Ауыл клубы йәшәй әле17.01.2017
Миәкә районында эшләп килгән “Ветеран” клубының 30 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур концерт булды. Тамашаны алып барыусы Зөһрә Гатич коллективтың эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, уңыштарҙы билдәләне, ҡыйынлыҡтарҙы иҫкә алды. Һуңғы арала ғына “Еңеү салюты”, “XXI быуат”, “Яратам мин һине, тормош” республика фестивалдәрендә призлы урындар яулағандар икән. Ҡазан, Өфө, Октябрьский ҡалалары, республика райондары тамашасылары яҡташтарыбыҙҙың сығышын яратып ҡараған.
Өс тиҫтә йыл эсендә меңгә яҡын концерт ҡуйғандар, хорҙа 50-нән ашыу йыр башҡарғандар.
Ветерандар район мәҙәниәт йортоноң драма коллективы эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа Ю. Әминевтең “Яҙылмаған закондар”, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау”, Ф. Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?”, Т. Миңнуллиндың “Икебеҙ ҙә әйләнәбеҙ” пьесаларын сәхнәләштергәндәр. Былтыр республика “Алтын тирмә” фестивалендә Миәкә башҡорт халыҡ театры Әнғәм Атнабаевтың “Законлы никах менән” пьесаһын ҡуйып (режиссеры – Зәйтүнә Шириязданова), беренсе урынды яулаған. Коллективта иһә кем генә юҡ – элекке етәкселәр, төрлө өлкә белгестәре, эшселәр, крәҫтиәндәр, өлкән йәштәгеләр һәм яңы ғына хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Клубты иһә Еңеү яулап ҡайтҡан яугирҙәр, емерек хужалыҡтарҙы тергеҙеүселәр, хеҙмәт батырҙары ойошторған булған.
– Бөгөн клубта икенсе быуын – һуғыш балалары, уларҙың туғандары, – тип һүҙен дауам итте Зөһрә Гатич. – Әлеге артистар бала саҡта михнәтле һәм ғазаплы тормош, аслыҡ, яланғаслыҡ, фәҡирлек күргән, улар – ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡороноң аһ-зарын, моң-йырын, таҡмаҡтарын ишетеп, йәштәрҙең сихри киске уйындары уртаһында ҡайнап, халыҡ ауазы гәүһәрҙәрен тыңлап үҫкән кешеләр.
Нәфис һүҙ оҫтаһы Зөһрә Әбелмәғитйән ҡыҙы был фекерҙе раҫлап, моң эйәһе Илүсә Минһажеваның тормошо һәм сәнғәт юлы тураһында һөйләгәндә, тамашасыларҙың күҙе йәшләнде.
Һуңынан халыҡтың ихтирамын яулаған актер, ҡурайсы, шағир, район эске эштәр бүлегенең элекке етәксеһе Баязит Ильясов “Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем” исемле шиғырын уҡыны. Бер аҙҙан сәхнәгә һоҡланғыс, матур, милли биҙәкле йәшкелт-зәңгәрһыу костюмда урта йәштәрҙәге 36 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ (хормейстер – Гөлнара Ғәлиева) күтәрелде. Тамашасы уларҙы үҙ йәшенән күпкә йәш итеп күрә. Шат, асыҡ йөҙлөләр, килеш-килбәттәре лә йәштәрсә. Күҙҙәрендә ут һәм ялҡын балҡый, ҡараштары өтөп ала. Ҡайнап торған тормош, сәнғәт мәшәҡәттәре уларға ҡартайырға форсат бирмәйҙер, күрәһең. Тамашасы ла үҙҙәрен көслө алҡыштар менән аяғүрә баҫып хөрмәтләй.
Артабан күренекле йырсыбыҙ Илүсә Минһажеваның атаһы фронттан яҙған хаттарҙан өҙөктәр уҡылды. Үҙ сиратында Илүсә “Атайымдың хаттары”, “Мин бәхетһеҙ түгел” йырҙарын башҡарҙы. Йәнә 14 кешенән торған йыр ансамбле “Китмәйем әле йәшлегемдән”, “Йәшлегем һағыштары” йырҙары менән залды шатландырып хисләндерҙе, күптәрҙе йәшлектәрен хәтерләргә мәжбүр итте.
Ветеран артистарҙы һәм тамашасыларҙы юбилей уңайынан тәбрикләргә килгән балалар ансамбле “Йәш бөркөттәр” бейеүен башҡарып, башҡорт ерҙәрен дошмандарҙан һаҡларға яуға күтәрелгән, көсө ташып торған ир-егеттәрҙе кәүҙәләндерҙе. Үҫмерҙәр өр-яңы күркәм милли кейемдә, хәрәкәттәре етеҙ, ышаныслы, ҡараштарында Ватан өсөн яуаплылыҡ, ғорурлыҡ сағыла. Оҙаҡ алҡышланылар уларҙы.
Сәнғәтте яратыусылар клуб эшендә әүҙем ҡатнаша, һәләттәрен һынай, тамашасының иғтибарын, ихтирамын яулай. Был инде үҙенсә конкурс нигеҙендә ҡабул итеү имтиханы. Бөгөнгө тырыш, һәләтле, ижади коллектив йылдар дауамында тупланған. Ауыл клубы шулай дәртләнеп ижад итә.