Яҡут ерендә – йәштәр тауышы24.01.2017
Якутскиҙа “Йәш композитор” тигән тәүге төбәк-ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан, Саха (Яҡут), Бүрәт республикаларының музыкаль белем биреү усаҡтары уҡыусылары һәм студенттары ҡатнашты. Бәйге иһә яҡут музыка сәнғәтенә нигеҙ һалған Марк Жирковтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылды.
Конкурсҡа скрипка, гитара, йыр һәм романстар өсөн пьесаларҙан алып ҡыллы квартеттарғаса төрлө башҡарыусы составтарға ҡаралған эштәр тапшырылды. Араларында хатта симфоник оркестр өсөн фантазиялар ҙа булды. Ҡатнашыусылар иһә йәш үлсәмдәренә ҡарап бүленде: 11–14, 15–18 һәм 19–23 йәштәгеләр.
Башҡорт йәштәре һәр йәш төркөмөндә лауреат булды. Мәҫәлән, 11–14 йәштәгеләр араһында хатта өс урынды ла беҙҙекеләр яуланы. Урта төркөмдә лә алдынғылыҡты бирмәнеләр. Был йәһәттән Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернат уҡыусылары әүҙем булды.
Өлкәндәр араһында иһә I урынды Баймаҡ районының Темәс ауылынан Гөлйемеш Баязитова яуланы. Ул, конкурс талаптарына ярашлы, үҙе ижад иткән көйҙө тәҡдим итте. Икеһе лә, өҫтәүенә, дүрт ҡыллы музыка ҡоралына яҙылған. Ул квартетҡа ике скрипка, бер альт һәм виолончель инә.
– Урын яулағанымды белгәс, ышанманым. Был хаҡта һис уйламаным да, сөнки, беренсенән, көйҙәрем “Фуга” һәм “Пассакалья” тип аталып, XVI – XVII быуаттарҙағы полифония жанрына ҡарай. Ә хәҙер бит композиторҙар заман талаптарына тап килгән көйҙәр яҙа. Фуга менән пассакальяны өҫтәүенә европаса һалалар. Ә мин башҡорт интонациялары менән яҙғайным. Икенсенән, яҡут, бүрәттәр һәм үҙебеҙҙең уҡыусылар, студенттар бик көслө, урын яуларлыҡ кимәлдә ине. Һуңынан “Ысынмы был, бушмы” тип, дипломымды ҡулға алғас, яйлап ҡына берәй ун тапҡыр уҡығанмындыр. Ҡыуанысымдан, шатлығымдан ни эшләргә лә белмәнем. Бөтә конкурстарға ла мине уҡытыусым – композитор, доцент Салауат Рафиҡ улы Сәлмәнов әҙерләй. Уға рәхмәт! – ти Гөлйемеш үҙе был хаҡта.
Музыка менән бала саҡтан шөғөлләнә икән ул. Тәүҙә ауылындағы мәҙәниәт йортондағы йыр һәм бейеү түңәрәгенә йөрөгән. Һуңынан Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға ингән, ләкин унда ла музыкант булырға уйламаған. Хыялында үҙен юрист йәки журналист итеп күргән. Хатта шул гимназиялағы “Ҡурай” гәзитен етәкләгән, һуңынан “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе булған. Әйтеүенсә, хыялы тормошҡа ашты тигәндә, иғландар таҡтаһында “Композитор Нур Дауытов “композиция” түңәрәгенә уҡыусылар йыя” тигән белдереүгә юлыҡҡан. Шунан бирле инде көй ижад итә. Хәҙер иһә Гөлйемеш Өфө сәнғәт институтының музыка факультетында өсөнсө курста белем ала.
Саха (Яҡут) республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, гимндарының авторы Кирилл Герасимов етәкселегендәге профессиональ баһалама ағзалары һәр йәш ҡатнашыусының юғары музыкаль әҙерлеген, һәләтен, фантазия һәм ижади хыял ҡеүәһен билдәләгән. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнгән.