Төшөндөм дә... ҡыуаныстан балҡыным!18.01.2017
Ошо көндәрҙә Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләнек. Тотош халыҡ байрамы тип тә булалыр уны, сөнки радионың тыңлаусыһы, телевидениеның ҡараусыһы, гәзит-журналдың уҡыусыһы, Интернеттың файҙаланыусыһы бар һәм улар миллион-миллион. Баҫма матбуғатты айырым ҡараһаҡ, элегерәк уны алдырғандар тағы ла күберәк ине лә бит, хәҙер кәмене, күпкә аҙайҙы – уныһы бар. Әммә гәзит-журналдан ситләшеүҙән түгел бит ул, теләп башҡарылмай, иҡтисади хәлдең үҙгәреүе бәләһе. Беҙҙең ил кешеләрен һаман да баҫма мәғлүмәткә ышанған, күмәк алдында әйтелгәнде хөрмәт иткән халыҡ, тип әйтә алабыҙ һәм был матбуғаттың яуаплылығын да көсәйтә, әлбиттә.
“Бөгөн, ҙурҙан алғанда, журналистика тураһында һөйләшмәксебеҙ”, – тип астым радиолағы тапшырыуҙарымдың береһен. Артабан уның йәмғиәттәге ифрат мөһим институт икәнен, мәртәбәһе, шөкөр, көсәйә лә барғанын өҫтәнем. “Бында мәғлүмәт биреп кенә ҡалмайынса, һығымта яһарлыҡ, ул ғынамы – фекер тыуҙырырлыҡ һәйбәт һәләт тә, шуның менән бергә хәүеф тә барлығы үҙенекен итә”, – тинем.
Ошолайыраҡ дауам иттем. Ә үҙем шул мәлдә иң тәүге һүҙҙәремде осмот ҡына ҡыйышыраҡ әйткәндәй тоям. Бөтәһе лә дөрөҫ тә кеүек, әммә нимәлер урынында түгелдәй…
Ошондай күренеште мин йыш ҡына ҡала урамдарында күрәм: рулдәге һарысәс барыһын да теүәл үтәй, рулдең үҙен дә, ана, ҡағиҙәгә ярашлы, ҡуш услап тотҡан, һыңар ҡуллаған булып ҡыланмай, иғтибарын ситкә йүнәлтмәй, әммә үҙе һағайта – йә яй шыуыша, йә кәрәкмәгәндә шәбәйә, шып туҡтай, йә маневрҙары самаһыҙ урау һәм башҡалар.
Тура эфир тамам, ә күңелде тынысһыҙлыҡ игәй. Тапшырыуҙың яҙмаһын тыңлап ҡарарға булдым. Һәм төшөндөм. Ҡыуаныстан балҡыным! Әйткәнемдә – ҡыйышлыҡ түгел, ә төҙлөк икән дә: “…ҙурҙан алғанда, журналистика…” – тиелгәндә Ҙ өнө, Ж-ға ҡушылып, бәлки, икәү булғанға еңгәндәрҙер, уны күмеп тигәндәй киткән. Шунда уҡ уйымда, һөнәремде, йәшермәйем, гел данлай йөрөүемә күрәлер, “ҙурналистика” һүҙе яралды. Сөнки шулай оло, бөйөк, ҡәҙерле ул минең өсөн!
Ә журналислыҡ биографиям гәзиттән башланды. Малай ғына сағымда район гәзитенә, республика баҫмаларына хәбәрҙәр ебәреп торҙом да, мәктәпте бөткәс, ун ете йәшемдә Бөрйәндең “Таң”ында эшләй башланым.
Гәзитте беренсе класҡа бармаҫ элек үк уҡый инем инде. Яҙырға ла бишме-алтымы ғына йәшемдә гәзиттән ҡарап өйрәндем. Әсәйем күпләп алып ҡуйған дәфтәрҙәргә мәҡәлә атамаларын күсереп яҙам. Тик, билдәле инде, баҫма хәрефтәр килеп сыға торғайны. Аҙаҡ, уртансы кластарҙа, стена матбуғаты сығарғанда гуашь менән “ултыртып” яҙа алыуым да шунан килмәнеме икән әле?..
Колхоздар алыҫ йәйләүҙәргә күсенә торғайны. Ундағы бәләкәс өйҙәрҙе апайҙар үҙҙәренсә бөхтәләргә тырыша – обой-фәлән булмағас, стеналарына, хатта түбәгә лә иҫке гәзиттәрҙе йәбештерәләр. Уңда ла, һулда ла, өҫтә лә – нәфис һүҙ, иптәштәр! Нәфис һүҙгә ынтылышым ҡанымда булмағандыр, тип әйтә алмайым, әммә быға шул матбуғат биттәре лә этәргес биргәндер, моғайын.
Тағы бер күренеш иҫкә төштө: ауылда почта йәшнигенән гәзит алыу, алыу менән ҡарай, уҡый башлау, аҙаҡтан өйгә индереү. Йылы саҡта шунда эскәмйәлә ултырып уҡый ҙа башлайһың. Ә ҡышҡыһын был үҙенсә күркәм. Почтальондың гәзит ҡыҫтырып киткәнен күрәһең дә кейенмәй генә ҡапҡа тышына сабаһың, эләктерә һалып, кире әйләнәһең. Өй эсендә үҙенсәлекле еҫ тарала… Һыуыҡ саф һауа, ҡағыҙ һәм типография буяуының ҡушылмаһы ул. Буяу зарарлы, килешәм, етмәһә, ул ваҡыттағыһы яман. Хәрефтәр ҙә ҡурғаштан ҡойолдо бит, уның да ныҡ зыянлы икәне билдәле. Ҡағыҙ ҙа – сәнәғәт продукцияһы. Шулай ҙа танау ул еҫте әле лә һағынып иҫләй. Ҡушылмаға Өфөнән килгән сәләм дә, үҙемдең дә шундай шәп-шәп репортаждар яҙғым килеүе лә өҫтәлгәндер.
Оҙаҡ йылдар радиола эшләһәм дә, уға бар күңелемде бирһәм дә, гәзит журналистикаһын ифрат хөрмәт итәм, уның эшендә ҡатнашып та барам.