Кавалеристар тураһында поэма08.02.2017
Кавалеристар тураһында поэма Луганскиҙан шағир Андрей Медведенко “Бөтмәҫ рейд” (“Нескончаемый рейд”) поэмаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлындағы иң фажиғәле мәлдәрҙең береһен – Ворошиловградты (әле Луганск) немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙе сағылдырған.
1943 йылдың февралендә Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлылары ингән кавалерия корпусы Дебальцево тимер юл станцияһын алыу өсөн Донбасста дошман тылы буйлап рейдҡа сыға. Яугирҙәр ҙур юғалтыуҙар менән булһа ла хәрби бурысын үтәй.
“Ветеран Башкортостана” баҫмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, поэманың авторы әҫәрен Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәповҡа тапшырҙы һәм уны республикала баҫтырып сығарыу, башҡорт теленә тәржемә итеү теләген белдерҙе. Әйткәндәй, поэма менән баҫманың сайтында танышырға мөмкин.
Андрей Медведенко – Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 40-тан ашыу шиғыр һәм проза китабы авторы.


Вернуться назад