Ҡурай ҙа ғына тигән юлдаш барҙа...29.03.2012
Ҡурай ҙа ғына тигән юлдаш барҙа...Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы моң даръяһында йөҙгәндәй тын ҡалған. Тамашаны алып барыусы:
— Сәхнәлә — Фәнил Кинйәғолов, — тип иғлан иткәс, моңло йырҙарҙан әҫәрләнеп ултырған тамашасылар бығаса күҙгә-башҡа салынмаған егеткә һынамсыл төбәлде.
Ҡурай моңо таралды. Күкрәктән урғылған халҡыбыҙҙың һағыш, тарих менән тулы көйҙәре күңелдең иң нескә ҡылдарына килеп бәрелде лә үҙе менән алыҫ үткәндәргә әйҙәне. Унан йөрәктәрҙе елкендергес бейеү көйҙәре яңғыраны.
Зал көслө алҡыштарға күмелде. Бер аҙ тулҡынланған Фәнил тамашасыларға күҙ һирпеп алды ла халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не һуҙып ебәрмәһенме:
Сорандарға таш ташланым,
Ул да һыуға батманы, Зөбәйҙә.
Зөбәйҙә, Зөбәйҙә,
Һылыуым, һин ҡайҙа?
Һиңә оҡшатып бер гөл алдым,
Ул да сәскә атманы.
Зөбәйҙә, Зөбәйҙә,
Һылыуым, һин ҡайҙа?
Илаһи моң һәммә халыҡтың күңелен ялманы. Йәнә лә, афарин егет, булдырҙың тигәндәй уй-теләктәрен белдерергә теләп, устары ҡыҙғансы ҡул саптылар.
— Вәт талант!
— Хоҙай бирһә бирә бит!
— Ҡайһы яҡтан икән?
Йәнәшәмдә ултырыусыларҙың шыбырҙашыуы ҡолағыма ишетелде.
Ғафури районының ғәжәп матур бер төбәгендә, күкһел тауҙар ҡосағында, йәмле Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Юлыҡ ауылында буй еткерә Фәнил. Сабый саҡтан йырсы булыу хыялы менән янған егет, урта мәктәптән һуң сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә килһә лә, ни өсөндөр алмайҙар. Инде ни эшләргә? Коридорҙа тегеләй-былай йөрөгән егеткә ярай әле ҡурайсы Ришат Рәхимов иғтибар итә ҡуя.
— Ҡустым, нишләп бик моңһоу тораһың?
— Уҡырға керә алманым.
— Ҡурай бүлегенә инергә теләгең бармы?
— Эйе...
Шулай итеп, бер-ике көн эсендә ҡурайҙа апаруҡ ҡына өйрәнеп килгән Фәнил студент булып китә. Шуға ла бөгөн остазына рәхмәте ҙур уның.
Харап оҡшай бында уҡыу егеткә. Дүрт йыл буйы тырышып ҡурай нескәлектәренә өйрәнә. Ҡулына диплом алып, бер йыл Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә эшләгәндән һуң, сәнғәт академияһына инеп, башҡорт фольклоры менән йыр бүлеген бер юлы тамамлай.
Училищенан һуң яңы ғына асылған Сибай филармонияһында, унан А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында үҙенең ҡурай моңдары менән тамашасыларҙы әсир итә. Бихисап конкурста ҡатнаша, лауреат була.
Әммә Өфө үҙенә тарта ла тора. Фәнил “Юлдаш” радиоһына тауыш режиссеры булып эшкә урынлаша, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына уҡырға инә. Барыһы ла һәйбәт барғанда, уға шарт ҡуялар:
— Йә уҡыуыңды дауам итәһең, йә эштән китәһең.
Һуңғыһын һайлай егет. Өфө һынлы Өфөлә эшһеҙ йөрөмәҫ әле. Таныш-тоношо, дуҫ-ише лә байтаҡ ҡына. Тик ни ғәләмәт, кемгә генә мөрәжәғәт итмәһен, бер төрлө яуапты ишетә: урын юҡ бит әле...
Өфөлә бер аҙ таксист булып йөрөгән Фәнил Мәскәүгә сығып китә лә, иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып, “Мостфундаментстрой” йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Сәнғәттән бөтөнләй ят өлкәлә мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, ҡурайын ташламай ул. Баш ҡаланың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, башҡорт, татар йырсылары менән концерттар ҡуя. Иосиф Кобзон, Анита Цой, Эдита Пьеха кеүек шөһрәтле сәнғәт әһелдәре менән ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, ҡурайҙа халҡыбыҙҙың, төрлө илдәрҙең моңдарын һуҙҙырып, барыһын да әсир итә.
2009 йылда Фәнил Мәғәфүр улын Ғафури районы хакимиәтенең ул саҡтағы кадрҙар бүлеге начальнигы Ғәлинур Ҡалмырҙин мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһына эшкә саҡыра.
Бөгөн Фәнил башкөллө эшкә сумған. Райондағы ҡурайсылар ансамбленә етәкселек итә. Ошо араларҙа ғына әллә күпме эш башҡарылды. Дәртләнеп тотонғас, һөҙөмтәләр ҡыуаныслы: республика, халыҡ-ара конкурстарҙа лауреат булдылар. Әле тегендә, әле бында мәҙәни саралар гөрләп кенә тора. Төркиәлә үткән Халыҡ-ара фестивалдә, Ҡалмығстанда Халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн күрһәтеп ҡайта улар. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың сәнғәтте аңлап, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы тураһында ҡыуанып һөйләй Фәнил Мәғәфүр улы.
Тормош юлдары ҡатмарлы. Шатлыҡ-ҡыуаныс, табыштар менән һағыш-ғазап, юғалтыуҙар йәнәш йөрөй. Ышанып йөрөгән дуҫтарыңдың да бер көн юҡҡа сығыуы ихтимал. Тик ҡурайы менән йырҙары айырылмаҫ юлдашы буласағын яҡшы аңлай Фәнил Мәғәфүр улы. Улар менән үҙенең генә түгел, барлыҡ сәнғәт һөйөүселәрҙең дә күңелен балҡытырға тейешлеген онотмай.
Фәнил йәнә ҡулына ҡурайын алды. Тирә-йүнгә танһыҡ моң урғылды...
Венер ИСХАҠОВ
Ғафури районы.


Вернуться назад