Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле прозаик, шағирә Гөлнур Яҡупованың балалар өсөн “Тылсымлы ҡәләм” тигән яңы китабы донъя күрҙе. Был йыйынтыҡ ысын мәғәнәһендә туған тәбиғәтебеҙгә ҡәләм маһиры яҙған мәҙхиә һәм йәш быуынға Башҡортостаныбыҙҙың күрке булған фауна һәм флораһын күҙ ҡараһындай һаҡларға тигән аманат – уның тап Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Экология йылы тип иғлан ителгән яңы 2017 йыл алдынан ғына нәшер ителеүе – айырыуса ҡыуаныслы күренеш. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ хикәйәләр, әкиәттәр, шиғырҙар, йомаҡтарҙы үҙ эсенә алған был йыйынтыҡ әҙибәнең балаларға арналған тәүге китабы түгел. 90-сы йылдарҙа донъя күргән “Ярғанат” (1993), “Ғәжәп хәбәр” (1995) тигән китаптары менән Г. Яҡупова үҙен һәләтле балалар яҙыусыһы ла итеп танытҡайны инде. Ә инде “Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы” фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән, мәктәптәр өсөн уҡыу әсбаптары булып ике телдә донъя күргән “Үләнле ер үлмәгән, кейекле ер бөлмәгән” (2010), “Заветы Красной книги” (2013) тигән йыйынтыҡтарға ингән сәсмә әҫәрҙәр һәм шиғырҙар аша йәш быуынға нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ тәжрибәле әҙибәнең йәш китап уҡыусылар өсөн урыҫ, сит ил классиктарының байтаҡ әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүе лә иғтибарға лайыҡ. Яңы йыл алдынан Сергей Аксаковтың бөтә донъяға билдәле “Ал сәскә” тигән әкиәте өс телдә – урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрендә китап булып баҫылып сыҡты, ул Президент шыршыһы байрамына саҡырылған һәләтле балаларға бүләк ителде һәм китап сауҙаһына сығарылды.
Гөлнур Яҡупованың үҙенең тыуған районы Ғафуриҙа әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп балалары араһында “Өмөтлө ҡәләм” ижад бәйгеһе алып барыуы ла мәғлүм. Әҙәбиәт йылында иһә яҙыусы йәш авторҙарҙың “Ғафури вариҫтары” (2015) исемле коллектив йыйынтығын әҙерләп сығарҙы.
Эйе, өлкәндәр өсөн ундарса шиғри йыйынтыҡ, проза китаптары, шул иҫәптән “Ҡатындар” (2013, 2015) исемле трилогия яҙған әҙибәбеҙ балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләүен дауам итә, үрҙә телгә алынған “Тылсымлы ҡәләм” – быға асыҡ дәлил, уға ентеклерәк туҡталып китеүҙе кәрәк тип табам. Йыйынтыҡтың төҙөлөшө бик үҙенсәлекле. Ғәҙәттә, йәш китап уҡыусыларға тәғәйенләнгән йыйынтыҡтар, жанрҙар йәһәтенән һәм тематик күҙлектән сығып, бер нисә бүлеккә бүленә. Ә һүҙ барған йыйынтыҡты төҙөгәндә автор ошоларҙың икеһен дә күҙ уңында тотҡан, йәғни китапҡа тупланған әҫәрҙәр тематикаһы буйынса “Отҡорҙар” һәм “Сәйәхәтселәр” тигән баш аҫтында бирелгән дә улары, үҙ сиратында, жанрҙар йәһәтенән тағы бер нисә бүлексәне тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта балалар психологияһын яҡшы белгән педагог-әҙибә китап уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, яҙылғанды зиһенгә алыу ҡеүәһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған: тәүге бүлеккә тупланған көндәлек тормош-көнкүреш характерындағы әҫәрҙәр, нигеҙҙә, кесе йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнһә, тәбиғәттәге төрлө күренештәр, үҫемлектәр, хайуандар, ҡоштар донъяһы хаҡындағы фәһемле әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар тупланған “Сәйәхәтселәр” бүлеге иһә урта йәштәге мәктәп уҡыусыларын күҙ уңында тотоп ижад ителгән.
