– Мәктәп тормошондағы төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаным, береһен дә ҡалдырманым, – тип һөйләй Башҡортостандың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Мәғәфүр Усманов. – Онотолоп китеп шиғыр ятлайым, әйҙә, тиеүҙәре була, уҡыусылар алдына сығып баҫып йыр һуҙам, ҡурай тотторһалар, көйҙәр уйнайым, бейергә лә тартынмайым.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә егет һәм ҡыҙҙарҙы йыялар икән тигән хәбәрҙе ишеткәс, ул да көсөн һынап ҡарамаҡсы итә. VIII кластан һуң баш ҡалаға барып имтихандар бирә, ләкин өсөнсө турҙан үтмәй. Мәғәфүр Усманов белдереүенсә, унда ҡатнашыу үҙенә күрә оло һынау һәм киләсәктә тағы ла сәмләнеп бар уй-ниәттәрҙе башҡарыу өсөн батырлыҡ мәктәбе лә булған.
Архангел районының Ҡыҙғы ауылында тыуған Мәғәфүр йыр-моң һөйөүсе ғаиләлә буй еткерә. Ата-әсәһе, бүтән туғандары ла сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ. Усмановтар бер нисә йылдан Тирәклегә күсеп китә, малай I класҡа ошо ауыл мәктәбенә уҡырға бара. Ул бәләкәй саҡта радиоалғыс ярҙамында тапшырылған башҡортса әкиәттәрҙе яратып тыңлауы тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, уны артист Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ҡатыны бик килештереп уҡыған икән.
Үҫмер тәүҙә сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала, аҙаҡтан Өфө дәүләт сәнғәт институтының (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) актерҙар бүлегенә күсеп, уҡыуын дауам итә һәм уны уңышлы тамамлай.
"Рифҡәт Исрафилов, Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Булат Хәйбуллин, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек сәнғәт әһелдәренән һабаҡ алдым. Тәүге ролем – "Ғәлиә" спектаклендә Заһир. Тамашасыны алдау мөмкин түгел. Шул тиклем бирелеп китеп уйнаным, спектаклгә тиклем дә, бер нисә көн үткәс тә Заһирҙан Мәғәфүргә әйләнеп китә алмайым", – ти әңгәмәсем.
Яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың "Зөлхизә" драмаһында Мәғәфүр Усманов яһил да, ғәҙел дә Бикбау бейҙе башҡарҙы. Тәрән драматик кисереш, әллә күпме тетрәнеү, яһиллыҡ һәм тәүәккәллек – барыһын да оҫта һынландырҙы артист. Хәйер, үҙе билдәләүенсә, уның күңеленә драматик ролдәр яҡын, улар еңел уйнала. "Ҡыр ҡаҙҙары", "Башҡорт туйы", "Тере мәйет", "Балам – бауыр ярам", "Аманатҡа хыянат"та ла тамашасыларҙы уйланырға мәжбүр итте, кемдер күҙ йәштәренә лә ирек ҡуйҙы хатта. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла артистың һәләте тураһында һөйләй.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас та, уны Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрына ебәрәләр, ике йылдан һуң ул Өфөгә килеп, Милли йәштәр театрына эшкә урынлаша.
Мәғәфүр Усманов һөйөклө кәләше Зәлифә менән ике балаға ғүмер биргән. Айтуған – Башҡортостан дәүләт киностудияһында иҡтисадсы, ә Гөлназ – Башҡорт иҡтисад лицейы уҡыусыһы.
Илдар АҠЪЮЛОВ