Бер ғаиләнән өс композитор29.03.2012
Ҡыш миҙгеленең һуңғы айында, яҙғы ҡояш йылыһы күңелдәрҙе иркәләгәндә, Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының тамаша залында бер ғаиләнән өс композиторҙың — Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Сәлмәнов һәм Айһылыу Сәлмәнованың — юбилейҙары айҡанлы ҙур концерт булды.
Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы лицейыбыҙ асылғандан бирле музыканан уҡыта, 130-ҙан ашыу балала музыкаға һөйөү тәрбиәләй. Күптәр сәнғәт юлын һайлай. Күҙ алдына килтерәйек: тағы ла йөҙ уҡыусыны тәрбиәләп сығарһа, ниндәй ҙур һан килеп сығасаҡ.
Композитор балаларға тәғәйенләнгән фортепьяно, баян һәм скрипка өсөн күп әҫәрҙәр ижад иткән. Уҡыусылар төрлө музыка ҡоралдарында композитор яҙған көйҙәрҙе уйнап ишеттерҙе.
Айһылыу Сәлмәнованың атаһы — күренекле композитор Рафиҡ Сәлмәновҡа быйыл 95 йәш тулған булыр ине, уны иҫкә алып, Диләрә Ҡаһарманова етәкселек иткән ансамбль “Яҙ килә” тип аталған йырҙы башҡарҙы. “Аҡбуҙатта елдереп” йырын беҙ һәр Яңы йыл кисәһендә ишетәбеҙ. Һоҡланғыс музыканы Айһылыу Рафиҡ ҡыҙының ағаһы, шулай уҡ күренекле композитор Салауат Сәлмәнов ижад иткән.
Лицейыбыҙҙа йылдан-йыл музыка мәктәбендә белем алыусылар һаны арта, был шатлыҡлы күренеш, әлбиттә. Ошо эшкә ҙур өлөш индергән, һәр саҡ ярҙамлашып торған директорыбыҙ Шәмсулла Хәбибрахмановҡа ҙур рәхмәт!
Кисәлә сығыш яһаусылар баянда, фортепьянола, скрипкала, ҡурайҙа уйнаһынмы, башҡарған әҫәрҙәре йөрәкте елкендереп, күңелдәрҙе бөтәйтеп ебәрҙе.
Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы был кисәгә үҙенең моңдашын, хеҙмәттәшен — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Сәйҙә Ильясованы ҡунаҡҡа саҡырған. Йырсы үҙенең иҫ киткес моңло тауышы менән бөтәһенең дә күңелен әсир итте, кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Беҙ, уҡыусылар, был күңелле тамашанан бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Илһамлы ижадтары менән һоҡландырған Сәлмәновтарҙың династияһы үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө булырлыҡ.
Динара КӘРИМОВА,
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт
лицейының XI класс уҡыусыһы.


Вернуться назад