Йыйынтыҡҡа ингән ҡайһы бер әҫәрҙәр хаҡында айырым һүҙем бар. Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, (“Отҡорҙар” – сөнки әйләнә-тирәне танып белеү осорон кисергән кескәйҙәр бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһына, һорауҙар бирә, күп мәғлүмәтте шунда уҡ отоп ала, хәтерендә ҡалдыра) “Сусҡа малайҙары” тигән әкиәт менән башланып китә. Әкиәттең сюжеты буйынса, ағалы-ҡустылы Азамат менән Салауат исемле малайҙар бер көн һыу буйынан өҫ-баштары әҙәм ҡарағыһыҙ булып бысранып ҡайтып инә. Уйынға әүрәп, кискелеккә быҙауҙарын алып ҡайтырға ла онотҡандар, ти, былар. Өҫтәүенә Салауат таллыҡта ҡош ояһы эҙләп йөрөгәндә, күлдәге лә йыртылып киткән икән... Эйе, быларҙың барыһы ла – ҡәҙимге ауыл малайҙары өсөн яҡшы таныш күренештәр. Ирекһеҙҙән: “Бында әкиәт ҡайҙа һуң?” – тип уйлап ҡуяһың. Баҡтиһәң, малайҙарҙың күрәһеләре алда булған икән әле...
– Тағы бысранып ҡайтып киләләр, – тип асыулана әсәйҙәре, – бына сусҡа малайҙар!
– Сусҡа малай тигәс, йыуынмайбыҙ! – Малайҙар тағы уйынға әүрәй. – Мин – сусҡа! Һин – сусҡа! – тип ҡысҡырып сабыша торғас, арып, үҙҙәре соҡоп өйгән тупраҡҡа ятып йоҡлап китәләр...
Йәйге матур көндәрҙә оҙон көн буйына урамдан ҡайтып инмәгән ауыл балалары тормошон һүрәтләгән бына шундай ҡыҙыҡлы ла, мажаралы ла эпизод менән башланып китә “Сусҡа малайҙар” әҫәре. Артабан автор, халыҡ әкиәттәренә хас булған фантастик уйҙырма алымын бик оҫта ҡулланып, хәл-ваҡиғаларҙы бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрә: малайҙар уянып китһә, әсәләре уларҙы оҙон сыбыҡ менән урамға ҡыуалап йөрөй, ти. Өҫтәүенә үҙе: “Әллә кемдең сусҡа балалары урамға килеп ингәнсе”, – тип һөйләнә икән. Абау, Азамат менән Салауат шөҡәтһеҙ, бысраҡ сусҡа балаларына әйләнгән, имеш...
Бына шулай ҡәҙимге реаль тормошта һин дә мин йәшәп ятҡан ике малай, уйламағанда әкиәт донъяһына барып инеп, уның әкәмәттәрен генә түгел, михнәттәрен дә ярайһы ғына татығас, ваҡытында әҙәмсә йәшәүҙең ҡәҙерен белмәүҙәренә ныҡ үкенә. Ахыр сиктә, беҙ, әсәйҙе тыңламай, бысраҡ йөрөп сусҡаға әйләндек, уның әйткәндәрен үтәһәк, бәлки, яңынан үҙ ҡиәфәтебеҙгә ҡайтырбыҙ, тигән фекергә киләләр һәм шулай эшләйҙәр ҙә – ихатаны һеперәләр, һыу ташыйҙар, һуған түтәлен утайҙар. Эштәре бөткәс, йыуынып-таҙарынып алырға ла онотмайҙар.
Бынан һуң әкиәттәге мөғжизә лә оҙаҡ көттөрмәй: Азамат менән Салауат ҡайтанан ҡәҙимге, шуҡ малайҙарға әүерелә. Бына шул рәүешле борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең көндәрҙә йәшәп ятҡан малайҙарҙың “башынан үткән” хәл-ваҡиғаларҙы, кескәйҙәр яратып тыңлаған, үҫә төшкәс, уҡыған әкиәт жанрына хас алымдар ярҙамында тасуирлап, ҡәләм оҫтаһы ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә замана әкиәте тыуҙырыуға өлгәшкән.
