Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Күңелдәр яҙҙы көтә” тигән концерт ҡарау бәхете насип булды. Унда яратҡан йырсыларыбыҙ Рәүилә Мәсәлимова менән Фәүҡәт Ғиләжевтең тәрән моң менән һуғарылған йырҙарын тыңланыҡ.
Илаһи сер һаҡлаған, халыҡтың йыр-моң сәнғәтен үҙҙәрендә туплаған был ике йырсының һәр сығышын тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды, сөнки беҙ ошондай концертты ҡарарға, тәрән эстәлекле милли йырҙарҙы тыңларға һыуһағанбыҙ, күрәһең. Уларҙың һәр йыры йөрәккә үтеп инеп, әсир итте. Туҡай әйтмешләй: “Түҙә алманым, барҙым йырлаусыға һәм һораным: Был көй ниндәй көй?..” Был концертта оҫта башҡарыусылар араһында милли көйҙәр, милли сәнғәт ҙур юғарылыҡҡа күтәрелде. Беҙ ҡыуанып, ғорурланып ултырҙыҡ.
Танылған музыкант, оҫта баянсы Редик Фәсхетдинов, уйыны менән сәхнәгә йәм өҫтәп, концерттың мәртәбәһен күтәрҙе. Бейеүсеһе лә, музыкаль биҙәүсеһе лә, алып барыусыһы ла тамашасының күңеленә үтеп инә белде. Беҙ уларҙың сығышын бик йылы ҡабул иттек. Милли сәнғәттең көс-ҡеүәте, уның тәрбиәүи мөмкинлектәре был концертта тулыһынса иҫбат ителде. Концерт тамамланғас та, тамашасыларҙың таралмауы, уларҙың көслө алҡыштары халыҡтың мөнәсәбәтен, сәнғәт оҫталарына ҡарата оло рәхмәтен белдерә ине.
Бер-ике теләк тә әйтке килә. Беренсенән, ошондай матур концерт тураһында яҡшы реклама йәки афишалар булманы. Күптәр белмәй ҡалды. Беҙ ҙә, мәҫәлән, кешенән ишетеп кенә барҙыҡ. Икенсенән, Фәүҡәт Ғиләжевтең иҫ киткес моңло тауышын, башҡарған әҫәрҙәрен тыңлап туйып булмай. Репертуарына башҡорт, татар халыҡ йырҙарын да индерһә, бик тә отошло булыр ине. Ә уның башҡарыу мөмкинлектәренең сиге юҡ. Афарин! Өсөнсөнән, ошо концерт менән оло илаһи төркөм район, ҡала мәҙәниәт һарайҙарында — халыҡ алдында сығыш яһаһа, тамашасылар бик тә рәхмәтле булыр ине, сөнки бындай концерттар сәнғәт менән халыҡты берләштереүсе оло сара, көс-ҡеүәт булып тора.
Фәнисә менән Сәлимйән ҒҮМӘРОВТАР.
Өфө ҡалаһы.