Исеме – халҡы йөрәгендә14.02.2017
Исеме – халҡы йөрәгендә Халҡы өсөн хазинаға тиң трилогия ижад иткән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишеваның исемен мәңгеләштереү маҡсатында районда бихисап эштәр башҡарыла. Шул иҫәптән уның исемен мәңгеләштереү, ижадын пропагандалау ниәте менән 1999 йылда З. Биишева исемендәге район әҙәби премияһы булдырылғайны, ул йәмәғәтселек мәнфәғәтендә олуғ эштәр башҡарған, тыуған иле, милләте өсөн янып йәшәгән шәхестәргә тапшырыла килә.
Быйыл райондың абруйлы әҙәби премияһына өс кеше – Йомағужа ауылының моделле китапханаһының баш китапханасыһы Зәйтүнә Әбдрәшитова, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Псәнчина, республика Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр, әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова лайыҡ булды.
Зәйтүнә Рауил ҡыҙы – “Йомағужа. Тарихы – эшмәкәрлектә һәм яҙмыштарҙа”, “Таланттар ере” китаптарының, альбом­дар­ҙың һәм методик белешмәләрҙең авторы, шулай уҡ район тарихын сағыл­дырған баҫмаларҙа авторҙаш. Китапхана хеҙмәткәре булараҡ, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте пропагандалау буйынса бихисап әһә­миәтле эштәр башҡарған кеше.
Зилә Мәхмүт ҡыҙы тиҫтәләгән методик белешмәләрҙең һәм фәнни мәҡәләләрҙең авторы, йәш быуында телгә, илгә хөрмәт һәм ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләгән алдынғы уҡытыусыларҙың береһе.
Зәкиә Муллағәли ҡыҙы иһә – ғилем донъяһында билдәле шәхес, бихисап уҡытыу-методик комплекттар һәм пособиелар авторы, ул да З. Биишева ижадын, башҡорт әҙәбиәтен әүҙем популярлаш­тырыусыларҙың береһе.
Лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы, йола буйынса Зәйнәб Абдулла ҡыҙының тыуған ауылы Туйөмбәттә, уның йорт-музейында уҙҙы. Ҡунаҡтар яҙыусының тормошона һәм ижад юлына арналған күргәҙмә, йорт-музей менән танышты.
Сараға Башҡортостан Республика­һының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, БР Милли әҙәбиәт музейының директор урынбаҫары Азамат Вәлиев, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешева, билдәле журналист Сәрүәр Сурина, яҙыусы, ғалим Фәнил Күзбәков, Ишембай нефть колледжы директоры Хәмит Баймырҙин һәм башҡалар килгәйне. Күптәр Зәйнәб апай тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, уны ғорур­ланып, хөрмәтләп иҫкә алды, башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте тарихында үлемһеҙ әҫәрҙәренең ролен билдәләп үтте. Лауреаттар ҙа йөрәк түренән сыҡҡан ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев форсаттан файҙаланып ошо көн­дәрҙә оло юбилейын билдәләгән арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең береһе, ил инәһе Ләлә Бейешеваны тәбрикләп үтте. Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы – Зәйнәб Биишеваның иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән олуғ эштәр башҡарған кеше, тап уның тырыш­лығы менән баш ҡалала яҙыусыға һәйкәл асылды.
Тантана мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл һәүәҫкәрҙәре башҡарыуындағы дәртле, моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Бер тынала үткән кисә рухиәтте байытырлыҡ, илһам-дәрт алырлыҡ ҙур байрамға әйләнде. Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны, уның үлемһеҙ әҫәрҙәренең береһе, күптәребеҙ яратып уҡыған “Кәмһетелгәндәр”ҙән өҙөк күрһәтелде.
Киләһе йылда Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тула. Кисәлә был турала ла әйтелде, күгәрсендәр ил инәһе, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы, арҙаҡлы әҙибәнең иҫтәлекле датаһын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә.


Вернуться назад