Балалар психологияһын, уларҙың әйләнә-тирәне танып белеү үҙенсәлектәрен яҡшы белгән әҙибә был тәңгәлдә тиккә генә әкиәт жанрына мөрәжәғәт итмәй. Билдәле булыуынса, мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге мәктәп балаларында фантазия – хыял донъяһы ныҡ үҫешкән була. Улар өсөн хатта ысынбарлыҡ менән улар үҙҙәре уйлап сығарған ана шул хыял донъяһы араһындағы сиктәр ҙә ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй юҡҡа сыға. Гөлнур Яҡупова кескәйҙәр өсөн хас булған бына ошо үҙенсәлекте үҙенең әкиәттәрендә генә түгел, хикәйәләрендә һәм шиғырҙарында ла бик оҫта файҙалана. Әйткәндәй, уның ҡайһы бер хикәйәләрендә лә шул уҡ Азамат (аңлашылыуынса, ул – 1-се класс уҡыусыһы) һәм уның ҡустыһы Салауат хаҡында һүҙ барып, улар ижадсының яңы йыйынтығында айырым циклды тәшкил итә. Шулай уҡ һәр сәғәт, һәр минут үҙе өсөн яңы асыштар яһаған, тәбиғәттең һәр күренешен мөғжизә итеп ҡабул иткән биш йәшлек Әлфиә исемле ҡыҙыҡай тураһындағы “Тәтәй күлдәк”, “Һаумы!”, “Рәхмәт яуғанда”, “Ысын Ҡыш бабай”, “Мөғжизә”, “Ҡурсаҡ”, “Мейес әбей” тигән хикәйәләр ҙә китаптың “Отҡорҙар” тип аталған беренсе бүлегендә айырым шәлкем рәүешендә бирелгән.
Йыйынтыҡтың “Сәйәхәтселәр” тип аталған икенсе бүлеге китапҡа исем биргән “Тылсымлы ҡәләм” тигән әкиәт менән асыла. Сюжет буйынса, йәтсәләр батшаһы Аҡ йәтсә үҙен ҡапҡандан ҡотҡарған малайҙарға рәхмәт йөҙөнән тылсымлы ҡәләм бүләк итә. Был ҡәләм менән йәнең нимә теләй, шуның һүрәтен яһаһаң, шул әйбер, хатта ҡош-ҡорт, кешеләргә тиклем “тып” итеп алдыңа килеп баҫа, имеш. Шул бармаҡ буйы ҡәләм ярҙамында малайҙар хатта оҙайлы сәйәхәткә лә сығып китә. Тап шуға күрә лә йыйынтыҡтың 2-се бүлеге “Сәйәхәтселәр” тип атала ла инде. Сәйәхәт ваҡытында малайҙар “төрлө илдәрҙе, диңгеҙҙәрҙе, океандарҙы, бейек-бейек тауҙарҙы гиҙә, бығаса һүрәттәрҙә генә күргән хайуандарҙы күҙәтә”. Иң мөһиме – әсәйҙәренең ни тиклем ғәзиз, ҡәҙерле кеше булыуын, улар өсөн өҙөлөп тороуын аңлайҙар. Бәләкәс кенә өҙөк килтереп китәм:
“... Тик барыбер малайҙар ауылдарын, тыуған яҡтарын һағынды, бигерәк тә әсәйҙәрен күргеләре килде.
— Әсәйҙе был ҡәләм төшөрә алырмы икән? – тип һораны бер көндө ағаһынан Салауат.
Азамат үҙе лә ошо хаҡта уйлап ҡуя ине. Әллә hорап ҡарарғамы, бәлки, төшөрөр. Ни тиһәң дә, ябай ҡәләм түгел бит?
— Беҙгә әсәй һүрәтен төшөрөп бир! – тине малайҙар икеһе бер юлы.
Тылсымлы ҡәләм шунда уҡ уларҙың әйткәнен үтәй башланы. Бына дәфтәр битендә малайҙарҙың әсәһенә ныҡ оҡшаған һүрәт хасил булды. Кейгән күлдәге лә, ябынған яулығы ла – уныҡы. Сәстәре бөҙрәләнеп тора, күҙҙәре һоро, хатта бармағындағы көмөш йөҙөгөнә тиклем әсәйҙәренеке. Бына һүрәт йәнләнде, иҙәнгә һикереп төштө, ысын әсәйгә әйләнде лә ҡуйҙы, гүйә. Малайҙар йүгереп барып уны ҡосаҡлап алды, әммә әсәйҙәре, ғәҙәтенсә, уларҙы арҡаһынан тупылдатып һөймәне, сәстәренән дә һыйпаманы. Әллә ниндәй булып сыҡты был һүрәт-әсәй. Шаярып китһәләр ҙә орошмай, эш тә ҡушмай, ҡосағына һыйындырып яратмай ҙа. Йөҙө гел бер төрлө үҙенең, көлмәй ҙә, иламай ҙа. Хас та ҡурсаҡ һымаҡ. Юҡ, уларҙың әсәһе түгел был, тыштан ғына оҡшаған сит бер апай…”
Һүрәт-әсәйҙең үҙ әсәйҙәре була алмағанын аңлаған малайҙарҙы йәтсәләр батшаһы ҡыҙғана, ауылдарына ҡайтырға форсат бирә.
