Берләштерелгән оркестр кәрәк29.03.2012
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында республикабыҙҙа ойошторолған кисәләрҙән айырмалы донъя һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар ҙа даими уҙа.
Мәҫәлән, 30 мартта "Урал ауазы" тигән оркестрҙар һәм халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәренең I халыҡ-ара конкурс-фестивале үткәреләсәк. Унда Төркиә, Франция, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан илдәренән, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән һәм, әлбиттә, Башҡортостандан профессиональ ансамблдәр һәм оркестрҙар ҡатнашасаҡ. Мәртәбәле жюри конкурсанттарҙың сығышын баһалаясаҡ, рәйесе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, В. Андреев исемендәге дәүләт академия урыҫ халыҡ оркестрының дирижеры һәм художество етәксеһе Дмитрий Хохлов.
– Конкурс беҙҙә тәүге тапҡыр үтеүе менән ҡәҙерле һәм үҙенсәлекле, – ти конкурс-фестивалдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин. – Белеүебеҙсә, урыҫтарҙың оркестры бар, шуның шикелле төрки халыҡтарының берләштерелгән оркестрын төҙөү уйы менән янабыҙ. Мәҫәлән, башҡорттарҙың ҡурайын, ҡаҙаҡтарҙың думбыраһын, төрөктәрҙең һорнайын оркестрға индерһәң, ҡайһылай шәп буласаҡ!
И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад