“Комбриг Мортазин” сәхнәгә сыға03.02.2017
“Комбриг Мортазин” сәхнәгә сыға Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Комбриг Мортазин” тип аталған яңы бейеү өҫтөндә эшләй. Тарихи тема буйынса хореографик композиция Октябрь революцияһының һәм рес­публикабыҙҙың 100 йыллығына арнала.
Яңы бейеүҙе Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәйес Низаметдинов ҡуя.
– Өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (ундайҙар илебеҙҙә ни бары 21 генә кеше), легендар комбриг Муса Мортазинға арналған яңы бейеүҙә оҫта етәксе һәм ҡыйыу яугир егеттәр образы кәүҙәлән­дереләсәк, – тине хореограф-ҡуйыусы.
Рәйес Низаметдинов әйте­үенсә, бейеүҙең сюжетына комбригка ҡылыс бүләк итеү мәле индереләсәк, хәрәкәт­тәрҙә джигитовка элементтары файҙаланыласаҡ. Яңы әҫәр буйынса эштә костюмдар буйынса рәссам Ольга Веревкина һәм оркестрҙың музыкаль етәксеһе Риф Моратшин ҡат­наша. Бейеүҙең премьераһы быйыл көҙгә көтөлә.



Вернуться назад