Әммә мажара ошоноң менән тамам булмай әле. Әкиәттең финалында Азамат менән Салауат Тылсым илендә йәшәгән Аҡ йәтсәнән хат ала. “Тотҡонлоҡтан азат иткәнегеҙгә рәхмәт йөҙөнән, мин һеҙҙең өсөн тылсымлы ҡәләм яҙған урман һабаҡтары – кешеләрҙең шәфҡәтенә мохтаж ҡырағай хайуандар, кейек ҡоштар, бөжәктәр, үлән-сәскәләр хаҡындағы әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар тупланым, уларҙы изге нәсихәт итеп ҡабул итегеҙ. Ер-һыуға, һәр йәнлеккә, һәр үҫемлеккә мәрхәмәтле булыуығыҙҙы теләйем!” – тип яҙылған була унда.
Аҡ йәтсәнең был хатынан, китаптың икенсе өлөшөндә бирелгән әҫәрҙәрҙең туған тәбиғәтебеҙҙең ғәжәйеп мөғжизәләрен тыуҙырған үҫемлектәр һәм кейек-януарҙар, ҡош-ҡорт, бөжәктәрҙең үҙенсәлекле донъяһын сағылдырыуға арналып, уларҙа экология проблемаһы үҙәккә ҡуйылыуы аңлашылып тора. Был тәңгәлдә бигерәк тә “Урман һабаҡтары” тигән баш аҫтында бирелгән “Хан ҡыҙы”, “Имсене кем имләгән?”, “Кәкүк ситеге”, “Йомаҡ ағасы”, “Энә ҡарағы”, “Маҡтансыҡ ҡарға”, “Тараҡлы кеҫәртке” тигән этимологик характерҙағы әкиәттәр иғтибарға лайыҡ. Ә инде “Һыу йөнө”, “Төлкөғойроҡ”, “Арышбаш”, “Ҡылысүлән”, “Еҙ ҡуңыҙ”, “Һыу сиңерткәһе”, “Суфый сиңерткә”, “Тауискүҙ”, “Аҡ торна”, “Ағуна”, “Беҙсуҡыш” һымаҡ шиғырҙар балаларға үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы хаҡында иҫ киткес бай мәғлүмәт биреп кенә ҡалмайынса, уларҙың тел байлығын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, йәғни теге йәки был үлән, ҡош-ҡорт атамаһының этимологияһы хаҡында уйланырға этәрә.
Шул рәүешле, талантлы ҡәләм эйәһе үҙенең әҫәрҙәрендә китап уҡыусыларға бөтә нәмәне сәйнәп ҡаптырмай, ә уларҙың үҙҙәренә лә уйланырға, эҙләнергә урын ҡалдыра. Әйтәйек, “Тауискүҙ”, “Адмирал”, “Махаон” тигән шиғырҙарҙа шулай атап йөрөтөлгән күбәләктәр хаҡында һүҙ бара. Әлбиттә, был шиғырҙарҙы уҡыған балала унда һүрәтләнгән күбәләктәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргеһе, ҡырға сыҡҡанда эҙләп тапҡыһы, һис юғы уларҙы һүрәттәре буйынса булһа ла айырырға өйрәнеү теләге тыуасағына шик юҡ. Ә бына “Туралағаҙ”, “Мәрйенгүҙ”, “Аҡсабан”, “Ҡағараҡ” тигән шиғырҙарҙа – ҡыр өйрәктәре, “Балабан ыласын”, “Көсөгән”, “Диңгеҙ бөркөтө”ндә иһә ыласын-бөркөттәр ғаиләһенә ҡараған ҡоштар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт балалар әҙәбиәтендә үҙ һүҙе, үҙ йөҙө булған Гөлнур Яҡупова “Тылсымлы ҡәләм”е менән уҡыусыларға иҫ киткес шәп бүләк әҙерләгән: мәктәп уҡыусыларына һоҡланғыс нәфис әҙәбиәт емеше, ә балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡытыусы-педагогтар өсөн бына тигән ҡулланма. Ошондай фәһемле һәм мауыҡтырғыс баҫма өсөн авторға, шулай уҡ З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте редакцияһына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.