Һүрәттәрҙә – тыуған төйәк даны25.01.2017
Һүрәттәрҙә – тыуған төйәк даны Яңы йыл алдынан уҡ Мәскәүҙән яҡшы яңылыҡ килгәйне: баш ҡала метрополитенының “Выставочная” станцияһында республикабыҙҙы данлаған күргәҙмә асылған, унда алты ил – Рәсәй, Италия, Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Төркиә – фотографтарының Башҡортостанды сағылдырған эштәре ҡуйылған, экспозиция күп яҡлылығы, мәғәнәле һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән мәскәүҙәрҙе таң ҡалдырған...
“Башҡортостанды ас” күргәҙ­мәһенең тап “Метро” галереяһында ойошторолоуы осраҡлы хәл түгел – был ХХ быуатта баш ҡалала метро төҙөүгә ҙур өлөш индергән яҡташ­тарыбыҙҙың иҫтәлегенә тоғролоҡ һаҡлау. Эш шунда: ҡасандыр биш мең кешенән торған иң ҙур төҙөү­селәр отряды тәүгеләрҙән булып Мәскәү метрополитенының беренсе сиратын төҙөргә килгән, ул респуб­ликабыҙҙың Николо-Березовка ауылында тупланған. Төҙөлөштөң тәүге этаптарында һәр алтынсы эшсе Башҡортостандан булған, иҫ киткес ҡатмарлы шарттарҙа яҡташтарыбыҙ станцияларҙы сафҡа индергән.
Күргәҙмәне Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Баш­ҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторһа, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе уларҙың башланғысына хуплау белдергән.
Ысынлап та, үҙенсәлекле сара еребеҙҙе данлаған яҡташ­тарыбыҙ­ҙың иҫтәлеген яңыртырға ярҙам итә, уларҙың ниндәй күркәм төбәктә тыуып үҫеүен, Башҡортостандың матур тәбиғәтле, төрлө ресурстарға бай булған бәрәкәтле ер икәнлеген, унда йомарт күңелле, ихлас булмышлы, эшһөйәр, уңған кешеләр йәшәгән­леген тағы берҙе иҫбатлай.
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте вәкиле Гөлсәсәк Ханнанова әйте­үенсә, күргәҙмә баш ҡалала йәшәү­селәрҙең күңеленә бик хуш килгән, Яңы йыл каникулдары ваҡытында балаларҙы экскурсияға алып кил­гәндәр. Унан тыш туризм өлкәһендә бизнес менән шөғөлләнеүселәр, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләүселәр ҡыҙыҡһыныу белдергән. Баш ҡала ҡунаҡтары, сит ил кешеләре лә метро галерея­һындағы фотоларҙы бик оҡшатҡан, һөҙөмтәлә Мәскәү метрополитены етәкселеге күргәҙмәне тағы бер айға оҙайтырға булған (ул 20 ғинуарҙа тамамланырға тейеш ине).
Шулай итеп, төрлө фоторәс­самдарҙың эштәренән торған, Башҡортостандың туристик потенциалын аныҡ сағылдырған күргәҙмә 20 февралгә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, баш ҡалалағы экспозицияла беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, фотограф Эдуард Дилмөхәмәтовтың да бер нисә эше бар. Форсаттан файҙаланып, уның тыуған төйәген данлаған бер нисә эшен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар.


Вернуться назад