“Урал батыр”ҙың тәржемәһе хаҡында18.01.2017
Мәрйәм Бураҡаеваның “Башҡортостан” гәзитенең 139-сы һанында (2016 йыл, 2 декабрь) “Урал батыр” эпосының тәржемәһенә ҡағылышлы фекерҙәре баҫылғайны. Мин уның менән тулыһынса килешәм.
Инеш һүҙендә күтәрелгән тема буйынса һеҙҙең мөрәжәғәткә (2011 йыл) ҡарата битараф ҡалыуҙарын билдәләйһегеҙ. Мин дә шундайыраҡ хәлгә тарыным. Мәрхүм дуҫым Юнир Ғәфүр улы Ваһапов (1935–2014) – нефтсе-инженер, Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт күренештәре” тигән китап сығарҙы (Ишембай, 2014) һәм шул хеҙмәткә ғалимдарҙың баһа биреүен үтенгәйне.
Үкенесле – уны өҙөкләп булһа ла республика гәзитендә йә журналда баҫтырып булманы, мин мөрәжәғәт иткән абруйлы шәхестәр китапты ла тикшермәне. Әммә өмөт бөтөнләй өҙөлмәй әле…
Хәҙер төп темаға күсәйек. “Ат” һүҙенең “исем” мәғәнәһендә ҡулланылыуы – әсәйем атаһының һеңлеһе Ғәйниямал инәйем хаҡында: “Апайым йомарт ҡуллы – ашы тәмле, апайым – Солтан атлы хатын!” – тип маҡтап һәм ғорурланып һөйләр ине. Бына бер миҫал. Икенсенән, “һуйыл” – беҙҙә ҡулланылғаны – ят малды туҡмап ҡыуыу өсөн ҡабығы әрселгән һығылмалы сыбыҡ. “Баҡсаға кергән һыйырҙы һуйыл менән ярҙым!” – тиерҙәр ине. Өсөнсөнән, М. Әүәзовтың “Абай” романында алышҡа әҙерләнгән саҡта “сокл” һәм “шокпар” менән ҡоралланған ҡаҙаҡтар бар. “Һуйыл” һәм “суҡмар” түгелме икән? Тондороуға килгәндә, көҙөн ҡырпаҡ ҡарҙа һыбай ҡыуып, бүрене суҡмар менән һуғып алыу башҡорттоң һунар шөғөлө булған. Бала саҡта күрше Фатима инәйҙең: “Ҡайным һыбай бүре һуғып ала ине”, – тигәне хәтерҙә.
Мәрйәм Бураҡаеваның һәр яҙмаһын уҡып барам, балалары тураһында ла хәбәрҙармын, Диҡҡәтте нефтсе Шамил Туҡаев аша белә инем.
Хоҙай ижади уңыштар насип итһен һеҙгә.


Вернуться назад