”21.02.2017
“Хеҙмәт менән үҫһә генә кеше Еңел атлай тормош юлында” Дәүләт наградаларын аласаҡ кеше­ләрҙең исемлеген ҡулға тотоу менән таныш фамилияларҙы, яҡташтарҙы барлай башлайым. Был юлы тәүге юлдарҙа уҡ юлыҡтым үҙҙәренә: билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева, Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Илһөйәр Ғәзетдинова...
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы. Йәмғеһе илле кешенең һөнәри ҡаҙанышы билдәләнде. Улар араһында водитель, тракторсы, артист, токарь һәм башҡа хеҙмәт эйәләре бар.
Әйткәндәй, хеҙмәтсәндәр араһында II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләк­ләнеүсе лә булды. Ул – Саҡма­ғоштан водитель Ирек Латипов. Ә Айҙар Ғәли­мов менән Римма Үтәшева иһә Халыҡ­тар дуҫлығы ордены менән билдәләнде.
– Ысын күңелдән шуны әйтер инем: эшмәкәрлегемдә гел республикабыҙ­ҙағы халыҡтар дуҫлығына хеҙмәт итергә ынтылдым. Беҙҙекеләргә, уларға бүл­мә­нем, милләт айырманым. Килә­сәктә лә ошо юҫыҡта эшләргә ниәтләйем, – тип белдерҙе Айҙар Ғәлимов.
– Эшләгән кеше баһаға лайыҡ. Республиканың төп хазинаһы ла бит уның эшһөйәр халҡы. Ә төп маҡ­сатыбыҙ – уларҙың һәйбәт йәшәүе, – тине Рөстәм Хәмитов. Был йәһәттән халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм республикабыҙҙы төрлө йүнә­лештәр буйынса илдә алдынғы урын­дарға сығарыу кәрәклеген билдәләне.
Яҡты көндөң яҡынайыуы ла һәр кешенең хеҙмәтенән, ынтылышынан тора. Тырыш ҡулдарҙа таш та ирей бит. Шағирыбыҙ Рәшит Назаров та был йәһәттән, ана, нимә тигән:
Хеҙмәт менән үҫһә генә кеше
Еңел атлай тормош юлында,
Һәм шул юлда ҡылған барлыҡ эше
Мисәтләнеп ҡала ҡулында.


Вернуться назад