Авиаһәләкәт ҡорбандарын иҫкә алып27.01.2017
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Йәләлетдин олатай” спектаклен “Ту-154” самолетының һәләкәткә осрауы һөҙөмтәһендә вафат булғандар иҫтәлегенә арнай. 7 февралдә башҡорт труппаһы Мостай Кәримдең хикәйәһе буйынса ике шаршаулы спектакль тәҡдим итә.
Театр фойеһында артистар шиғыр һөйләйәсәк. Спектакль башланыр алдынан режиссер Илнур Муллабаевтың тамаша­сыларға мөрәжәғәтенән һуң бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителәсәк.
“Билеттарҙың бер өлөшө халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдарына – етем балаларға, инвалидтарға, ветерандарға, пен­сионерҙарға таратыла. Спектаклде авиаһә­ләкәттәрҙә туғандарын юғалтҡан өфөләр, шул иҫәптән 2002 йылдың июлендә Боден күле өҫтөндәге фажиғә ҡорбандарының туғандары ла ҡарай ала”, — тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегенән.
“Йәләлетдин олатай” спектакле Бөйөк Ватан һуғышынан һуң етем ҡалған малайҙар хаҡында бәйән итә. 1946 йылдағы ваҡиғалар әлеге ваҡытта балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең хаттарын уҡыу менән аралашып бара. Мостай Кәримдең хикәйәһе ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған.


Вернуться назад